Белем һәм тәрбиә
4 Сентябрь 2020, 07:54

Көҙҙөң иң матур көнө

Ҡыңғыраулы иртә уҡыусыларҙы йыйҙы.

Сентябрҙә иң матур көн, әлбиттә, көҙ миҙгеленең тәүге иртәһе, кескәйҙәрҙе мәктәпкә әйҙәгән Белем көнө. Балаларҙы ғына түгел, ата-әсәләрҙе лә, олатай-өләсәйҙәрҙе лә тулҡынланырға мәжбүр иткән һәм күңелле мәктәп йылдарын хәтергә төшөргән йәмле лә, йәнле лә мәл был.


Өфөнөң 49-сы мәктәбе биләмәһе йәйге тынлыҡтан һуң гөрләп торған сәскәле болондо хәтерләтә. Матур кейемдәрҙәге бәләкәстәр, нурлы йөҙҙәр, сағыу ҡояш – барыһы ла байрамса!
Быйыл 107 бала беренсе класҡа уҡырға килә. 1025 уҡыусы бер сменала белем аласаҡ. Яңы уҡыу йылының үҙенсәлекле шарттарҙа башланыуын иҫәпкә алып, бөтә санитария-гигиена талаптарын үтәү буйынса саралар ҡаралған.
Мәктәп директоры Светлана Ғәзизова, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе яңы уҡыу йылы башланыуы менән башҡорт һәм рус телдәрендә ихлас ҡотлап, мәктәп ишеген тәү башлап асып инәсәк кескәйҙәргә уңыштар, өлкәндәргә түҙемлек теләне. Оло ҡаҙаныштар, артылаһы үрҙәр, хеҙмәт юлы тап ошо мәктәп һуҡмағынан башланасаҡ бит.
Меңдән ашыу уҡыусыға 55 уҡытыусы белем бирәсәк, фән серҙәрен үҙләштерергә ярҙам итәсәк. 49-сы мәктәптең танылған спорт мәктәбе менән йәнәш урынлашыуы ла отошло, сөнки заманса, ҡеүәтле, яҡшы йыһазландырылған базала шөғөлләнеү үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай.
– Уҡыусыларыбыҙҙың яртыһынан күбеһе төрлө спорт төрҙәре менән әүҙем шөғөлләнә, ярыштарҙа уңыштар яулай. Былтыр “Рәсәйҙең 10 иң яҡшы мәктәбе” конкурсында лауреат булдыҡ, “Спорт ҡаҙаныштары лидеры” дипломын алдыҡ, – ти мәктәп етәк­сеһе Светлана Хәтмулла ҡыҙы ҙур ғорурлыҡ менән. – Ә физкультура уҡытыусыһы Светлана Рыбалкина “Йылдың иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы” исемен яуланы.
Коллектив белем биреүҙең башҡа йү­нәлештәрендә лә һөҙөмтәле эшләй. Былтыр Бөтә Рәсәй конкурсының “Белем би­реүҙә инновациялы ҡараш” номинация­һында еңеүсе булғандар. Мәктәп уҡыусылары ҡаланың Октябрь районында ГТО нормаларын үтәү буйынса ла алдынғылыҡты бирмәй. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын лайыҡлы ҡаршылап, “Башҡортостан – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында” тип аталған музей булдырғандар, быйыл да уның эшен йәнләндереү, тулыландырыу буйынса пландары ҙур. Ҡала бюджетынан ошо маҡсатҡа 200 мең һум аҡса бүленгән.
Өфөләге 49-сы мәктәп уҡыу шарттары буйынса хәҙерге заманса мөһабәт уҡыу йорттарынан ҡайтышыраҡ, әлбиттә. Ярты быуатҡа яҡын ғүмер кисергән бина менән бөгөнгө белем һарайҙарын сағыштырырлыҡ булмаһа ла, бында уҡытыу, тәрбиә эштәре юғары кимәлдә. Уҡытыусылар коллективы берҙәм, булдыҡлы. “Киләһе йылда мәктәп бинаһына капиталь ремонт үткәрергә йыйынабыҙ, 129 миллион һумлыҡ смета әҙерләнгән”, – ти Светлана Хәтмулла ҡыҙы.
Мәктәп уҡыусыларға ике йүнәлештә – технологик һәм социаль-иҡтисади белем бирә. Рәсәй Геройҙары, Дәүләт Думаһы депутаттары, илдең күренекле сәнғәт йондоҙҙары уҡыусылар менән осрашыу­ҙарға йыш килә. Йыл әйләнәһенә ҡаҙан­дай ҡайнап торған белем усағы быйыл да ут-дәртен һүрелтмәҫ, тик мәкерле коронавирус ҡына ҡамасаулай күрмәһен.
Әйткәндәй, уҡыу йылы башынан бында ла дүрт медицина инспекторы эш башлаған. Санитария-гигиена талаптарын боҙоуға юл ҡуйылмаҫ, тип өмөтләнә мәктәп коллективы.
Мәсетле районы ҡыҙы, ун йыл инде ҡала мәктәбенә уңышлы етәкселек иткән Светлана Ғәзизова өсөн дә ҡыңғыраулы иртә башланды. Уңған коллективҡа һәр көндөң иҫтә ҡалырлыҡ яңылыҡтар, көтөлмәгән асыштар, яңы артылыштар бүләк итеүен теләйбеҙ.


Өфө ҡалаһы.
Читайте нас