Үрге Йәркәйҙәге янып торған рауза сәскәләре биҙәгән 1-се гимназия ихатаһына аяҡ баҫтыҡ. Күңелле тәнәфес мәленә тура килдек, күрәһең, балаларҙың гөрләшеүенә пандемия ҡамасау түгел шул. Бында бөтә санитар-гигиена талаптарын күҙәтергә, сирҙең таралыуына юл ҡуймаҫҡа тырышалар. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа бер-береһен юҡһынған, күҙгә-күҙ осрашып аралашыуға ни етә!..
Ошо мәктәпте ҡасандыр тамамлаған уҡыусыларҙың, хәҙер килеп, икенсе тыуған йорттарында яңы быуын балаларына белем биреүе ҙур әһәмиәткә эйә. Гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан Светлана Фәйзрахманова, Лилиә Фазлыева, Светлана Ризуанова тап ошонда остаздарынан белем алып, милләттең тере йәне булған тел матурлығына һәм байлығына күптән ғашиҡ. Йәркәйҙә тыуып үҫкән Сулпан Исламғәлиева ла гимназияла ун йыл эшләп, белем йортон үҙ иткән.
– Беҙ, гимназиялағы һигеҙ тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы, бик дуҫ йәшәйбеҙ, кәңәшләшеп эшләйбеҙ, – ти Светлана Фәйзрахманова. – Бурысыбыҙ бер – туған телдәрҙе өйрәнеү һәм һаҡлау буйынса милли сәйәсәтте уңышлы тормошҡа ашырыу. 2019 йылда республика Башлығы грантына туған телдәрҙе үҫтереү буйынса проект әҙерләп тапшырҙыҡ. Конкурста ул еңеп сыҡты. Ошо еңеүҙең һөҙөмтәһен күрәһегеҙ: һеҙҙең алдығыҙҙа бына тигән ижади лаборатория. Гимназия уҡыусылары башҡорт һәм татар халыҡтарының мәҙәниәтен, әҙәбиәтен өйрәнә. Илеш районында тыуып үҫкән яҡташтары Суфиян Поварисов, Роберт Миңнуллин, Әхсән Баяндың ижади портреттары ошо лабораторияла урын алған.
Бала бәләкәйҙән үҙ халҡының рухи мираҫы менән танышып, тарихын, мәҙәниәтен белеп үҫһә, ул, ниндәй һөнәр алыуға ҡарамаҫтан, илен һөйгән, үҫешкән шәхескә әүереләсәк. Ә беҙ, уҡытыусылар, уға һәр яҡлап ярҙам итергә тейешбеҙ.
Гимназияла белем алған 657 уҡыусының 287-һе башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә. Уҡыусыларҙы тәрбиәләүҙә һәм үҫтереүҙә кабинеттарҙың ниндәй кимәлдә йыһазландырылыуы ла ҙур роль уйнай. Быйыл конкурста ҡатнашып, гимназия заманса техник ҡорамалдар алыуға өлгәшкән. Компьютер сараларын, интернет-технологияларҙы, мониторингтың интерактив системаһын ҡулланыу белем биреүҙә яңы мөмкинлектәр аса. Ижади лаборатория, яҡшы йыһазландырылған кабинет предметҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу менән бергә уҡытыусыға үҙ һөнәре буйынса үҫергә, камиллашырға ла ярҙам итә.
Һөнәри конкурстарҙа ҡатнашыу уҡытыусының абруйын күтәрә, яҡшыларҙан-яҡшыларҙы билдәләргә, тәжрибә уртаҡлашырға булыша. Үҙен камиллаштырыу өҫтөндә эшләгән уҡытыусы ғына предметына һөйөү уятырға һәм башҡаларҙы үҙ артынан эйәртергә һәләтле. Ошо йәһәттән тос уңыштар ҙа бар. Мәҫәлән, башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыһы Лилиә Фазлыева 2018 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсында грант яулаған, ә 2019 йылда Башҡортостан Башлығы грантын алған. Светлана Фәйзрахманова “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” тип аталған республика видеороликтар конкурсында призға лайыҡ булған. Шулай уҡ Сулпан Исламғәлиева, Светлана Ризуанова, Светлана Фәйзрахманова “Заман дәресе” республика конкурсында үҙҙәренең һөнәри оҫталығын тағы бер ҡат раҫлаған.
Талантлы балаларҙы асыҡлау – уҡытыусыларҙың мөҡәддәс бурыстарының береһе. Олимпиада хәрәкәте тап һәләтлеләр өсөн уңайлы һәм тәьҫирле майҙан булып тора. Был йәһәттән гимназия уҡыусыларының остаздарының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтергәне юҡ. Төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеүселәрҙең, призерҙарҙың исемдәрен һанап сығыу мөмкин дә түгел, хатта халыҡ-ара конкурстарҙа ҙур уңыш ҡаҙанғандар бар.
Туған телдәрҙе уҡытыуҙағы яңынан-яңы ҡаҙаныштар, еңеүҙәр бер генә кешенең уңышы түгел, ә тотош коллективтың, ата-әсәләрҙең һәм етәкселектең берлектәге хеҙмәт емеше. Туған телде өйрәнеү кәрәкме, тигән һорау ҡуйыу урынлы түгелдер, сөнки тарихи тамырҙарын белгән телһөйәрҙәр һәм илһөйәрҙәр генә милләт-ара татыулыҡтың ҡәҙерен белә һәм баһалай ала. “Ә беҙҙең өсөн ошо татыулыҡтан һәм тыныслыҡтан да ҡәҙерлерәк ҡиммәт юҡ,” – ти 1-се гимназия уҡытыусылары.