"Юлдаш" радиоһының инде күптән билдәлелек алған "Теге өсәү" триоһының сентябрь айы йыры Белем көнөнә арналды. Унда балаларҙы мәктәпкә йыйыу, коронавирустан һаҡланыу маҡсатында битлек кейеү, мәктәптәрҙә ата-әсәләрҙән аҡса йыйыу, хатта офшорға киткән аҡсалар мәсьәләһе лә күтәрелә.