Өфөлә өс көн дауамында “Киләсәк уҡытыусыһы” тигән профессиональ конкурстың Волга буйы федераль округындағы ярымфиналы үтте. Был конкурс “Мәғариф” милли проектының “Һәр кемгә – социаль лифт” федераль проектына ярашлы ойошторола. Ул “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының өр-яңы проекты булып тора.
Ярыш майҙаны итеп Өфө ҡалаһы осраҡлы һайланмаған, сөнки мәғариф өлкәһе тәңгәлендә алдынғы тәжрибәне бүтәндәргә таратыу йәһәтенән Башҡортостан барыһына ла өлгө һанала.
Конкурсты асыу тантанаһында ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров сәләмләне, барыһына ла уңыштар теләне, сараның үҫеш йәһәтенән уҡытыусыларға ҙур мөмкинлектәр асыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, педагогтарға фиҙакәр хеҙмәттәре, еңел булмаған һөнәргә тоғролоҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Конкурсты ойоштороусыларҙың нәҡ Өфөнө һайлауы шатлыҡлы, һеҙҙе ҡунаҡсыл Башҡортостан ерендә сәләмләүебеҙгә шатбыҙ, – тине Фәнүр Мөхәррәм улы. – Илебеҙҙә мәғариф тармағына ҙур иғтибар бүленә, өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – өр-яңы шарттарҙа эшләгән белгестәр әҙерләү. Һис кенә лә арттырыу түгел, әммә илебеҙҙең, төбәгебеҙҙең, яңы быуындың киләсәге тап һеҙгә – үҙ һөнәренең оҫтаһы булған уҡытыусыларға туранан-тура бәйле.
Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ректоры, фән докторы Азат Йәнгиров әйтеүенсә, конкурсты юғары кимәлдә үткәреү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләгәндәр, республика етәкселеге яғынан да ҙур ярҙам тойғандар.
“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһының “Киләсәк уҡытыусыһы” проекты етәксеһе Андрей Богданцевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, был конкурс педагогтарға тәжрибә туплау йәһәтенән этәргес көс булып тора. Бынан тыш, ул илдең төрлө тарафтарынан йыйылған уҡытыусыларға аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әйләнгән.
Әлеге конкурста көс һынашҡандарҙың 18-е – көслө зат, ҡалғаны ҡатын-ҡыҙ ине. Иң йәш вожатый – Лариса Малыгина, уға 22 йәш, Түбәнге Новгород ҡалаһының 85-се айырым предметтарҙы тәрәндән өйрәнеү мәктәбендә эшләй. Ә иң өлкән уҡытыусы Башҡортостандан – Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 1-се лицейҙың инглиз теле уҡытыусыһы Лидия Агаева, уға – 58 йәш.
Волга буйы федераль округы кимәлендәге бәйгегә 6724 ғариза ҡабул ителеп, ярымфиналға илебеҙҙең 12 төбәгенән 45 команда үткәйне. Конкурсанттар Түбәнге Новгород, Ырымбур, Һамар, Пенза, Һарытау, Татарстан, Мордва, Удмурт, Сыуаш республикалары, Мари Иле, Пермь крайынан йыйылды. Ә Башҡортостандан уҡытыусыларҙың биш командаһы көс һынашты.
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 1-се лицейҙың инглиз теле уҡытыусыһы Лилиә Хөснөтдинованың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул бүтәндәр шикелле бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланмаған, табип булырға теләгән. Әммә тормош беҙҙең хыялдарҙы үҙенсә үҙгәртеп тә ебәрә. Лилиә ханым изге уҡытыусы һөнәрен һайлауына һис тә үкенмәй.
– Бәләкәйҙән уҡытыусылыҡҡа ынтылдым. Көн дә таҡтаға күп итеп яҙғым килде. Педагогик университетҡа уҡырға индем, унан туп-тура мәктәпкә эшкә урынлаштым, – тип һөйләй ошо уҡ белем усағының математика уҡытыусыһы Елена Пояркова. Бына шундай үҙ һөнәренең оҫталары йыйылған ине был бәйгегә.
Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин барыһын да конкурс тамамланыу айҡанлы ҡотланы, артабан да уңыштар юлдаш булыуын теләне. “Балаларҙы уҡытыу – ул яуаплы һәм рәхмәтле эш, – тине Айбулат Вәкил улы. – Оҫталыҡ үҙенән-үҙе килмәй, ул фиҙакәр хеҙмәткә һәм бай тәжрибәгә бәйле”.
Бәйге өс көн дауамында барҙы һәм “Педагогик дебют”, “Методик конструктор” һәм “Кейс-уйын” педагогик өсмөйөшөн үҙ эсенә алды. Үҙ сиратында, еңеүсе команда финалда ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Шуныһы ҡыуаныслы: еңеүселәр араһында Башҡортостандың бер командаһы ла бар. Дүртөйлө ҡалаһындағы 2-се лицей уҡытыусылары Альбина Ғилемйәнова (инглиз теле), Эльвира Нуретдинова һәм Ольга Шәйхетдинова (икеһе лә математика уҡытыусыһы) конкурстың финалында республикабыҙ намыҫын яҡлаясаҡ.