Белем һәм тәрбиә
10 Сентябрь 2020, 12:05

Белемде практикала һынарҙар

Бөгөн Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында дүрт заманса оҫтахана асыла.

Бөгөн Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында дүрт заманса оҫтахана асыла. Хәҙер колледж студенттары алған белемен практикала файҙаланып ҡараясаҡ.
Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, яңы оҫтаханалар социаль өлкәнең башланғыс кластарҙа уҡытыу, мәктәпкәсә тәрбиә, башланғыс коррекция кластарында белем биреү, хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге кеүек өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса эшләйәсәк. Уҡыу йорто ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты составына ингән “Йәш профессионалдар” федераль проекты нигеҙендә матди-техник базаны моденизациялауға федераль ҡаҙнанан субсидия алыу һөҙөмтәһендә яңыртылды.
Һатып алынған лаборатор һәм уҡытыу-етештереү ҡорамалдары, шулай уҡ белем биреүҙе программа һәм методика менән тәьмин итеү "Ворлдскиллс"тың инфраструктур талаптарына тулыһынса яуап бирә.
Фото: vk.com
Читайте нас