Белем һәм тәрбиә
23 Сентябрь 2020, 20:00

Алда - онотолмаҫ йылдар, оло юлдар...

М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында бөгөн студентлыҡҡа бағышлау тантанаһы үтте.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында бөгөн студентлыҡҡа бағышлау тантанаһы үтте. Сарала, йола булараҡ, беренсе курс студенттарына студент танытмаһы тапшырылыуҙан тыш, уйын-көлкөгә, йыр-бейеүгә лә урын табылды.
Буласаҡ уҡытыусылар, журналистар, тел белгестәре - башҡорт теле, рус теле, инглиз теле бүлектәре студенттары факультет уҡытыусыларын, килгән ҡунаҡтарҙы "Башҡорт улына", "Беҙ бергә" йырҙары, "Бөрйән ҡыҙҙары", "Буҙа", шәреҡ бейеүҙәре, үҙҙәре ижад иткән шиғырҙары менән ҡыуандырҙы.
"Башҡортостан" гәзитенең үткән аҙналағы йома һанында ошо факультеттың беренсе курс студенттарының тормоштарындағы яңы биттән алған тәүге тәьҫораттарын тәшкил иткән махсус бит әҙерләнгәйне. Тантанала факультетҡа гәзиттең был һаны бүләк ителде, уҡытыусылар һәм уҡыусылар үҙ сиратында "Башҡортостан"ға яҙылыу теләген белдерҙе.
"Тормош һынауҙарҙан тора. Һеҙ бөгөн үҙегеҙҙе йыр-моңдан торған сығыштар аша һынау үттегеҙ, үҙегеҙҙе күрһәттегеҙ", - тине һәр беренсе курс уҡыусыһына студент танытмаһы тапшырыр алдынан башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова.
Ҡараштары янып торған, оло эштәргә ынтылған, "Илебеҙгә кәрәкле шәхестәр булырбыҙ" тип алҡынған беренсе курс студенттарына уңыштар юлдаш булһын.
Автор фотолары.
Читайте нас