Һәр төбәктә лә тыуған яғы алға китһен, яҡташтары муллыҡта ғүмер итһен тип янып-көйөүселәр бихисап. Балалар баҡсаһында яҡшы тәрбиә алыу йәһәтенән кескәйҙәргә уңайлы шарттар тыуҙырылғанмы, мәктәптә уҡыусы балаларға төплө белем алыу өсөн мөмкинлектәр булдырылғанмы, үҫмер юғары уҡыу йортона документтар тапшырғанда ярҙамға мохтаж түгелме? Ошо һәм башҡа һорауҙар уларҙы борсой.
Ҡариҙел районы уҙаманы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Камил СОЛТАНОВ – халыҡ мәнфәғәте һағында торған шәхестәрҙең береһе. Ул Башҡортостан ауыл хужалығы колледжының Ҡариҙел ауылындағы филиалы директоры булараҡ, яуаплы вазифа башҡарыуына ҡарамаҫтан, Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе лә. Төрлө ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаған Камил Әснәф улы үҙҙәре башҡарған эш тураһында һөйләй.
– Беҙ, Ҡариҙел башҡорттары, бик татыу йәшәйбеҙ, район тормошондағы бер саранан да ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ, – тип башланы һүҙен Камил Солтанов. – Кәңәшле эш тарҡалмаҫ тигәндәй, берәй мәсьәлә килеп тыуһа, һәр ваҡыт уны бергәләшеп хәл итәбеҙ. Был юҫыҡта Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары методисы Рәйлә Хәбибйәнова менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Рәйлә Вәғиҙйән ҡыҙы кеүек фекерҙәштәрем бик күп.
Быйыл яҙ Байҡыбаш урта мәктәбендә “Йәйләү” исемле сара үткәрҙек. Балалар, Балыҡсы, Унлар, Елдәк, Танып башҡорт ырыуҙарына бүленеп, һәр береһе тарихы, иләү башлыҡтары тураһында һөйләне. Бер һүҙ менән әйткәндә, бик матур сара әҙерләп күрһәттек.
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙы ойошторҙоҡ. Шул ҡыуандыра, унда ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта. Теләгәндәрҙең барыһы ла туған телендә диктант яҙҙы. Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса белемде тикшереп ҡарау маҡсатында үткәрелгән “Еңеү диктанты”нда ла халыҡ күп ҡатнашты.
2019 йылдың ноябрь айында Ҡариҙел районы депутаттарының сессияһы башҡорт телендә алып барылды. Ошо мөһим сараның ойошҡанлы уҙыуында урындағы ҡоролтай ағзаларының роле бик ҙур булды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған сараларға ла теләп барабыҙ. Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттарының V ҡоролтайынан ыңғай тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Шул саҡта Өфө генә түгел, тотош Башҡортостан гөрләп торҙо. Башҡорт теленең үҫеш юлдары тикшерелде, мөһим резолюциялар ҡабул ителде. Унда секциялар эшләне, мөһим мәсьәләләргә ҡағылғанында шәхсән үҙем дә ҡатнаштым. Ҡыҫҡаһы, милләттәштәремдең берҙәмлегенән рухланып, тыуған төйәгебеҙгә ҡайтып төштөк.
Бөтәһе дүрт кеше – Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин, уҡытыусы Регина Хәйҙәршина, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, радиожурналист Ришат Миңдейәров һәм мин ҡоролтайға делегат булып һайландыҡ.
Киләсәккә төрлө йүнәлештә бихисап уй-ниәттәр билдәләгәнбеҙ. Милләттәштәрем тураһында хәстәрлек күреү, татыулыҡҡа өндәү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.