Бөгөн балалар ашҡынып мәктәпкә барҙы. Ә Стәрлетамаҡ районының Шахтау ауылында икеләтә ҡыуаныслы ваҡиға – бында яңы мәктәп асылды. Был матур байрам менән балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, уның урынбаҫары Радик Ғәлиев һәм мәктәп директоры Нәсимә Ҡасимова тәбрикләне.
– Яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайым. Беренсе класс уҡыусылары өсөн был көн оҙаҡ йылдарға хәтерҙә ҡаласаҡ, сөнки улар беренсе тапҡыр парта артына ғына ултырып ҡалмай, ә уҡыу йылын яңы мәктәптә башлай. Бөтә уҡыусыларға ла ныҡлы һаулыҡ, ә ата-әсәгә – сабырлыҡ теләйем, – тине Владимир Куликов.
340 урынлыҡ мәктәпте 2018 йылдың апрелендә төҙөй башлағандар. Уҡыу йортоноң дөйөм майҙаны – 6800 квадрат метр. Төҙөүсеһе – “А-Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Мәктәптә иркен кластар, спорт залы, музыка залы, медицина һәм аҙыҡ-түлек блогы, китапхана бар. Бында Шахтауҙан ғына түгел, ә яҡындағы Стәрлетамаҡ һәм Ишембай районы ауылдарынан да балалар килеп уҡыясаҡ.
Стәрлетамаҡта күңелле ваҡиғалар бының менән генә сикләнмәне. Артабан хакимиәт башлығы ҡаланың 7-се мәктәбе янындағы яңы күп функциялы спорт майҙансығын асыу тантанаһында ҡатнашты. Был ваҡиғаны күптәр бик көттө, ул депутаттар әүҙемлеге һәм “Аныҡ эштәр” проекты ярҙамында мөмкин булды.
Универаль спорт майҙансығы уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттарҙа спорттың бик күп төрҙәре менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бирә. Бында футбол, волейбол, баскетбол һәм хоккей уйнарға мөмкин. Уйын майҙансығы 26-ға 40 метр. Был Стәрлетамаҡтағы 12-се ошондай күп функциялы спорт майҙансығы. Тимәк ҡаланың һәр өсөнсө мәктәбендә улар бар.