Белем һәм тәрбиә
30 Сентябрь 2020, 10:00

Көлһылыуҙы карета көтә

Тылсымлы каретаны үҙ ҡулдары менән эшләп, уҡыусыларҙы ғына түгел, бөтә ауылдаштарын таң ҡалдырған...

Салауат районында йәшәгән ижадсының эштәре кемдәрҙе генә һоҡландырмай! Әнисә Хәкимова Нәсибаш урта мәктәбендә тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Ә буш ваҡытында күңеле ятҡан шөғөлгә тотона.
Ул әкиәттәрҙә генә күреп ғәҙәтләнгән аҡбуҙ аттарға егелгән тылсымлы каретаны үҙ ҡулдары менән эшләп, уҡыусыларҙы ғына түгел, бөтә ауылдаштарын таң ҡалдырған. Каретаның һәм аттарҙың эскизын үҙе һыҙған, ә фанеранан ҡырҡырға, велосипед тәгәрмәстәрен ҡуйырға ҡул эштәре оҫтаһы Борис Вәлиев ярҙамлашҡан.
Әнисә Хәкимованың тағы бер ижад емеше - мәктәп биләмәһендә быуа макетын эшләү. Таштар, аҡҡош һындары, зәңгәр пакеттар, быяла ярҙамында яһалған быуаны ысын тип торорһоң!
“Салауат ерендә” район гәзите хеҙмәткәрҙәре оҫта ҡуллы яҡташтарының ижад өлгөләрен берәмтекләп йыйып, башҡалар менән уртаҡлашыуҙы матур ғәҙәт итеп алған.
Шамил Әхмәтшин фотоһы.
Читайте нас