Белем һәм тәрбиә
12 Сентябрь 2020, 17:20

Балтастарҙа - оло ҡыуаныс

Балтас районының Штәнде ауылында шатлыҡлы ваҡиға булды - өр-яңы мәктәп асылды.

Кисә Балтас районының Штәнде ауылында шатлыҡлы ваҡиға булды - өр-яңы мәктәп асылды.
“Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект” программаһы буйынса төҙөлгән белем биреү усағы өсөн 144 миллион һумдан күберәк аҡса бүленгән.
Майҙаны 3786 квадрат метр тәшкил икән бинала 80 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп, шулай уҡ 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы урынлашҡан. Уларҙың икеһе лә заман һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Бинаның һәр яғындағы киң инеү урыны, коридорҙар, дүрт баҫҡыс йүнәлеше, авариялы сығыу урындары кешеләргә иркен йөрөүҙе тәьмин итә.
Һәр кабинетта парталар, ултырғыстар һәм өҫтәлдәр уҡытылған фәнгә ярашлы ҡуйылған. Мультимедиялы ҡорамалдар уҡыу процесын заманға ярашлы алып барыу мөмкинлеген бирә.
Ҙур тәҙрәләр кабинеттарҙы яҡты итә, уларҙан ауыл күренештәре асыла.
Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым махсус хеҙмәт дәресе кластары булдырылған. Егеттәр ағас эшен өйрәнһә, ҡыҙҙар тегеү, ашарға бешереү серҙәренә төшөнәсәк.
Уҡыу залы булған китапхана ла бар. Медкабинет эшләй, ашханала бер юлы 50 кеше туҡлана ала. Кухняға санитар-эпидемиологик талаптарға яуап биргән заман ҡорамалдары ҡуйылған.
Хеҙмәткәрҙәр өсөн душ кабиналары булған санитар бүлмәләр бар.
Мәжбүри елләтеү системаһы бина эсен саф һауа менән тәьмин итә. Спорт залында төрлө йүнәлештәр буйынса шөғөлләнеү мөмкинлеге ҙур.
Бынан тыш, бина эргәһендәге биләмәлә төрлө спорт ҡорамалдары комплексы урынлашҡан, баскетбол майҙаны, йүгереү юлы булған футбол яланы, гимнастика блогы бар. Барлыҡ спорт майҙандары хәүефһеҙлекте тәьмин иткән махсус резина менән ҡапланған.
Балалар баҡсаһы 20-шәр балалыҡ ике төркөмгә иҫәпләнгән. Улар өсөн бөтөн шарттар бар.
Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиза Субушев: "Заманса объект Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы алдынғыһы, районда белем биреү системаһын ойошторған Әниф Әкрәм улы Әкрәмов исемен йөрөтәсәк. Был мәктәптә киләсәктә районды ғына түгел, тотош республиканы данлаясаҡ балалар уҡыясағына иманым камил", – тине.
Фотолар: "Бәйләнештә".
Читайте нас