Бөгөн Өфө районының Чесноковка ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Юлдаш” белем биреү үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты. Ул уҡыусыларға һәр яҡлап үҫеш һәм уҡыуҙа уңыштар теләне.
“Корунд” төҙөлөш компанияһы етәксеһе Игорь Иксанов мәктәп директоры Марина Чугуноваға яңы бинаның символик асҡысын тапшырҙы. Артабан кескәйҙәр өсөн тәүге мәктәп ҡыңғырауы яңғыраны.
Башҡортостан Башлығы белем биреү үҙәгенең эше менән танышты. Комплекс 490 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәпте һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһын үҙ эсенә ала. Улар үҫеш өсөн кәрәкле йыһаз, ҡорамалдар менән тәьмин ителгән, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә. Проекттың хаҡы – 456 миллион һум, шуның 130 миллион һумы федераль бюджеттан бүленгән.
Радий Хәбиров уҡыу кластарын, заманса ашхананы ҡарап сыҡты, үҙәктәге шарттарға ыңғай баһа бирҙе.