Белем һәм тәрбиә
1 Сентябрь 2020, 06:10

Күпме уҡыусы, студент, уҡытыусы бар?

Уҙған уҡыу йылында Башҡортостанда 1318 мәктәп эшләгән.

Уҙған уҡыу йылында Башҡортостанда 1318 мәктәп эшләгән. Уларҙа 488,3 мең, шул иҫәптән туғыҙ шәхси мәктәптә 1320 бала белем алған.
Республикалағы 96 урта махсус уҡыу йортонда 78,3 мең буласаҡ белгес (шуларҙың 4,9 меңе – ете шәхси уҡыу йортонда) һәм 25,9 мең буласаҡ эшсе иҫәпләнгән. 10 вузда һәм уларҙың 18 филиалында 97,2 мең студент уҡыған.
Мәғариф өлкәһендә 115 мең кеше: мәктәптә – 33,9 мең, урта махсус уҡыу йорттарында – 4,6 мең, вуздарҙа – 4,9 мең уҡытыусы эшләгән. Республикалағы 215 өҫтәмә белем биреү ойошмаһында 285,8 мең бала, музыка һәм художество мәктәптәрендә 48,7 мең бала шөғөлләнгән.
Фото: vk.com
Читайте нас