Сентябрҙә иң матур көн, әлбиттә, көҙ миҙгеленең тәүге иртәһе, кескәйҙәрҙе мәктәпкә әйҙәгән Белем көнө. Балаларҙы ғына түгел, ата-әсәне лә, олатай-өләсәйҙәрҙе лә тулҡынланырға мәжбүр иткән һәм күңелле мәктәп йылдарын хәтергә төшөргән йәмле лә, йәнле лә көн был.
Өфөнөң 49-сы ҡала мәктәбе биләмәһе йәйге тынлыҡтан һуң гөрләп торған сәскәле болондо хәтерләтә. Матур формаларҙағы бәләкәстәр, нурлы йөҙҙәр, көҙгө йылы ҡояш – барыһы ла байрамса!
Быйыл 107 бала беренсе класҡа уҡыуға төшә. 1025 уҡыусы бер сменала белем аласаҡ. Яңы уҡыу йылының үҙенсәлекле шарттарҙа башланыуын иҫәпкә алып, бөтә санитария-гигиена талаптарын үтәү буйынса саралар ҡаралған.
Мәктәп директоры Светлана Хәтмулла ҡыҙы Ғәзизова башҡорт һәм рус телдәрендә уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе яңы уҡыу йылы башланыуы менән ихлас ҡотлап, мәктәп ишеген тәү башлап асып инәсәк кескәйҙәргә уңыштар, өлкәндәргә түҙемлек теләне. Оло ҡаҙаныштар, артылаһы үрҙәр, хеҙмәт юлы тап ошо мәктәп һуҡмағынан башланасаҡ бит.
Меңдән ашыу уҡыусыға 55 уҡытыусы белем бирәсәк, фән серҙәрен үҙләштерергә өйрәтәсәк. 49-сы мәктәптең танылған спорт мәктәбе менән йәнәш урынлашыуы ла отошло, сөнки заманса, ҡеүәтле, яҡшы йыһазландырылған базала шөғөлләнеү үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай.
– Уҡыусыларыбыҙҙың яртыһынан күбеһе спорттың төрлө йүнәлештәрендә әүҙем шөғөлләнә, ярыштарҙа уңыштар яулай. Былтыр “Рәсәйҙең иң яҡшы ун мәктәбе” Бөтә Рәсәй конкурсында лауреат булдыҡ, “Спорт ҡаҙаныштары лидеры” дипломын алдыҡ, – ти мәктәп етәксеһе Светлана Хәтмулла ҡыҙы ҙур ғорурлыҡ менән. – Ә педагог Светлана Рыбалкина “Йылдың иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы” исемен яуланы.
Коллектив белем биреүҙең башҡа йүнәлештәрендә лә һөҙөмтәле эшләй. Былтыр Бөтә Рәсәй конкурсының “Белем биреүҙә инновациялы ҡараш” номинацияһында еңеүсе булған. Мәктәп уҡыусыларының ҡаланың Октябрь районында ГТО нормаларын үтәү буйынса алдынғылыҡ бирмәүе лә билдәле. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын лайыҡлы ҡаршылап, “Башҡортостан - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында” тип аталған музей булдырғандар, быйыл да уның эшен йәнләндереү, тулыландырыу буйынса пландары ҙур. Ҡала бюджетынан ошо маҡсатҡа 200 мең һум аҡса бүленгән.
Өфөләге 49-сы ҡала мәктәбе уҡыу шарттары буйынса хәҙерге заманса мөһабәт уҡыу йорттарынан ҡайтышыраҡ, әлбиттә. Ярты быуатҡа яҡын ғүмер кисергән бина менән бөгөнгө белем һарайҙарын сағыштырырлыҡ булмаһа ла, бында уҡытыу, тәрбиә эштәре юғары кимәлдә. Уҡытыусылар коллективы берҙәм, булдыҡлы. “Киләһе йылда мәктәп бинаһына капиталь ремонт үткәрергә йыйынабыҙ, 129 миллион һумлыҡ смета әҙерләнгән”, – ти Светлана Хәтмулла ҡыҙы.
Мәктәп уҡыусыларға технологик һәм социаль-иҡтисади йүнәлештәрҙә белем бирелә. Рәсәй Геройҙары, Дәүләт Думаһы депутаттары, илдең күренекле сәнғәт йондоҙҙары уҡыусылар менән осрашыуҙарға йыш килә. Йыл әйләнәһенә ҡаҙандай ҡайнап торған белем усағы быйыл да ут-дәртен һүрелтмәҫ, тик мәкерле коронавирус ҡына ҡамасаулай күрмәһен.
Әйткәндәй, уҡыу йылы башынан бында ла дүрт медицина инспекторы эш башлаған. Санитария-гигиена талаптарын боҙоуға юл ҡуйылмаҫ, тип өмөтләнә мәктәп коллективы.
Мәсетле районы ҡыҙы, ун йыл инде ҡала мәктәбенә уңышлы етәкселек иткән Светлана Хәтмулла ҡыҙы өсөн дә ҡыңғыраулы иртә башланды. Һәр көндөң уңған коллективҡа иҫтә ҡалырлыҡ яңылыҡтар, көтөлмәгән асыштар, яңы артылыштар бүләк итеүен теләйбеҙ.