Ошо көндәрҙә республикала социаль өлкәләге “Мәктәпкәсә тәрбиә”, “Бәләкәй кластарҙа уҡытыу”, “Технологиянан белем биреү”, “Физик культура, спорт һәм фитнес” кеүек йүнәлештәр буйынса дүрт оҫтахана асылды. Уларҙың барыһы ла тейешле ҡорамалдар менән тулыһынса тәьмин ителгән.
Ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Йәш профессионалдар” федераль проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты быйыл матди-техник базаһын нығытыуға субсидия рәүешендә федераль ҡаҙнанан грант алғайны. Ошо аҡсаға оҫтахана асылды.
Башҡортостанда ошо проектҡа ярашлы урта һөнәри белем биреү учреждениеларының да инфраструктураһы яңыртыла. 2020 йылда республикалағы өс мәғариф ойошмаһы нигеҙендә 13 оҫтахана асыла. Йыл аҙағына тиклем заманса матди-техник базалы оҫтаханалар һаны 43-кә етәсәк тип күҙаллана.
Фото: education.bashkortostan.ru