Белем һәм тәрбиә
26 Сентябрь 2020, 16:20

Силәбе уҡытыусыһынан - ихлас рәхмәт һүҙҙәре

Силәбе ҡалаһының 24-се мәктәбе уҡытыусыһы Лидия Сафуанова төбәк-ара форумдан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы барлыҡ педагогтарҙың күңеленә дәрт-дарман, эшенә яңы һулыш өҫтәне. Айырыуса сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ йыйындан рухланып, ҡанатланып ҡайтты.
Улар араһында Силәбе ҡалаһының 24-се мәктәбе уҡытыусыһы Лидия Сафуанова ла бар. Үҙ эшен мөкиббән яратҡан педагог “Башҡортостан” гәзите редакцияһына саранан алған тәьҫораттарын еткерҙе.
Мин тыумышым менән Арғаяш районынанмын. Мәғариф өлкәһендә 13 йыл хеҙмәт итәм. Әле 24-се мәктәптә башланғыс кластарҙы уҡытам, – тип бәйән итте Лидия Сәғиҙулла ҡыҙы. – Белем усағында башҡорт теле элек тә уҡытыла ине, әммә төрлө сәбәптәр менән туҡтатылып торҙо. Яңы уҡыу йылынан иһә, “Мәғариф” милли проектына ярашлы, туған телебеҙ өҫтәмә белем биреү программаһы буйынса өйрәтелә башланы. Ата-әсә араһынан 90 кеше риза булып, һөҙөмтәлә 15-20 баланан алты төркөм төҙөлдө.
Өҫтәмә белем биреү яңы ғына ойошторолһа ла, уңыштарыбыҙ бар тип әйтергә мөмкин. Иң мөһиме – балалар дәрестәргә шул тиклем ҙур теләк менән йөрөй. Уларҙың янып торған күҙҙәрен күреү, ынтылыштарын тойоу беҙҙең дәртте тағы ла көсәйтеп ебәрә. Минән тыш, дәрестәрҙе хеҙмәттәшем Эльвина Биктимерова алып бара. Икәүләп эшләйбеҙ.
Башҡорт теленән өҫтәмә дәрестәрҙән тыш, мәктәбебеҙҙә электән үк вокал, башҡорт музыка ҡоралдары ансамблдәре эшләп килә, бейеү түңәрәге бар. Шулай уҡ милли музей ойошторғанбыҙ. Барыһы ла йәш быуын күңелендә илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә тип иҫәпләйем”.
Лидия Сәғиҙулла ҡыҙы әлеге форумды ойошторған Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығына, уның сит өлкәләр менән эшләү бүлегенә ҙур рәхмәтен еткерә.
Уларҙың ярҙамын гел күреп, тойоп торабыҙ, – ти уҡытыусы. – Яҡшы һүҙ менән дә, китаптар, әсбаптар биреп тә һәр саҡ эшебеҙгә булышлыҡ ҡыла министрлыҡ вәкилдәре. Әлеге форумдан айырыуса ҡанатланып, рухланып ҡайттыҡ. Йыйын бик фәһемле, файҙалы булды. Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын алыу ҡыуанысты тағы ла көсәйтеп ебәрҙе. Беҙгә ҡарата иғтибар, хәстәрлек өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт!”
Фото Л. Сафуанованың шәхси архивынан.
Читайте нас