Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Дыуан районында булды. Ул ауыл хужалығы предприятиелары, социаль объекттар эшмәкәрлеге менән танышты, ауылдарҙы төҙөкләндереү барышын ҡараны.
Ярославка ауылында төбәк етәксеһе “Ярославский” ауыл хужалығы предприятиеһында булды. Быйыл август аҙағында “Инвестиция сәғәте” ултырышында бында юғары категориялы бөртөклө ашлыҡ, ҡуҙаҡлы иген һәм майлы культуралар орлоҡтары үҫтереү буйынса проект раҫланғайны. Бөтәһе 147 миллион һум аҡса һалынған.
Хужалыҡ рәйесе Владимир Храмцов белдереүенсә, улар эшмәкәрлектең был төрө өсөн яраҡлылыҡ сертификаты алған. Төҙөүселәр игенде таҙартыу комплексы төҙөй башлаған, иген киптереү ҡорамалын яңыртҡан. Шулай уҡ инвестор ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдарының бер өлөшөн һатып алған.
– Ауыр иҡтисади хәлгә ҡарамай, беҙ ауыл кешеләренә мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ. Агросәнәғәт комплексына булышлыҡ сараларын киңәйтергә йыйынабыҙ. Проекттарҙы субсидиялау өсөн һалынған 700 миллион һумды шулай уҡ инвесторҙарға ебәрәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Был йәһәттән “Росагролизинг” компанияһының да ҡыҙыҡлы тәҡдимдәре бар, улар менән хеҙмәттәшлек киңәйтеләсәк.
Таҙтүбә ауылында Башҡортостан Башлығы урындағы халыҡ менән аралашты. Улар намыҫһыҙ подрядсы арҡаһында яңы мәктәптең һаман төҙөлөп бөтмәүенә бәйле проблемалары менән уртаҡлашты.
2018 йылдың ноябрендә Дыуан районына эш сәфәре менән килгән сағында Радий Хәбиров 1974 йылда төҙөлгән авария хәлендәге был бинаны ҡарап сыҡҡайны. Ул саҡта 120 урынлыҡ яңы мәктәпте төҙөүҙе 2020 йылға Республиканың адреслы инвестиция программаһына индерергә ҡушҡайны.
– Мин хәлде беләм. Иң мөһиме, мәктәптең проекты әҙер, төҙөлөш өсөн аҡсаны табырбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, конкурс процедураларында ҡайһы саҡта ошондай ойошмалар ҙа ҡатнаша шул, – тине Радий Хәбиров. – Бөтә процедураларҙы ла яңынан үткәрәсәкбеҙ һәм объектты киләһе йылдың сентябренә төҙөп бөтөргә тырышасаҡбыҙ. Был мәсьәлә менән вице-премьер Рәйеф Абдрахманов шөғөлләнәсәк.
Быйыл 260 йыллығын билдәләгән Дыуан ауылында Радий Хәбиров былтыр “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы төҙөлгән урындағы социаль-мәҙәни үҙәкте ҡарап сыҡты. 99,9 миллион һум торған объектты федераль бюджеттан финанслағандар. Бынан тыш, республика уны йыһазландырыу өсөн 19 миллион һум аҡса бүлгән.
Ике ҡатлы 300 ултырыр урыны булған был бинала балалар сәнғәте мәктәбе кластары, күргәҙмәләр залы, кинозал һәм китапхана урынлашҡан.
Халыҡ китап фондын яңыртыу кәрәклеге тураһында әйтте. Радий Фәрит улы китапхана өсөн кәрәкле китаптар исемлеген төҙөргә тәҡдим итте. Шулай уҡ урындағы халыҡ Дыуан урта мәктәбе хәленә лә иғтибар итеүҙе һәм уға косметик ремонт эшләүҙе һораны. Башҡортостан Башлығы ремонтты 2021 йыл планына индерергә вәғәҙә бирҙе. Ул шулай уҡ яңы спорт объекттары тураһында һөйләне һәм ата-әсәләрҙән грипҡа ҡаршы вакцина эшләтеүҙе һораны.
– Ике йыл эсендә беҙ Мәсәғүттә бассейн һәм боҙ һарайы төҙөйәсәкбеҙ. Шулай итһәк, Дыуан районы республиканың төньяҡ-көнсығышындағы ҡеүәтле үҙәгенә әйләнер тип ышанам, – тине ул.
Район үҙәгендә Радий Фәрит улы Дыуан күп профилле колледжында булды. Бында ауыл хужалығы белгестәре һәм башҡа эшсе һөнәрҙәргә әҙерләйҙәр. 1930 йылда аграр техникум булараҡ барлыҡҡа килгән был уҡыу йорто, 2014 йылда төбәктең биш һөнәри техникумы ҡушылып, колледжға әүерелгән.
Уҡыу йорто директоры Талип Фазлаев белдереүенсә, бында тракторсы-машинист, ашнаҡсы-кондитер, иретеп йәбештереүсе, төҙөлөш эштәре мастерҙары, агроном, ветеринар, автомеханик һәм электромонтер кеүек һөнәрҙәргә уҡыталар. Уҡыу йортоноң филиалдары Ярославка, Үрге Ҡыйғы, Малаяҙ, Яңы Балаҡатай, Оло Ыҡтамаҡ ауылдарында эшләй.
Радий Хәбиров колледждың матди-техник базаһын нығытыу мәсьәләһен тикшерҙе, шулай уҡ йылҡысылыҡ һөнәренә уҡытыуҙы ойоштороу кәрәклеге тураһында әйтте. Мәғариф һәм фән министрлығына уҡыу йортоноң ашханаһын ремонтлау, автобус алыу мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
Мәсәғүт ауылында төбәк етәксеһе төҙөлөп ятҡан Төньяҡ биҫтәһен ҡараны. Район хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев белдереүенсә, 480 гектар майҙанда инженер селтәрҙәрен монтажлау, юл һалыу эштәре алып барыла. Бында йәшәгән кешеләр һаны ла арта.
Радий Хәбиров мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөү өсөн бүленгән майҙансыҡты ҡарап сыҡты. “Инцидент-менеджмент” системаһы мәғлүмәттәре буйынса, урындағы халыҡ тап ошо темалар буйынса йыш мөрәжәғәт итә. 2014 йылда төҙөлгән балалар баҡсаһында урын етмәй. Радий Хәбиров тиҙ арала булған проектты Мәсәғүт шарттарына тура килтереп, яҡын арала төҙөлөш башларға ҡушты.
– Бында халыҡ миңә мөрәжәғәт иткән төп проблема – мәктәптәр, – тине Радий Фәрит улы. – Төньяҡ биҫтәһендә мәктәп бөтөнләй юҡ. Бында башлыса йәштәр йәшәй, 210 балаға балалар баҡсаһы кәрәк, 350 уҡыусыны башҡа райондарға йөрөтәләр. Биҫтәлә мәктәп мотлаҡ төҙөләсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.