Белем һәм тәрбиә
2 Октября 2020, 06:20

“Барыбер уҡытыусы булыр инем...”

Йәшәү мәғәнәһен тапҡан ул.

2019/20 уҡыу йылының һуңғы сирегендә онлайн-уҡыу уҡытыусылар өсөн дә, уҡыусылар өсөн дә көтөлмәгән сара булараҡ хәтерҙә ҡалды. Берәү ҙә быға әҙер түгел ине, әммә яңылыҡ алдында бер кем дә ҡаушап ҡалманы, йәһәт кенә шарттарҙы һәм күңел торошон үҙгәртеп, уй-маҡсаттарҙы бөтә тулылығында тормошҡа ашырҙы. “Һин дә мин йәшәп ятҡанда донъяның аҫты-өҫкә килгәндәй булды”, “Дәртләнеп уҡытып йөрөгәндә тормош туҡтап ҡалғандай тойолдо”, “Йәнле аралашыуға һыуһаныҡ”, “Икенсе йортобоҙ һаналған мәктәпте шул тиклем ныҡ һағындыҡ” тигән һүҙҙәрҙе уҡытыусыларҙан йыш ишетергә тура килде. Уҡыусы балаларҙың социаль селтәрҙәге яҙмаларына ла күҙ һалайыҡ. Берәүҙәр сәбәпһеҙгә бер ҡасан да дәрес ҡалдырмаясағын әйткән, икенселәр педагогтарҙы һәр саҡ тыңларға һүҙ биргән, тағы ла “Класташтарым менән күрешкем килә”, “Уҡытыусыларыбыҙҙы ҡасан күрербеҙ” тип билдәләгән. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көттө.


Баймаҡ ҡалаһындағы 2-се урта мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, белем усағының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе Эльвира ҠОЛМӨХӘМӘТОВА ла яңы уҡыу йылын етди әҙерлек менән башлай, уҡыусыларына яҡшы кәйеф, оҙаҡҡа етерлек көс-дәрт бүләк итергә тырыша.


– Белеүемсә, һеҙ быға хәтлем ауылда эшләгәнһегеҙ һәм, көтмәгәндә ҡала мәктәбенә күсеп, балалар уҡыта башла­нығыҙ. Ни өсөн һынылышлы аҙым яһарға ҡарар иттегеҙ?

– Эйе, мин 20 йылға яҡын Ишей урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтен уҡыттым. Был ауыл Баймаҡ, Бөрйән һәм Йылайыр райондарының сигендә урынлашыуы менән үҙенсәлекле. 2004 йылда төҙөлгән өр-яңы белем усағында ҡыуана-ҡыуана, дәрт­ләнеп эшләп йөрөгәндә, ҡулай­лаштырыу еле беҙгә лә килеп ҡағылды.
Тәүҙә урта мәктәп туғыҙ йыл­лыҡҡа әйләнде, аҙаҡтан иһә, балалар етмәү сәбәпле, төп дөйөм белем биреү мәктәбенән баш­ланғыс кластар ғына тороп ҡалды. Был хәл 2015 йылда булды. Яратҡан эшемде юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙем, бер йылдан Темәс урта мәктәбенә директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урын­баҫары вазифаһына “ҡоҙала­нылар”. Тормош иптәшем, ҡайным-ҡәйнәм менән кәңәшләштем дә риза­лығымды бирҙем. Ярты йыл эшләгәс, Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе етәкселегенән саҡырыу килде. Нисек ҡыйыулығым еткән­дер, әммә буй етмәҫтәй ҡала мәктәбе тип ҡарап торманым, киләһе йылдың 1 сентябрен ошо мәктәптә ҡаршыланым. Минең өсөн тормошомдағы киҫкен боролош булды – килен булып төшкән ошо ауылдан ҡапыл икенсе ергә барып эшләй башланым, әммә кеше бар үҙгәрештәргә лә тиҙ күнегә, еңел өйрәнә. Яраҡлашыу осоронда коллегаларым миңә терәк булды, улар күп нәмәгә өйрәтте.


– Ғөмүмән, һеҙ тормошта киҫкен боролоштар яҡлымы?

– Әҙәм балаһы гел генә бер төрлө юҫыҡта ғүмер итергә тейеш түгел, минеңсә. Тибет кешеһе Далай Лама теле менән әйткәндә, нисек кенә уңайлы ултырһаң да, аяҡ барыбер ойой, йәғни кеше, күнегелгән ҡалыптарҙан сығып, үҙен төрлө һынауға дусар итһә, көслө, алға ынтылыусан, маҡса­тына ирешеүсән була, тип уйлайым. Элек мин киҫкен боро­лоштарға ҡаршы инем, ә хәҙер ошондай үҙгәрештәрҙең кәрәклеген аңланым.


– Ауыл балалары менән ҡаланыҡыларҙың бер-береһенә оҡшамағанын беләбеҙ. Нисек уйлайһығыҙ, айырма нимәлә?

– Ҡала һәм ауыл мәктәптәрендә уҡыусылар араһында айырма бар, әлбиттә, әммә ҙур түгел. Ауыл балалары белем алыуҙы ла, өй эштәрен башҡарыуҙы ла берҙәй тигеҙ алып бара. Ауылда бит эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Тәртипле, баҫалҡы, тырыш булып күңелемдә һаҡланған минең уҡыусыларым. Ауыл мәктәптәренә үҙ һөнәренә ғашиҡ уҡытыусылар йыйылған, шул уҡ аҡыллы ҡыҙ һәм малайҙар, тик уларҙың ҡалалағы кеүек киң мөмкинлектәре юҡ шул. Ә ҡала мәктәптәрендә балалар үткер, әүҙем, уларға төрлө яҡлап үҫешеү өсөн уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған, бары теләк кенә кәрәк. Шулай ҙа уҡыусы ҡайҙа ла уҡыусы булып ҡала һәм уҡытыусының бурысы – ошо эскерһеҙ бала күңеленә шытымлы белем орлоғо һалыу, шәхес тәрбиәләү.


– Эльвира Бикйән ҡыҙы, мәктәптәге тәүге йылдарығыҙҙы иҫкә төшөргәндә, шул саҡтағы балалар нисек тә, хәҙергеләре ниндәй?

– 1996 йылда Ишей мәктәбенә башта пионервожатый, һуңынан уҡытыусы булып эшкә төштөм. Ул саҡта әлеге шикелле компьютер, интернет кеүек әйберҙәрҙең береһе лә булманы. Бөтә күргәҙмә әсбапты үҙ ҡулдарың менән эшләйһең, дәрес планын, календарь һәм тематик планды ла ҡулдан яҙып әҙерләй инек. Уҡыусылар етди, иғтибарлы булып хәтергә уйылған. Әйтәләр бит, хәҙер балалар вуз бөтөп тыуа, тип. Шуның кеүек, бөгөн малай һәм ҡыҙҙар заманға тиҙ яраҡлаша, айырма шунда ғына.


– Гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән дә таныштырығыҙ әле. Ҡайһы яҡтың һыуын эсеп үҫтегеҙ?

– Баймаҡ районының Муллаҡай ауылы ҡыҙымын. Йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында рәхәтләнеп уйнап, шуның һыуын эсеп үҫтем. VI класты тамамлағас, Баймаҡ мәктәп-интернатына уҡырға барҙым. Класташтарым йылы ҡабул итте, тәрбиәсем Ғәлимә Лоҡман ҡыҙы Иҫәндәүләтова әсәй кеүек беҙҙе ҡурсалап торҙо, үҙ сабыйҙарына биргән кеүек күңел йылыһын өләште. Бәхетле мәктәп йылдарын әле лә шул хәтлем һағынып иҫкә алам.
Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт-рус бүлегендә уҡыным, хеҙмәт юлымдың башланыуына киләһе йыл сирек быуат була.
Дипломлы белгесте шунда уҡ кәләш итеп алдылар, тип мәрәкәләйем. Тормош юлдашым Әхәт Рәшит улы менән бер ҡыҙ һәм ике малай үҫтерәбеҙ. Ҡыҙым Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалын тамамланы, ул да минең кеүек филолог һөнәрен үҙләштерҙе. Улым Иршат, тау колледжын тамамлап, Камчатка тарафтарында тир түгә. Ә бәләкәсе­беҙ Ислам IV класта уҡый. Хәҙер инде дүрт йыл Баймаҡ ҡалаһында йәшәйбеҙ.


– Ҡайһы берәүҙәр, уҡытыусы булыу – бала саҡ хыялым, ти. Был тәңгәлдә һеҙ нимә әйтер­һегеҙ?

– Әсәйемдең ағаһы Камил Садиҡ улы Аллабирҙин алдынғы педагог ине, ике туған апайҙарым да – уҡытыусылар. Мөмкинлектәре булһа, бер туған апайҙарымдың бөтәһе лә уҡытыусы булыр ине.
Тәүге уҡытыусым Разия Сергеевна Федороваға һәр саҡ һоҡланып ҡарай торғайным. Тағы ла Баймаҡ мәктәп-интернатында профессиональ йүнәлеш биреү көслө ине. Уҡытыусыларыбыҙ, тәрбиәсе­ләребеҙ беҙҙе нисек булһа ла юғары йә һөнәри уҡыу йортона индерергә, кәрәкле белгес итергә тырышты, һәммәһенә лә рәхмәтем сикһеҙ.
XI класты тамамлағас, яҡын күргән уҡытыусыбыҙ Гөлсара Искәндәр ҡыҙы класыбыҙҙан бер нисә уҡыусыны Өфөгә алып китте – уның юғары уҡыу йорттарына инергә документтар тапшырырға ярҙам иткәнен әле лә онотмайым. Ә яратҡан уҡытыусым Нурия Фәзулла ҡыҙы Бикҡолова рус теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү генә уятып ҡалманы, уҡытыусы һөнәрен һайлауға ныҡлы йүнәлеш тә бирҙе. Уның алтынға бәрәбәр кәңәштәрен әле булһа күңелемдә ҡәҙерләп һаҡлайым. Ошондай талантлы педагогтар йөрәгемдә ошо изге һөнәргә орлоҡ һалғандыр, тип уйлайым.
– Балаларығыҙҙың уҡы­тыусы булыуын теләр ине­геҙме?

– Ирем балаларыма: “Уҡытыусы һөнәрен һайлаһағыҙ, ҡаршы түгелмен, ләкин был һөнәрҙе һайламаҫҡа тырышығыҙ”, – тип гел әйтә, сөнки уҡытыусы өйөнә мәктәптең ҡайһы бер эшен эйәртеп алып ҡайта. Дәфтәр тикшереү, план яҙыу һәм башҡа бурыстар – шуға асыҡ миҫал. Уның балаларына иғтибары етмәй. Ишей мәктәбендә саҡта директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Зөлфирә Йәрмөхәмәт ҡыҙы Ҡолһарина былай тип кәңәш бирә торғайны: “Йөкмәтелгән бурыс­тарҙы, һүҙ ҙә юҡ, башҡарырға кәрәк, шулай ҙа иң беренсе урынға ғаиләгеҙҙе һәм ҡошсоҡтарығыҙҙы ҡуйырға тейешһегеҙ”. Ошо һүҙҙәр­ҙән һуң тәрән уйлана башланым, ә бит, ысынлап та, шулай булырға тейеш. Ғөмүмән, хәҙер уҡыусы­ларға Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса юғары балдар йыйып, күңеле теләгән уҡыу йортона инергә мөмкинлек ҙур. Ә кем үҙ балаһын өгөтләп, күңеле ятмаған һөнәрҙе һайларға мәжбүр итә – шул кеше ғәзизен бәхетһеҙлеккә дусар итә лә инде. Шуның өсөн мәктәптә лә, ғаиләлә лә профессиональ йүнә­леш биреүҙе кесе йәштән үк башларға кәрәк.


– Яңынан һөнәр һайлау мөмкинлеге тыуһа, уҡытыусы булыр инегеҙме?

– Яңынан һөнәр һайлау мөмкинлеге булһа, мотлаҡ уҡытыусы булыр инем, сөнки үҙемде башҡа өлкәлә күҙ алдына ла килтерә алмайым. Уҡытыу­сылыҡ – йәшәү мәғәнәһе, ғүмер итеү рәүеше. Иртән торһаң да, кис ятһаң да, хеҙмәтеңә бәйле уйҙар менән йөрөйһөң, тегене-быны хәстәрләйһең, киләһе дәрескә әҙерләнәһең. Уның араһында асыҡ дәрестәрме, конкурс-олимпиадалармы, имтихандармы, төрлө сараларға әҙерлекме – ҡыҫҡаһы, барыһына ла өлгө­рәһең. Ә дәфтәр тикшерергә дәрестән һуң да өлгөрмәһәң, өйөңә алып ҡайтырға тура килә инде. Теләйһеңме-юҡмы, мәктәп хәстәре артыңдан эйәреп ҡайта, шунда ғына сифатлы итеп дәрес үткәрергә, балаларҙы ҡыҙыҡһын­дырыуға өлгәшергә мөмкин. Был эштең яуаплылығын, ауырлығын кем үҙ елкәһендә татып ҡараған, шул ғына белә: хәҙерге заманда уҡытыусы булыуы бик ауыр. Форсаттан файҙаланып, Баймаҡтың 2-се мәктәбендә эшләгән коллегаларымды, уҡыусы­ларымды, ата-әсәләрҙе Уҡытыу­сылар көнө менән ҡотлайым, эштәрендә, уҡыуҙа­рында уңыштар, һаулыҡ теләйем.


– Эльвира Бикйән ҡыҙы, һорауҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һөнәри байрамығыҙ менән!

Баймаҡ ҡалаһы.
Читайте нас