Белем һәм тәрбиә
1 Сентябрь 2020, 09:30

Ҡыуаныслы көн

Аҡ юл теләйбеҙ бөтә уҡыусыларға!

Республика мәктәптәрендә Белем көнө тантаналары уҙа. Оҙайлы айырылышыуҙан арыған балалар ҙур теләк менән, бер-береһен һағынышып килгән.
Тантаналы сара Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында ла бара. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, байрамды бер нисә өлөшкә бүлеп үткәрәләр. Тәүҙә XI - IX класс уҡыусыларын тәбрикләнеләр. Белем байрамы менән ҡотлап гимназия директоры Зөлфиә Ғәлиәнова сығыш яһаны, сығарылыш уҡыусылары ҡаҙаныштары менән уртаҡлашып, балаларға уҡыуҙа уңыштар теләне.
Эйе, ҡәҙерләп үҫтергән балаларыбыҙың уҡырға барыуы беҙҙең өсөн дә оло байрам ул. Беҙ ҙә бөгөн мәктәпкә барған һәр уҡыусыға уңыштар теләйбеҙ!
Автор фотоһы.
Читайте нас