Бөгөн 1 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Яңауыл районында. Төбәк етәксеһе коррекциялы мәктәп-интернатының яңы бинаһын асты, райондың социаль һәм мәҙәни учреждениеларында булды, йәмәғәт биләмәләрендә төҙөкләндереү барышы менән танышты.
Яңауыл ҡалаһында Радий Хәбиров һаулығында сикләүҙәр булған балалар өсөн яңы коррекциялы мәктәп-интернат бинаһын асыу тантанаһында ҡатнашты. Бында республиканың 27 ҡала һәм районында йәшәгән 160 бала белем ала. Уларҙың 33-ө – етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар.
1962 йылда төҙөлгән мәктәп-интернаттың иҫке бинаһы дүрт йыл элек авария хәлендә тип танылған. Яңы корпус төҙөү проектын Республика адреслы инвестиция программаһына индерәләр. Эштәрҙе 2018 йылдың октябрендә башлайҙар. Яңы бина 190 бала өсөн мәктәп, 170 бала өсөн интернатты берләштерә. Бында барлыҡ ярҙамсы биналар – спорт залы, музыка залы, оҫтаханалар инә, шулай уҡ тышта спорт майҙансыҡтары бар. Корпустың иҫке бинаһын һүтеп алғандар. Төҙөлөшкә иһә 366,6 миллион һум аҡса тотонолған.
Радий Хәбиров уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы яңы шарттарҙа башланған яңы уҡыу йылы менән ҡотланы.
– Һеҙҙең менән бергә ҡыуаныр өсөн бында килмәй ҡала алманым. Был мәктәп күптәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Башҡортостан Башлығы. – Балалар өсөн был тыуған йорт, һеҙ бында белем алаһығыҙ, камиллашаһығыҙ, ҙураяһығыҙ. Уҡытыусылар өсөн – был ҙур миссия. Балалар менән йылы эшләгәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ. Төҙөүселәргә лә ҙур рәхмәт, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә матур бинаны төҙөп бөттөгөҙ. Бында ысынлап та яҡшы кәйеф менән эшләргә була.
Мәктәп-интернат директоры Нуриҙә Хафизова белдереүенсә, яңы бинаны асыу тәрбиәләнеүселәр, уҡытыусылар һәм бар район өсөн бик әһәмиәтле ваҡиға.
– Ошондай матур бина өсөн беҙ бик рәхмәтле, – тине Нуриҙә Хафизова. – Бөгөн һаулығында сикләүҙәр булған балалар республиканан ошондай ҙур бүләк алды. Ә педагогтар яңы шарттарҙа уҡытыу-тәрбиә эше сифатын тағы ла күтәреү өсөн тырышасаҡ.
Тантананан һуң Радий Хәбиров уҡыу кабинеттарын, музыка һәм спорт залын, балалар йәшәгән бүлмәләрҙе, ашхананы ҡарап сыҡты. Уҡытыусылар һәм тәрбиәләнеүселәр менән аралашты. Нуриҙә Хафизова белдереүенсә, был Яңауылдағы мәктәп-интернат республиканың төньяҡ-көнбайышындағы һаулығы сикләгән балалар һәм етемдәр өсөн берҙән-бер белем биреү, тәрбиәләү һәм дауа-профилактика ярҙамы күрһәтеүсе учреждение.
Төбәк етәксеһе 2024 йылға тиклем Башҡортостандың бөтә биләмәһен ялмап алған муниципалитет-ара үҙәктәр селтәре булдырырға кәрәк тигән фекер әйтте.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.