Сәскәләр... Аллы-гөллө, иҫ киткес сағыу, төрлө-төрлө. Лилиә Әҡсән ҡыҙы баҡсаһында үҫкән гөлдәренә һөйөп, һоҡланып баға. Әҙәм балаһы ла, сәскәләр кеүек, һәр береһе үҙенсәлекле, серле, ҡабатланмаҫ. Кемдер уңышҡа өлгәшеп, үҫешеп, тормошто биҙәп йәшәй, ҡайһылары йомолоп ҡала, хас та тәрбиәгә, һыуға, йылыға мохтаж гөлдәр һымаҡ.
Мәләүездән Лилиә Менчикова үҙен белгәндән алып кеше асылы тураһында уйлана. Һәр әҙәм – шәхес, уға дөрөҫ юлды һайлашырға, йүнәлтергә, йылы һүҙеңде, ҡарашыңды еткерергә кәрәк. Эйе, үҫемлектәр төрлө орлоҡтан шыта, ә бит уның ниндәй кимәлдә үҫеүе тәрбиәгә бәйле. Тормош, кеше яҙмышы хаҡында тәрән фекер йөрөткән Лилиә Әҡсән ҡыҙы шәхесте үҫтереү темаһына бик иғтибарлы. Уның өсөн донъяла насар кеше юҡ, барыһы ла һәйбәт, уларҙы тик аңлай, ишетә белергә кәрәк.
Телмәр оҫтаһы, сығыш яһаусы, ойоштороу һәләтенә эйә Лилиә Менчикова – һәр саҡ йәмәғәт башланғысында яңынан-яңы идеялар тыуҙырыусы, инициатор, дәртләндереүсе. Пионерҙар йортон етәкләгән осорҙа ул мәғариф бүлеге методисы Сажиҙә Шәмсетдинова менән таныша. Ике йәш белгестең уй-ниәттәре тура килә, байтаҡ эште бергә атҡаралар.
Тиҙҙән педагогтар өсөн “Шишмә” ижади клубы барлыҡҡа килә. Мәғариф белгестәре ҡатнашлығында бихисап байрам, конкурс, кисәләр уҙғарыла. Тәрбиә эшенең маҡсаты – изгелекле, илһөйәр, сәләмәт тормош алып барыуға өҫтөнлөк биргән балалар үҫтереү. Иң мөһиме – ата-әсә, уҡыусы, уҡытыусы төшөнсәләренән теҙелгән сылбыр нығынһын.
Йәмәғәт эшендә ҡайнап, ярты юлда туҡтап ҡалмай, һәр саҡ алға ынтылған тынғыһыҙ Лилиә Әҡсән ҡыҙы 42-се һөнәрселек лицейының да уҡытыу-тәрбиә эшенә яңы һулыш индерә. Студенттар менән төрлө алымдар, формалар ҡулланып эшләй. Ә бит араларында ауыр холоҡлолар, төрлө ғаиләнән килгән үҫмерҙәр була. Тәртип яратҡан тәжрибәле Лилиә ханым һәр береһенең күңеленә юл яра, уларға шәхес итеп ҡарай, ысын ир-егет булып үҫерҙәренә өмөт, ышаныс бағлай. Ошондай ҡараш белгесте кадет кластарын асырға этәрә лә инде.
Студенттар һаны бермә-бер арта. Төрлө институттан килгән комиссия ағзалары, 42-се лицей базаһында имтихан ойоштороп, иң-иңдәрен үҙҙәренә һайлап ҡабул итә. Мәләүез кадеттарына ихтыяж арта, сөнки уларҙың белем кимәле юғары һанала. Уҡыу йортон киңәйтеү уйы Лилиә Менчиковаға тынғылыҡ бирмәй, йәш быуындың киләсәген хәстәрләй.
Ниһайәт, уның тырышлығы, ныҡышмалылығы, маҡсатҡа ынтылыусанлығы менән Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының Мәләүез филиалы үҙ ишектәрен аса. Был уҡыу йортоноң директоры булараҡ, Лилиә Әҡсән ҡыҙы бихисап эш атҡара. Ул шәхесте рухи-әхлаҡи тәрбиәләү буйынса әсбаптар, монографиялар яҙа. Бөгөн дә уның етәкселегендә уҡыу йортон тамамлаусылар рәхмәттәрен еткерә, әсәләре кеүек күреп ҡабул иткәндәрен йәшермәй, йыш ҡына хәтирәләр йомғағын һүтеп, ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫләй, тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Яратҡан педагогтарының улар яҙмышында роле бик ҙур.
Район, ҡалабыҙ үҫешенә тос өлөш индергән Лилиә Менчикова күп наградаларға эйә. Ул “Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы” исемдәренә лайыҡ булған, “Рәсәй Эске эштәр министрлығына – 200 йыл” билдәһе менән бүләкләнгән. Маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттарын һанап та бөтөрөрлөк түгел.
Бөгөн эшлекле ханым ЗАГС бүлеген етәкләй. Уның бүлмәһенән кеше өҙөлмәй. Килгән береһенең ҡыуанысын, хәсрәтен ихлас уртаҡлаша, хөрмәт күрһәтә, изге теләктәрен еткерә ул. Етәкселәренән уңғанын хеҙмәттәштәре лә йәшермәй. “Уның менән эшләүе еңел. Талапсанлыҡ, тәртип яратыу һыҙатының уңышҡа юл икәнлеген төшөндөк. Кеше булараҡ, ул шул тиклем ябай, эскерһеҙ, юморға бай, йомшаҡ күңелле”, – тиҙәр.
Лилиә Әҡсән ҡыҙы тормош иптәше Владимир Ильич менән матур донъя көтөп, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләгән. Ҡыҙғаныс, тормоштоң аяуһыҙлығы уны ла урап үтмәгән. Һөйөклөһөн мәңгелеккә юғалтҡан. Шөкөр, балалары, күҙ нурҙары, әсәләрен һөйөндөрөп йәшәй. Улы Вадим байтаҡ йылдар Рәсәй Тәфтиш комитетының республика буйынса идаралығында эшләй, полковник дәрәжәһенә күтәрелә. Ҡыҙы Вера – ышаныслы адвокат, БР Адвокаттар коллегияһы ағзаһы. Һәр ҡайһыһы үҙ юлын табып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә. Ейән-ейәнсәрҙәре Роман, Элина, Давид – көтөп алған ҡунаҡтары.
Эйе, күп эш башҡарылған, байтаҡ ниәт тормошҡа ашҡан. Ғүмер һәм хеҙмәт юлында осратҡан кешеләрҙең барыһына ла рәхмәт уҡый Лилиә ханым. Күптәре – уның ышаныслы дуҫы, ҡәҙерле һәм яҡын кешеһе.
Лилиә Менчиковаға һоҡланып, ғорурланып ҡарайым. Уның кеүек һынмаҫ рухлы, көслө ихтыярлылар, ныҡлы баҫып алға барғандар һирәк.