Ошо көндәрҙә Октябрьскийҙың 19-сы коррекция мәктәбендә һәм Бәләбәй коррекция мәктәбендә иҫтәлекле ваҡиға булды – “Изге мәктәп”тәр асылды.
Был проект республикала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы уҡытыу өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсатында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ул үҙешендә үҙенсәлектәре булған уҡыусыларға белем биреү программаларын яҡшыраҡ үҙләштереү мөмкинлеген бирәсәк һәм һәләттәрен тулыраҡ тормошҡа ашырыу, һөнәри йүнәлеште күҙалларға булышлыҡ итәсәк. “Изге мәктәп”тә үҙенсәлекле балаларға уҡыу, аралашыу, кәмселектәрен төҙәтеү өсөн асыҡ мөхит һәм уңайлы шарттар булдырылған.
Башҡортостанда ошондай учреждениеларҙы йыһазландырыуға федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 15 миллион һум аҡса бүленгән.
Әүәлге мәктәптәрҙәге уҡыу кластары яңыртылған, дауалау физкультураһы кабинеттарына адаптив физик культура менән шөғөлләнеү өсөн яңы ҡорамалдар ҡуйылған, һанлы техника менән тәьмин ителгән лабораториялар, оҫтаханалар асылған.
Фото: education.bashkortostan.ru