Республиканың мәғариф ойошмалары киләһе йыл федераль бюджеттан субсидия рәүешендә 23 миллион һумдан ашыу күләмдә грант аласаҡ.
Өфө, Сәтрлетамаҡ ҡалаларындағы, Бөрө районындағы алты мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһының һәр береһенә 2,9 милион һумлыҡ һәм Республика психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәгенә 5,9 миллион һумлыҡ грант бирелә.
Мәғлүм булыуынса, мәғариф ойошмалары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Балалы ғаиләләргә ярҙам” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыу маҡсатында 2021 йылда юридик берәмектәргә федераль ҡаҙнанан субсидия рәүешендә грант биреүгә конкурста еңеү яуланы. Башҡортостан бәйгелә еңгән учреждениелар һаны буйынса Рәсәйҙә тәүге өс төбәк иҫәбенә инә.
Грант ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған баланы тәрбиәгә алырға теләгән кешеләргә психологик-педагогик, методик һәм консультатив ярҙам күрһәтеү, шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һәләтен үҫтереү, ошондай белемде ғаиләлә алған баланың ата-әсәһенә ярҙам программаһын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы финанс тәьмин итеүгә бирелә.