Белем һәм тәрбиә
1 Сентябрь 2020, 16:30

Стәрлетамаҡта ла полилингваль мәктәп асылды

23-сө мәктәпкә яңы статус бирелде.

Стәрлетамаҡтың 23-сө мәктәбе бөгөндән полилингваль мәктәп статусын йөрөтә башлай. Белем байрамына арналған тантанала Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов ҡатнашты.
"Мәктәп республикалағы иң ҙурҙар иҫәбенә инә, быйылдан ул эшмәкәрлеген полилингваль йүнәлештә алып барасаҡ: башҡорт, рус телдәренән тыш, уҡыусылар француз, инглиз, ҡытай һәм башҡа телдәрҙе өйрәнәсәк", – тине В. Куликов.
Яңы уҡыу йылы башланыуы менән А. Хажин да тәбрикләне. Ул әйткәнсә, 23-сө мәктәп, яңы статусҡа эйә булып, икенсе тыуған көнөн билдәләй.
"Полилингваль мәктәптәр республикабыҙ Башлығы тәҡдиме менән былтыр эшләй башланы. Был формат уҡыусыларҙың белемен киңерәк асырға, уларҙы конкурентлыҡҡа һәләтле итеүгә мөмкинлек бирә", - тине министр.
23-сө мәктәптә уҡытыу башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә алып барыласаҡ. Инглизсәне балалар – 1-сенән, ә икенсе сит телде – немец телен – 6-сы кластан өйрәнә башлай.
5-се кластан алып дәрестән тыш эшмәкәрлек ваҡытында француз, ҡытай һәм төрөк телдәрен өйрәтә башлау күҙаллана.
23-сө мәктәптә милли телдәргә иғтибар ҙур. 2-сенән 9-сыға тиклем башҡорт теле туған һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнелә, бөтә параллель кластарҙа ла татар телен өйрәнеүселәрҙән төркөмдәр тупланған.
Мәктәптә күләмле уҡыу эшмәкәрлеген алып барырлыҡ бөтә уңайлыҡтар, заманса мөмкинлектәр булдырылған. Күп телле уҡытыуға күсеүҙе 2024 йылға тиклем яйлап атҡарырға иҫәп тоталар.
Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас