Белем һәм тәрбиә
14 Сентябрь 2020, 09:50

Балалар өсөн шәп урын

Рәсәй Президенты грантының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән конкурсы еңеүсеһе булды һәм 390 мең һум аҡса алды.

Стәрлетамаҡ районының Рощинский ауыл модель китапханаһында "Клуб ОК" интеллектуаль үҫеш студияһы асылды.
Стәрлетамаҡ районының хәйриә фонды менән Үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренең берлектәге был проекты Рәсәй Президенты грантының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән конкурсы еңеүсеһе булды һәм 390 мең һум аҡса алды.
Ауыл китапханаһы – ижади, интеллектуаль шөғөлдәр, осрашып аралашыу, төрлө һәләттәрҙе үҫтереү, йәш быуынды тәрбиәләү урыны. Мәғлүмәт технологиялары секторы мөдире Оксана Владимировна Бобырь ошо маҡсаттан сығып, интеллектуаль үҫеш студия асырға ҡарар итә лә инде. Бының өсөн китапханала бөтә уңайлы шарттар бар: яңы ремонт эшләнгән, 285 үҫтереү уйыны булған сенсор өҫтәл, 3D-ручкалар, ике компьютер, телевизор, йомшаҡ йыһаз, китап стеллаждары...
Грант аҡсаһынан тыш, Рощинский ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан да ярҙам күрһәтелгән. Уның иҫәбенә урам һәм эске баннерҙар, стеллаждар, кәштәләр һатып алынған.
Проектты тормошҡа ашырыу барышында балалар менән өҫтәл уйындарын ҡулланып логик фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, 3D-моделләү, уҡыу фильмдары ҡарау, тренингтар үткәреү планлаштырыла. Киләсәктә китапханасылар күрше-тирә ауылдарҙан да ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә йыйына.
Фото: mgazeta.com
Читайте нас