Белем һәм тәрбиә
13 Сентябрь 2020, 20:00

Тәжрибә тупланды, фекерҙәштәр артты

Өфөлә өс көн барған “Киләсәк уҡытыусыһы” һөнәри конкурсының Волга буйы федераль округындағы ярымфиналы тамамланды.

Өфөлә өс көн дауамында барған “Киләсәк уҡытыусыһы” һөнәри конкурсының Волга буйы федераль округындағы ярымфиналы тамамланды.
Ул "Мәғариф" милли проектының “Һәр кемгә социаль лифт” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырылды. Был һөнәри конкурс – “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының өр-яңы проекты.
Етәксеһе Андрей Богданцевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ярыш педагогтарға тәжрибә туплау йәһәтенән этәргес көс булып тора. Бынан тыш, һәр кем илебеҙҙең төрлө тарафынан фекерҙәштәр тапҡан.
Конкурс Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында үткәрелде. Ойоштороусылар барлығы 6 724 заявка ҡабул итеп, ярымфиналға илебеҙҙең 12 төбәгенән 45 команда үткәйне. Түбәнге Новгород (туғыҙ команда), Ырымбур (дүрт), Һамар (өс), Пенза (бер), Һарытау (бер), Татарстан (туғыҙ), Мордовия (бер), Удмурт Республикаһы (бер), Сыуаш Республикаһы (өс), Мари Иле (бер), Пермь крайы (ете) конкурсанттары менән бер рәттән Башҡортостан уҡытыусыларынан биш команда көс һынашты.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се лицейынан инглиз теле уҡытыусыһы Лилиә Хөснөтдинованың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул бәләкәй саҡта патологоанатом булырға хыялланған. Кешенең эске донъяһын өйрәнергә теләгән. Әммә бер аҙҙан эске донъяны белем менән тулыландырған уҡытыусынан мөһимерәк һөнәр юҡлығын аңлаған. Ә ошо уҡ белем усағынан Елена Пояркова менән Лидия Агаева өсөн педагоглыҡ - бәләкәйҙән ынтылған йүнәлеш.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин барыһын да конкурсты һөҙөмтәле тамамлау уңайынан ҡотланы, артабан да уңыштар юлдаш булыуын теләне.
Автор фотоһы.
Читайте нас