Белем һәм тәрбиә
29 Сентябрь 2020, 06:33

Башҡорт теленә һөйөү – йөрәк түрендә

Тәфкиә Хәзиева бай тәжрибәһен балаларға ла тарата.

Иҫке Аҡбүләк менән Яңы Аҡбүләк – Ҡариҙел районында иң төҙөк ауылдар. Аҡбүләк – ҡайһылай матур яңғырай! Башҡорттоң эре ер биләүсеһе, билдәле шәхес Әҙмей Балтиев хөрмәтенә Аҡбүләк ауылдарын элегерәк Әҙмей тип тә атағандар. Танылған тарихсы Әнүәр Әсфән­диәровтың “История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий” тигән китабында тап ошо турала яҙылған.


Шулай итеп, күптән түгел Иҫке Аҡбүләккә юл төштө. Ауылға етеп тә мәктәпкә һуғылмай китмәһәк, яҙыҡ булыр тигән маҡсаттан сығып, шул тарафтарға юлландыҡ. Әлбиттә, белем усағының эше менән яҡындан таныштыҡ.
– Һәр бала тәрән белем алһын өсөн беҙҙә уңайлы шарттар бар. Тәрбиәүи сараларға ла ҙур иғтибар бүләбеҙ, – тип һөйләй Иҫке Аҡбүләк төп дөйөм белем биреү мәктәбе директоры, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Гүзәлиә Нуриманова. – Педагогтарҙың һәммәһе лә бурысына яуап­лы ҡарай, һөнәрен яратып башҡара. Мәғариф систе­маһында, иң мөһиме, ошолор. Эш яратҡан – уңған, тибеҙ. Шуның шикелле, беҙҙә уңғандар ҙа, эшен яратҡандар ҙа бихи­сап. Үткән уҡыу йылының дүр­тенсе сирегендәге оҙайлы тынлыҡтан һуң мәктәп йәнләнеп ҡалды, әле тормош һәүетемсә дауам итә. Балаларҙың бигерәк тә мәктәпте һағынғаны, уҡы­тыу­сыларҙы юҡһынғаны йөҙҙәренә сыҡҡан. 2020/2021 уҡыу йылында мәктәптә 53 бала иҫәпләнә, 14 педагог аң-белем таратыу менән етди шөғөлләнә. Әле IX класта 7 бала уҡый. Улар өсөн бигерәк тә яуап­лы мәл, сөнки киләһе йылда ҡайҙа уҡырға барасағын, тимәк, яҙмышын һәр кем үҙе билдәләй. Кемдәрҙер район үҙәге Ҡариҙел мәк­тәптәренә юллана, икен­селәр һөнәрселек училищеларын, колледждарҙы һай­лай, эргәләге Хәлил ауылы мәктәбендә уҡыуын дауам итеүселәр ҙә байтаҡ.
Быйыл I класҡа бер генә бала уҡырға килгән. Тимәк, класта уҡытыусы ла уҡыусы ғына. Мөғәллимәнең ошо ҡыҙ менән дәрес үткәргәнен барып күрге килде. Баҡ­тиһәң, башланғыс кластар уҡытыусыһы Земфира Солтанова ике класты ҡушып – I һәм II кластарға бергә дәрес бирә икән.
– Минең ҡарамаҡта, тәү­ге тапҡыр мәктәп ишеген асып ингән Әмирә Сәғә­ҙие­ваны ла өҫтәһәң, бөтәһе ту­ғыҙ малай һәм ҡыҙ, – ти Зем­фира Нәбиулла ҡыҙы. – Һәр кемдең уҡырға теләге ныҡ көслө. Кескәйҙәрҙең би­герәк тә һорауҙары күп, ки­ре­һенсә, был сифаттары өсөн уларға ихтирамым артты.
Белем усағында 30 йыл­ға яҡын педагогик стажлы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тәфкиә Хәзи­ева эшләй. Ул тыумышы ме­нән Юлдаш ауылынан, әммә Хәлил ауылы мәктә­бендә уҡыған. Артабан Баш­ҡорт дәүләт педагогия инс­ти­тутының филология факультетында белем эстәгән. Уның һөйләүенсә, башҡорт теленә һөйөү хистәре мәктәп йылдарында уянған.
– Туған телебеҙҙә уҡы­ныҡ, көслө уҡытыусыларға эләгеүем арҡаһында уҡы­тыусы һөнәрен һайланым да инде, – тип үткәндәрҙе хәтерләй Тәфкиә Риф ҡыҙы. – Һүҙ ҙә юҡ, беҙҙә башҡорт теле туған тел булараҡ уҡытыла. Балаларҙың баш­ҡорт телен өйрәнеүгә теләге шул хәтлем көслө.
Уҡыусы балаларҙы төр­лө конкурстарҙа ҡат­наш­тырыу, олимпиадаларға йөрөтөү – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының төп бурысы. 200 мең һум­лыҡ грант яулаған Тәфкиә Хәзиева Гөлсөм Ғәлим­йәнова, Әминә Мөғәл­ли­мова кеүек тырыш ҡыҙҙарҙы маҡтап телгә алды. Тәүгеһе арҙаҡлы шәхесебеҙ Мостай Кәрим менән бәйле конкурс­та тәүге урындарҙың бе­реһен яулаһа, икенсеһе Республика көнө уңайынан уҙғарылған бәйгелә ал­дынғылыҡты бирмәгән.
Шул иғтибарға лайыҡ, бын­да мәктәп менән балалар баҡсаһы бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан. “Ҡар­луғас” балалар баҡсаһына 30 ҡыҙ һәм малай йөрөй. Тағы ла бер үҙенсәлекле күренеш: кескәйҙәрҙең һаны мәктәп уҡыусы­лары­ныҡы­нан ҡалышмай тиерлек. Уға бына ниндәй аңлатма бир­ҙе­ләр. Ҡайһы бер ата-әсә­ләр өләсәй тәрбиәһе биреү ниәтендә ғәзиздәрен ауылға алып ҡайтҡан һәм бәлә­кәстәр әле өлкәндәр ҡара­ма­ғында. Бына шулар иҫә­бенә балалар баҡсаһында ҡыҙ һәм малайҙарҙың һаны артҡан. Мәктәп директоры өлкән тәрбиәсе Земфира Йыһаншина, тәрбиәселәр Рида Солтанова, Зәлфирә Аҡбүләкованың эштәренә бик яуаплы ҡарауын бил­дәләне.
Читайте нас