Луиза Хәзинур ҡыҙы Абдуллина – тап шундай уҡытыусыларҙың береһе. Ул 35 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған.
Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған йәш белгесте 1985 йылда юллама буйынса Белорет районының Исҡушты ауылына эшкә ебәрәләр. Райондың төпкөл ауылы булһа ла, ул ризалаша һәм, бар йөрәк йылыһын балаларға биреп, хеҙмәт юлын башлай.
Ике йыл Исҡуштыла эшләгәс, Айрат Һиҙиәт улы менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Егет хәрби училище тамамлаған була. Йәштәр Мәскәү өлкәһендәге Загорск ҡалаһына күсеп китә. Сит ерҙе үҙ итә алмай улар. Тыуған яҡ үҙенә тартҡас, ете йылдан һуң Абдуллиндар Инйәр ҡасабаһына ҡайта.
Шулай итеп, Луиза Хәзинур ҡыҙы 1995 йылдан Инйәрҙең 2-се урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Ул үҙен һәләтле педагог, бихисап миҙалсы әҙерләгән тырыш, талапсан уҡытыусы итеп күрһәтеүгә өлгәште. Уның етәкселегендә ҡасандыр белем алған уҡыусылар, тормошта үҙ урынын табып, лайыҡлы эшләп йөрөй. Араларында табиптар, уҡытыусылар һәм башҡа һөнәр эйәләре бар. Улар барыһы ла Луиза Хәзинур ҡыҙына рәхмәт уҡып, ихтирам менән иҫкә ала.
Киң эрудициялы, заман менән бергә атлаған эшлекле, талапсан, тәрән белемле Луиза Хәзинур ҡыҙы, һәр бурысын теүәл башҡарып, намыҫлы хеҙмәт юлын үтә. Сығарылыш уҡыусыларын Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләү кеүек яуаплы бурыс уның иңендә. Ата-әсәләр менән һәр ваҡыт бәйләнештә тора, кәңәш бирә. Абруйлы уҡытыусыны коллективта хөрмәт итәләр. Йәш коллегаларына ул һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа.
Өйөндә өлгөр хужабикә, уңған ҡатын, егәрле, талапсан әсәй, яғымлы, мөләйем өләсәй ҙә. Айрат Һиҙиәт улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Улар ҙа, ата-әсәһенә оҡшап, тырыш, икеһе лә юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған.
Улдары Рөстәм – ике юғары белемле белгес, ҡыҙҙары Айһылыу – урман хужалығы хеҙмәткәре. Тормош иптәше Айрат Һиҙиәт улы – эшендә тырыш, ғәҙел, яуаплы хеҙмәткәр, ҡайҙа эшләһә лә хөрмәт ҡаҙана, ҡатынының яҡын ярҙамсы-кәңәшсеһе.
Инйәр һәм яҡын-тирәләге ауылдар халҡы Абдуллиндарҙы музыкаль ғаилә тип тә белә. Луиза Хәзинур ҡыҙы моңло итеп йырлай, тормош иптәше Айрат Һиҙиәт улы һыҙҙырып баянда уйнай, район, республика конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ата-әсәһенә оҡшап, балалары ла сәнғәткә ғашиҡ.
Бар яҡтан да өлгө хеҙмәттәшебеҙгә һәм уның ғаиләһенә киләсәктә лә уңыштар ғына юлдаш булһын. Ошондай педагогтар үҙҙәренең өлгөһөндә илебеҙгә лайыҡлы, белемле һәм илһөйәр йәш быуынды тәрбиәләй ҙә инде.