Белем һәм тәрбиә
26 Сентябрь 2020, 15:20

"Туған телен өйрәнергә теләгәндәр артасаҡ”

Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Түләк мәктәбенән Гөлсиә Рәхимова форум хаҡында ниндәй фекерҙә?

Гөлсиә Мират ҡыҙы РӘХИМОВА, Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районындағы Түләк мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
“Ғафури районында уҙған башҡорт теле уҡытыусыларының төбәк-ара форумында ҡатнашыу бәхете тейгәнгә бик шатмын. Сара юғары кимәлдә ойошторолған, башҡорт телен уҡытыу, өйрәнеү, үҫтереү буйынса мөһим мәсьәләләр күтәрелде, борсоған проблемаларҙы хәл итеү юлдары асыҡланды.
Ғәмәли өлөштә мин өс тематик майҙансыҡта ҡатнаштым. Башҡорт телен дистанцияла уҡытыу буйынса белемемде камиллаштырҙым, һорауҙарыма аныҡ яуаптар алдым.
Туған телгә һөйөү ғаиләлә һалына, ошо йәһәттән ата-әсә менән дөрөҫ аралашыу, уртаҡ тел табыу, улар менән бер маҡсатта эшләү буйынса ла күп файҙалы мәғлүмәт алдым.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы йыйынға ҙур мәртәбә өҫтәне. Уның, туған телде бала саҡтан өйрәнә башлар кәрәк, бының өсөн баҡсаларҙа уҡ шарттар тыуҙырыу зарур, тигән фекере менән бер һүҙһеҙ килешәм.
Шулай уҡ, инглиз теле кеүек үк, башҡорт телен өйрәнеүгә лә сертификат индерергә кәрәк тигән тәҡдимен тулыһынса хуплайым.
Бындай тәҡдимдәр ғәмәлгә ашһа, һис шикһеҙ, телебеҙҙең абруйы күтәреләсәк, республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәр араһында ла туған телен өйрәнергә теләгәндәр артасаҡ”.
Гөлсиә Мират ҡыҙына форумда Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды. Ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!
Фото Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығынан.
Читайте нас