Белем һәм тәрбиә
12 Сентябрь 2020, 08:30

Иң өлкән педагог ниндәй фекерҙә?

Өфөлә “Киләсәк уҡытыусыһы” һөнәри конкурсының Волга буйы федераль округындағы ярымфиналы дауам итә.

Өфөлә “Киләсәк уҡытыусыһы” һөнәри конкурсының Волга буйы федераль округындағы ярымфиналы дауам итә.
Сара "Мәғариф" милли проектының “Һәр кемгә социаль лифт” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Ул – “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының өр-яңы проекты.
Әлеге конкурста көс һынашҡандарҙың 18-е – көслө зат, ҡалғаны – ҡатын-ҡыҙ. 35 йәшкә тиклемгеләр – 45. Иң йәш өлкән вожатый – Лариса Малыгина, уға 22 йәш. Түбәнге Новгород ҡалаһының 85-се айырым предметтарҙы тәрәндән өйрәнеү мәктәбендә эшләй. Ә иң өлкән уҡытыусы Башҡортостандан – Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә инглиз телен уҡытҡан Лидия Агаеваға 58 йәш.
"Көслө командалар килгән, был тағы ла сәмлерәк ярышырға көс бирә", – ти Лидия Николаевна.
Автор фотоһы.
Читайте нас