Белем һәм тәрбиә
1 Сентябрь 2020, 16:00

Уңыш мәктәбе уңышҡа юл һалыр

1 сентябрҙе Өфө районының Жуков ауылындағы ҡыҙҙар һәм малайҙар өр-яңы мәктәптә ҡаршыланы.

Бөгөн – ҙур байрам! Башҡортостандың белем усаҡтарында яңы уҡыу йылы башланыуын белдереп, тәүге ҡыңғырауҙар яңғыраны. Дөрөҫөрәге, I, IX һәм XI класс уҡыусылары мәктәпкә килеп линейкала ҡатнашты, ә бүтәндәр өсөн ул онлайн тәртиптә ойошторолдо. Шуныһы, иртәгә бөтәһе лә мәктәпкә уҡырға киләсәк.
1 сентябрҙе Өфө районының Жуков ауылындағы ҡыҙҙар һәм малайҙар өр-яңы мәктәптә ҡаршыланы. Белем усағы Уңыш мәктәбе тип атала.
"Бында уҡыусылар тәрән белем һәм күркәм тәрбиә алһын өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған, – ти педагогтар. – Тик тырышып уҡыһындар ғына, шулай уҡ үҫеш өсөн дә шарттар бар. Беҙҙә белем алғандар илебеҙ өсөн лайыҡлы шәхестәр булып үҫер тип ышанабыҙ".
VII класс уҡыусыһы Сыңғыҙ Күскилдин билдәләүенсә, ул теүәл фәндәргә бәләкәйҙән ынтыла, математика, физика, информатика дәрестәрен айырыуса ярата. Киләсәктә нефть йәки авиация университетында уҡырға хыяллана.
Айгөл Күскилдина әйтеүенсә, ул улында лидерлыҡ сифаттарын күрә, ошо һыҙатты Сыңғыҙҙа үҫтерергә теләй.
Айгөл Өмөтбаева фотоһы.
Читайте нас