Тотош илебеҙҙәге кеүек Башҡортостанда ла мәғариф өлкәһе һәр ваҡыт өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе һанала. Был тармаҡҡа ҙур финанс сығымдары йүнәлтелә, уҡытыусылар өсөн гранттар, төрлө аҡсалата премиялар тапшырыла, мөғәллимдәрҙе дәртләндереүҙе күҙ уңында тотҡан “Йыл уҡытыусыһы” конкурстары гөрләп үтә, “Юғарыға ос!” мәғариф проекты яңы мөмкинлектәр аса...
Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа туған телдәрҙе уҡытыу, уларҙың ҡулланылыу даирәһен киңәйтеү йәһәтенән дә бик күп эштәр башҡарыла. 24-25 сентябрҙә Ғафури районының “Красноусол” шифаханаһында үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы ла ошоға ныҡлы дәлил булды. Башҡортостан Хөкүмәте, Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған сара Башҡорт теле йылына ярашлы уҙғарылды.
Ғафуриҙың тыуған төйәгендә...
Мәжит Ғафури, Жәлил Кейекбаев, Ғиниәт Ҡунафин, Әнүр Вахитов, Әмир Әминев, Салауат Әбүзәров, Гөлнур Яҡупова, Лира Яҡшыбаева һәм башҡа телсе, әҙәбиәтсе, яҙыусылары менән дан тотҡан, шифалы “Красноусол” һыуы менән билдәлелек алған, бөтә донъяға танылған “Красноусол” шифаханаһы, “Уҡлы ҡая” туристик үҙәге урынлашҡан хозур төбәк ике көн дауамында телһөйәрҙәрҙең эшлекле майҙансығына әйләнде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында туған телде өйрәнеүгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр уртаға һалып һөйләшелде, иң киҫкен проблемалар буйынса фекер алышыуҙар ҡыҙыу барҙы.
Сараның маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу, уны Рәсәй төбәктәрендә һәм Башҡортостанда уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, Башҡортостанда дәүләт теле булараҡ, башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, тип билдәләнде. Унда республикабыҙҙың барлыҡ төбәктәренән һәм милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Ырымбур, Силәбе, Ҡурған һәм башҡа өлкәләрҙән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, район һәм ҡала мәғариф идаралыҡтарының туған телдәр өсөн яуаплы белгестәре һәм методистары, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы еңеүселәре (һуңғы ун йылдағы), мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре – барлығы 250 тирәһе кеше ҡатнашты.
Форумды асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров телебеҙ һағында торған зыялыларҙы республика Хөкүмәте исеменән сәләмләне, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Мәғариф сәғәте”ндә мөһим мәсьәләләр күтәрелеүен, киләсәккә аныҡ пландар билдәләнеүен, иң мөһиме, унда күтәрелгән ҡарарҙар һәр ваҡыт контролдә тотолоуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Әлеге форум башҡорт теленең, әҙәбиәтенең һәм мәҙәниәтебеҙҙең көнүҙәк мәсьәләләрен күтәреүсе, киләсәккә пландарҙы билдәләүсе тәжрибә майҙансығы булып тора, – тине Фәнүр Мөхәррәм улы.
Премьер-министр урынбаҫары форумдың программаһының бай һәм йөкмәткеле булыуына баҫым яһаны, һәр кемде төрлө тренингтарҙа эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, осрашыуҙарҙа, фекер алышыуҙарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә әүҙем ҡатнашырға, милли мәғарифты үҫтереүҙең яңы ысулдарын, туған телде һаҡлап алып ҡалыу, ҡулланыу даирәһен киңәйтеү юлдарын бергәләп эҙләргә саҡырҙы.
– Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа башҡорт теленә иғтибар бермә-бер артты, дәүләт телдәрен, туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү, өйрәнеү Башҡортостан етәкселегенең дәүләт сәйәсәтенең көн тәртибендә даими урын алып тора, – тип дауам итте һүҙен Фәнүр Йәғәфәров. – Былтыр тәүге тапҡыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезын уҙғарҙыҡ. Туған тел, дәүләт теле уҡытыусыларының ассоциацияһы эшләй башланы. 2030 йылға тиклем милли мәғарифты үҫтереү буйынса мәктәп концепцияһының проекты әҙер, туған телдәрҙе уҡытыу буйынса интерактив программалар ғәмәлгә ашырыла.
Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов ҡунаҡтарҙы төбәктең социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, мәғариф тармағында яуланған ҡаҙаныштарҙы барланы, уҡытыусыларҙың ҡаҙаныштары, уҡыусы балаларҙың еңеүҙәре тураһында бәйән итте.
Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республика етәкселеге тарафынан туған тел уҡытыусыларына һәр йәһәттән дә ярҙам күрһәтелеүен билдәләне, туған телгә ҡарата һөйөү ғаиләнән һәм балалар баҡсаһынан башлана, тине һәм барыһына ла емешле эш теләне.
Майҙансыҡтарҙа эш гөрләне
Тәүге көндө бөтәһе 13 тәжрибә майҙансығы эшләне. Мәҫәлән, “Башҡорт телен дистанцияла уҡытыуҙы нисек ойошторорға?” тигәнендә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса Ресурс үҙәге директоры Әлфиә Әбделмәнова эш тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашты. Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Әхәт Илмөхәмәтов дистанцияла уҡытыуҙың ыңғай яҡтарына туҡталды.
“Федераль конкурстарҙа нисек ҡатнашырға?” Ошо һорауға яуапты Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Эльвира Рәхимова яуап бирҙе. Туған һәм дәүләт телдәрен үҫтереү буйынса Башҡортостан грантына документтарҙы дөрөҫ тултырыу нескәлектәре хаҡында ла һүҙ алып барылды. Был хаҡта Башҡортостандың Граждандар йәмәғәтселегенә булышлыҡ итеү фонды директоры Люция Юлыева һөйләп үтте.
“Башҡорт телен дистанцияла уҡытыуҙы нисек ойошторорға?” тигән майҙансыҡта Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Хәсәнова ла үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Эльмира Салауат ҡыҙы һөйләүенсә, дистанцияла уҡыу осоронда һәр уҡыусы дәрестәргә етди әҙерлек менән килгән, берәү ҙә “эй башҡорт теле бит әле” тип еңел ҡарамаған.
“Смарт” 162-се полилингваль күп профилле мәктәп директоры Наил Әминев “Башҡорт телен уҡытыу буйынса ата-әсәләр менән эште нисек дөрөҫ ойошторорға?” майҙансығында сығыш яһап, былай тине: “Башҡорт теленә иғтибар бермә-бер арта. Шуныһы ҡыуаныслы: ата-әсәләр тарафынан ярҙам тоябыҙ. Бөгөн күп тел, шул иҫәптән туған телеңде белеү заманса күренешкә әйләнә бара”.
Форумда сығыш яһаусылар төрлө мөмкинлектәрҙең туған телдәрҙе өйрәнеүгә, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен үҫтереүгә, уны киңерәк танытыуға ҙур этәргес көс булыуын айырым билдәләне.
Шулай уҡ “Башҡорт телен уҡытыу буйынса ата-әсәләр менән эште нисек дөрөҫ ойошторорға?”, “Башҡорт теле дәресендә телмәр үҫтереү”, “Һанлаштырыу шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының профессиональ кимәле”, “Классик университет һәм төбәк мәғариф системаһында белем биреү учреждениеһы”, “Тыуған яҡты өйрәнеү һәм этномәҙәниәт дәрестәре”, “Башҡорт телендә мәктәп телевидениеһы”, “Башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалекты шарттарында”, “Башҡорт телен популярлаштырыуҙа мәктәп театрының роле”, “Башҡорт телен өйрәнеүҙә мультимедиа ресурсы” тигән майҙансыҡтарҙа фекер алышыуҙа ла уҡытыусылар әүҙем ҡатнашты.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты ғалимдары ойошторған майҙансыҡта һанлаштырыу шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының һөнәри кимәлен үҫтереүгә йүнәлтелгән оҫталыҡ дәресе тәҡдим ителде. Унда ҡатнашыусылар, профессиональ һәм федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы, һөнәри кимәлен тест аша асыҡлағандан һуң, мәғлүмәти технологияларҙың төп алымдары менән яҡындан танышты, күнекмәләр алды. Шулай уҡ университетта тормошҡа ашырылған “Һанлы PROсвет” һәм башҡа проекттар хаҡында һөйләште.
Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығының милли белем биреү идаралығы етәксеһе Булат Зинуров билдәләүенсә, башҡорт телен заманса уҡытыу алымдарына ҙур иғтибар бүлеү зарур.
– 2019 йылда булдырылған “Интерактив башҡорт теле” проекты республиканың 71 мәктәбендә уңышлы һынау үтте, – ти Булат Илшад улы. – Быйыл уны Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәренә лә индерергә уйлайбыҙ. Был проекттағы дәрестәр балаларға ҡыҙыҡлы форматта бирелгән – интерактив видеояҙмалар ҡулланыла. Өйҙәһеңме, урамда китеп бараһыңмы, әгәр интернетҡа инеү мөмкинлеге бар икән, теләгән теманы һайлап, дәрестә ҡуллана, күнекмәләр эшләй алаһың һәм шунда уҡ баһа ла ҡуйыла. Башҡорт телен өйрәнеүгә мобиль ҡушымталар ҙа яҡшы булышлыҡ итә. Ғөмүмән, беҙ туған телде дәрестә генә түгел, ә көнкүрештә, мәҙәниәт, сәнғәт, спорт һәм башҡа саралар аша ла үҫтерә алабыҙ.
Хәлдәрегеҙ нисек, милләттәштәр?
Башҡорттар күпләп йәшәгән Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән килгән делегаттар ҙа байтаҡ ине, тәнәфестә шуларҙың бер нисәүһе менән осрашып, фекер алыштыҡ.
– Әҙерәк күңелде ҡырған бер мәсьәлә тураһында әйтмәү мөмкин түгел: беҙҙә балалар туған башҡорт телендә үҙ-ара әллә ни аралашмай, – тине Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районындағы Ҡаратан урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Сөләймәнова. – Дәресте уйын формаһында алып барыуға өҫтөнлөк бирәм, был осраҡта уҡыусылар тел өйрәнеүгә тиҙ ҡушыла. Тағы шуны төшөндөм: һорау-яуап кеүек диалог формаһында дәрес үткәрһәм, балалар теманы яҡшыраҡ үҙләштерә.
Әлиә Эдуард ҡыҙы билдәләүенсә, улар Башҡортостандың тос ярҙамын тоя. Айырыуса Силәбе өлкәһе мәктәптәренә уҡыу әсбаптары, эш һәм контроль эш дәфтәрҙәре кеүек уҡыу-уҡытыу кәрәк-яраҡтары ебәрелгәс, педагогтар еңел тын алып ҡалған.
– Тыумышым менән Сафакүл районының Баҡый ауылынанмын, шунда белем алдым, буй еткерҙем, – тип Ҡурған тарафтарының сәләмен еткерҙе Сөләймән урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Жәлил Садиҡов. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡасандыр гөрләп торған Баҡый ауылы мәктәбенең ишегенә бөгөн йоҙаҡ эленгән. Баҡый менән Сөләймән ауылдары араһы 20 саҡрымдан ашыу, көн дә ошо Сөләймән мәктәбенә (бында бөтәһе 76 уҡыусы) йөрөп эшләйем. Ҡурғанда башҡорт балалары туған телендә белем алһын, артабан әсә телендә һөйләшһен тигән ҙур маҡсатты алдыма ҡуйғанмын. Әйткәндәй, минең менән бергә тағы ла 11 ҡыҙ һәм малай, буран, ямғыр, һыуыҡ тип тормай, көн дә Сөләймән мәктәбенә йөрөп белем эстәй. Балаларға “афарин!”дан башҡа һүҙ юҡ.
Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районы Юлтый ауылындағы Дауыт Юлтый исемендәге мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Ринат Ишбулатов билдәләүенсә, элек Ырымбур өлкәһендә башҡорт теле күп мәктәптәрҙә уҡытылған, хәҙер, үкенескә күрә, уларҙың һаны күҙгә күренеп кәмегән. Башҡортостанға юл йыш төшмәй, ул Өфөлә һуңғы тапҡыр 2017 йылда булған – уҡыусыларын конкурста ҡатнаштырыр өсөн алып килгән. Ҡыҙҙар һәм малайҙар Башҡортостанға сәфәр ҡылыуҙарына бик шатланған.
Үҙе тыумышы менән Ырымбур өлкәһендәге Александровский районының Кәнсер ауылынан. Кәнсерҙә лә, Юлтыйҙа ла балаларҙың туған телендә һирәк аралашыуына йөрәге әрней. Юлтый мәктәбендә ни бары – 25 бала.
Форумдың тәүге көнөнөң кисендә барыһы ла тамашалар залына әҙәби-музыкаль кисәгә ашыҡты. “Йөрәк һүҙе” проектының тәүге еңеүсеһе, шағирә Зөлфиә Ханнанованы, уҡытыусы-шағирҙар Фәнил Бүләковты (Учалы районы), Ғәлиә Фәйзуллинаны (Ишембай районы), Земфира Аҡбутинаны (Ейәнсура), Фирүзә Абдуллинаны (Ҡырмыҫҡалы), Ринат Сөләймәнов менән “Мин – башҡорт!” йырының авторы Альбина Шәмсетдинованы (икеһе лә – Өфө ҡалаһы) тамашасылар йотлоғоп тыңланы. Ә “Самауырлы ритайым”дан бер кем дә ситтә ҡалманы! Әлбиттә, барыһына ла ул оҡшаны.
Уҡытыусылар форумының икенсе көнө шифахананың фойеһындағы бай йөкмәткеле күргәҙмә менән танышыуҙан башланды. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, “Амантай” йәмәғәт ойошмаһы, “Эдвис” уҡытыу-методика үҙәге, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге тәҡдим иткән ҡулланмалар, китаптар, әсбаптар ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, бынан тыш милли кейем һәм биҙәүестәр янында ла халыҡ күп ине.
Форсаттан файҙаланып, Ғафури районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов менән ҡыҫҡа ғына әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Беҙҙә 19 мәктәп һәм 18 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы иҫәпләнә, – тип һөйләй Рауил Ғәбдрәшит улы. – Һәммәһендә лә балалар башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Районда 4323 бала бар, уларға төплө белем һәм күркәм тәрбиә алыу өсөн һәр йәһәттән дә шарттар тыуҙырылған. Балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асылған. Педагогтарҙың бөтәһе лә юғары белемле, мөғәллимдәрҙең 80 проценты юғары категорияға эйә.
Әңгәмәсем әйтеүенсә, балаларға туған телдә белем алыуға ынтылыш өҫтәү өсөн бихисап дәртләндереү саралары ҡаралған. Мәҫәлән, йыл һайын “Өмөтлө ҡәләм” конкурсы ойошторола, яҙыусы Гөлнур Яҡупова үҙенең премияһын булдырған. Башҡорт телен тәрән белгәндәргә, өмөтлө уҡыусыларға аҡсалата ярҙам күрһәтелә. Красноусол башҡорт гимназия-интернаты һәр йәһәттән алдынғы һанала. Бында төрлө конкурстар, бүтән төрлө бәйгеләр йыш ойошторола.
Артабан алдағы көндәге шикелле йәнле һөйләшеүҙәр, ҡыҙыу бәхәстәр ун майҙансыҡта дауам итте.
“Һин башҡортһоң, тарихың менән бәйләнеште өҙмә...”
Уҡытыусыларҙың йыйынында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы форумдың мәртәбәһен арттырҙы, өҫтәүенә башҡорт телендә сығыш яһауы Радий Фәрит улына ҡарата ихтирам уятты. Башта республика етәксеһе барыһын да яҡынлашып килгән ике матур байрам – Тәрбиәсәләр һәм Уҡытыусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотланы, фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн мөғәллимдәргә ҙур рәхмәтен әйтте.
– Үткән йылда форум үткәргәйнек, ошо саранан һуң тик ултырманыҡ, башҡорт телен үҫтереү йүнәлешендә бик күп уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырҙыҡ, Хөкүмәт кимәлендә, башҡорт телен үҫтереү өсөн байтаҡ эштәр эшләнек, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров. – Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү өсөн йүнәлтелгән. Һеҙгә эшегеҙҙә артабан да уңыштар һәм именлек теләйем! Донъяла ике миллионға яҡын башҡорт йәшәй. Уларҙың бер миллион биш йөҙ меңе – Рәсәйҙә, ҡалған бер миллион ике йөҙ меңе Башҡортостанда ғүмер кисерә. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, бөтәбеҙҙе лә башҡорт теле, башҡорт тарихы, башҡорт әҙәбиәте берләштерә. Беҙ Башҡортостанда ғына башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәтеүҙе, уны үҫтереүҙе ойоштора алабыҙ – шуны барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Шуға был мөһим эште беҙ бергә тормошҡа ашырабыҙ.
Радий Хәбиров белдереүенсә, ул да, коллегалары ла оло форумға тиккә генә эшлекле башҡорт милли костюмын кейеп килмәгән. Был – дәүләт кимәлендәге бик мөһим проект, сөнки милли костюм көн һайын “һин башҡортһоң, тарихың менән бәйләнеште өҙмә” тип иҫкәртеп тора. Шуға уны ла файҙалы эш тип ҡабул итеү мөһим.
– Ишеткәнһегеҙҙер, күргәнһегеҙҙер, хәҙер Хөкүмәттә, Дәүләт Йыйылышында, район хакимиәттәрендә башҡорт телен ишетә башланыҡ, – тип дауам итте сығышын Радий Фәрит улы. – Беҙҙең коллегалар кәңәшмәләрҙә башҡортса сығыш яһай башланы. Уйлауымса, был да бик кәрәкле проект.
Бынан бер аҙна элек коллегалары республика етәксеһенә “Эшлекле башҡорт теле” китабын бүләк иткән. Башҡорт теле – ул дәүләт теле, шуға күрә был китаптың күптән кәрәклегенә, коллегаларына уны таратырға ҡушыуына, хакимиәт башлыҡтары уны өйрәнергә һәм ҡулланылышҡа индерергә тейешлегенә баҫым яһаны Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе тағы ла бер яңылығы менән бүлеште. Элек Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында диссертация советы булған, әммә бер мәл уны юғалтҡандар. Быйыл уны ҡабаттан тергеҙеүгә өлгәшкәндәр. Ошо изге эште атҡарып сыҡҡаны, шул тиклем күп көс һалғаны өсөн Радий Фәрит улы юғары уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллинаға, бынан тыш телебеҙ үҫһен өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды етәксеһе Гөлназ Йосоповаға рәхмәт әйтте.
– 2018 йылда Башҡортостан Башлығы грантын булдырҙыҡ, – тине республика етәксеһе. – Бына минең телефонда ла биш ҡушымта бар хәҙер, өсәүһе – тик балалар өсөн. Тағы ла “Сәләм” ҡушымтаһы тураһында әйтеп үтәйем, буш ваҡыт булғанда мин уның ярҙамында шөғөлләнеп алам.
Тағы ла бер бик кәрәкле һәм ҡатмарлы йүнәлеш – ул төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалекты, сөнки күп ваҡыт беҙ был диалектты иҫәпкә алманыҡ. Быйыл беренсе тапҡыр башҡорт теленән диктантты төньяҡ-көнбайыш диалектында ла яҙҙыҡ. Күптәр уға ҡушылды, был эште артабан да дауам итергә кәрәк.
Йәнә мөһим бер проектты телгә алды Башҡортостан Башлығы. Беҙҙә полилингваль гимназиялар барлыҡҡа килә башланы. Әле өс (икәүһе – Өфөлә, берәүһе – Стәрлетамаҡта) гимназия бар, ә 2024 йылға тиклем 15 полилингваль гимназия асыласаҡ.
Эйе, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа туған телдәрҙе уҡытыу, уларҙың ҡулланылыу даирәһен киңәйтеү йәһәтенән бихисап эштәр тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда 1039 балалар баҡсаһы бар, шуларҙың 458-дә башҡорт телен өйрәтеү ойошторолған. 42163 кескәй бала балалар баҡсаһында туған телен өйрәнә. Быйыл Башҡортостанда 22 мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы асылды! Бөгөнгә уларҙың 13-өндә туған телде өйрәнеү ойошторолған.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашыусылар һаны арта. Мәҫәлән, 2018 йылда был бәйгелә – 251 уҡыусы, 2019 йылда – 299 уҡыусы, быйыл иһә 408 уҡыусы ҡатнашҡан.
Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙыу күркәм йолаға әйләнде, уға ҡушылыусылар арта, ул – меңәрләгән милләттәшебеҙҙе берләштергән рухлы сара. 2018 йылда унда 9000 кеше ҡатнашһа, 2019 йылда – 69687, ә быйыл иһә 305600 кеше диктант яҙған. Уға Башҡортостандан тыш Рәсәйҙең 20 төбәгенән һәм донъяның 25 дәүләтенән ҡушылғандар.
2019 һәм 2020 йылдарҙа дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереү өсөн мәғариф учреждениеларына бүленгән грант күләме 24 миллион 700 мең һум тәшкил итте. Уларға республиканың 22 мәғариф ойошмаһы лайыҡ булды.
Башҡортостан Башлығы республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығына, балалар баҡсаларында һәм колледждарҙа башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһен ҡарарға тәҡдим итте. Был мәсьәлә буйынса ул бик етди уйларға саҡырҙы, балалар өсөн ҡыҙыҡлы интерактив программаның кәрәклеген дә телгә алды.
Аҙаҡтан иң-иңдәр республика етәксеһе ҡулынан дәүләт наградалары алып шатланды. Улар араһында Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районындағы Дауыт Юлтый исемендәге мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ринат Ишбулатовты, Башҡортостан Башлығының Почет грамотаһын алған Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы Сөләймән мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Жәлил Садыҡовты күреү һөйөнөслө ине.
Шулай уҡ Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булып, Гөлнара Мөхтәрова (Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Аҡбаш урта мәктәбе), Рауза Мусина (Татарстан Республикаһы Яр Саллы ҡалаһы), Гөлфиә Рәхмәтуллина (Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Байрамғол мәктәбе), Гөлсиә Рәхимова (Силәбе өлкәһе Ҡонашаҡ районының Түләк мәктәбе), Лидия Сафуанова (Силәбе ҡалаһының 24-се мәктәбе), Әлиә Сөләймәнова (Силәбе өлкәһе Сыбаркүл районының Ҡаратан мәктәбе) һәм Фәриҙә Баймөхәмәтова (Силәбе өлкәһе Красноармейский районының Яҡуп мәктәбе) шатлыҡлы мәл кисерҙе.
Ике көнлөк форум тамам. Әлеге сара туған телебеҙ – башҡорт теленең киләсәгенә, уның тиңдәр араһында тиң булып йәшәйәсәгенә, быуаттар дауамында ғорур яңғыраясағына өмөт-ышаныс уятты. Бынан тыш көнүҙәк мәсьәләләр уртаға һалып өйрәнелде, тәжрибә өлгөләре таратылды. Төрлө бәхәстәр, фекер алышыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, һис шикһеҙ, педагогтарға тағы ла уңышлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк эшләргә этәргес биреренә тамсы ла шик юҡ.