Балтас районындағы башҡорт ауылы Көнтүгеш тураһында тәүге мәғлүмәттәр архив документтарында XVIII быуат аҙағында күренә. Мата йылғаһы буйындағы бәләкәй генә ауылда 127 кеше иҫәпләнгән, 12 хужалыҡта – 101 башҡорт, өс өйҙә – 12 мишәр, өс йортта 14 типтәр йәшәүе билдәле. Һуңғылары Ҡыр-Танып улысының эре ер биләүселәре рөхсәте менән килеп ултырған. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса Көнтүгештә 295 башҡорт йәшәгән (50 йорт), типтәрҙәр һәм мишәрҙәр һаны – 162.
Ә XX быуат башында башҡорттарҙың һаны 1046-ға етә.
Ауылда йәмәғәт тормошона дүрт ҙур нәҫел идара иткән. Тарихтан билдәле булыуынса, Мәндеш атаҡлы шәхестәрҙең береһе булған. Уның ейәне Фәсфритдин Наваев дүрт тапҡыр Яйыҡ йылғаһы буйында Ырымбур сиген һаҡлауҙа ҡатнашҡан. Навайҙың улдары – ҙур шәжәрәнең башындағы Науширбан, Лоҡман, Ғилман заманы өсөн уҡымышлы, әүҙемлеге менән айырылған, көс-ҡеүәте ташып торған ир-егеттәр булған.
Лоҡмандың улы Ҡыяметдин (1859 – 1946) дини кеше булған – указлы мулла, Ҡөрьәнде яттан белгән шәхес, ауыл муллаһы, аҡыл эйәһе, мосолман ҡанундары буйынса ғүмер кисергән игелекле мосолман. Халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлап йәшәгән мөғәллим, үҙенең өйөндә мәҙрәсә асып, йыһазландырып, халыҡты уҡытҡан. Ауылдаштары алдында ҙур абруй ҡаҙанған. Иң яҡшы сифат-һыҙаттарын туғыҙ балаһына тапшырған атай ҙа ул.
Оло улы Әғзәм үҙ теләге менән мосолман дине тәғлимәтен өйрәнә, ошо йүнәлештә уҡыуын дауам итә, атаһы кеүек указлы мулла дәрәжәһенә лайыҡ була, ләкин йәш егеттең яҙмышы көтөлмәгәндә киҫкен йүнәлешкә борола. Заман елдәрен тойоп, яңы һөнәргә – уҡытыусыға уҡып сыға. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Ҡөрьәнде ташламай, Ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнә, доғаларын ҡабатлап йәшәй, хәҙистәрҙе ятлай. Хеҙмәт юлын 1914 йылда Яңы Таҙлар башланғыс мәктәбендә башлай. Башҡорт телен камил өйрәнә, 1914 йылда тыуған ауылы Көнтүгешкә ҡайтып, башланғыс мәктәп аса, балаларҙы хәреф танырға, уҡырға, яҙырға өйрәтә. Ҡайҙа ғына эшкә барһа ла, шунда мәктәп яны йәшелсә-емеш баҡсаһына нигеҙ һала. Үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдыра. Уҡытыусылыҡ һөнәре балаларына күсә бара, уҡымышлы булыу ул осорҙа ла оло мәртәбә була.
Әғзәм улыс күләмендә әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булып китә, халыҡ мәнфәғәттәре өсөн аяуһыҙ көрәшсегә әйләнә. Тәүәккәл һәм мәғлүмәтле булыуы менән инҡилап йылдарында сәйәси яҡтан наҙандарҙы дөрөҫ юлға алып сыға. Сәйәсәттең сәйәхәт түгел икәнен төшөндөрөп, ололарға киске уҡыуҙар ойоштора. Был мөһим эшкә ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла йәлеп итә.
Лоҡмановтың әүҙемлеген күреп, 1921-1922 йылдарҙа башҡорт ауылы Тушҡырға күсерәләр. Бында ул ҙур йәшелсә баҡсаһына нигеҙ һала. Уның тырышлыҡ һөҙөмтәһе булып, баҡса оҙаҡ йылдар емеш бирә. 1922/23 уҡыу йылында Әғзәм күрше Уразай ауылында башланғыс мәктәп асып ебәрә, балаларҙы ла, ололарҙы ла белем юлына алып сыға. Ғөмүмән, Лоҡманов ваҡиғалар үҙәгендә була.
Уразайҙа бандиттар революцион фекерле кешеләрҙе юҡ итә. Әғзәмдең тормошонда ла ҡурҡыныс ваҡиға була. Дошмандар мөғәллимде ҡулға алып, уны атырға алып барғанда бөтә халыҡ – йәше лә, ҡарты ла уҡытыусыны яҡлап сыға. Остаз иҫән ҡала. Был хәл Лоҡмановтың халыҡ араһындағы абруйы тураһында һөйләй. 1937-1938 йылдарҙа уның күптәнге хыялы тормошҡа аша. Ауыл халҡының көсө менән Уразай ете йыллыҡ мәктәбе өсөн ун бүлмәле ағас бина төҙөлә.
Нәҡ ошо йылдарҙа Әғзәм Лоҡманов XVIII быуатта йәшәгән немец педагогы Адольф Дистервегтың тәрбиә биреү теорияһын ныҡлап өйрәнә: “Мәктәптә иң мөһим күренеш, иң үрнәкле фән, ғәйәт йәнле миҫал – уҡытыусының шәхси үрнәге!” Ул да берҙәм халыҡ мәктәптәре төҙөү идеяһын яҡлай икән. Ошо фекерҙәргә таянып, Әғзәм 1943 йылға тиклем уҡытыусы булып эшләй һәм фронтҡа китә.
Һуғыштан ҡайтҡас, 1955 йылға тиклем биологиянан уҡыта. Йылдар үтә, Әғзәм ултыртҡан емеш ағастары мул уңыш бирә. Уразай уның икенсе тыуған иленә әйләнә. Шулай итеп, яҙмыш Лоҡмановты ошо күркәм төбәк менән бәйләй. Ул алты баланың атаһы, кәңәшсеһе булып, матур тәрбиә бирә.
Улы Рәйес тә ошо мәктәптә физиканан уҡыта башлай. Бик һәләтле, мәғлүмәтле уҡытыусы беренсе радиоалғысты йыя һәм бағана башына урынлаштыра. Фронттағы яңылыҡтарҙы бөтә ауыл тыңлай. 1944 йылда уның үҙен, йәш уҡытыусыны, Уразай халҡы район үҙәгенә ҡәҙәр оҙатып бара. Һуңғы осрашыу һәм хушлашыу ошо булған икән. Тормоштоң йәмен күрмәгән, тәмен татымаған аҫылташ һыуға төшөп киткән кеүек хәбәрһеҙ юғала. Тыуған ил тағы бер талантлы улын юғалта.
1926 йылда тыуған Фәниә Лоҡманова үҙенең педагогик хеҙмәт юлын 1943 йылда башлай. Һуғыш йылдары: иртән – мәктәптә, төштән һуң – колхозда. Бына кемдәр Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан! 28 йыл Яңы Балтас мәктәбендә эшләй, тормошҡа сыға, үҙенең хеҙмәттәше менән бәхетле ғүмер кисерә.
Рифҡәт Лоҡмановты 17 йәшендә һуғышҡа алалар. Шинель биргәс, итәген ҡырҡырға тура килә. Буйға бәләкәй булһа ла, бик ҡыйыу һәм тәүәккәл, үткер, батыр һалдат булған. Иптәштәре шат күңелле, ҡыйыу булғаны өсөн “Беҙҙең Салауат!” тип бик яраталар үҙен.
Иҫән-һау ҡайтып, ул да балалар тәрбиәләү эшенә тотона. Ситтән тороп юғары белем ала, 20 йыл Көнтүгеш мәктәбендә биология һәм география фәндәренән уҡыта. Оҫта гармунсы Өфөлә уҙған “Тальян гармун” фестиваль-конкурсында бер нисә йыл рәттән еңеүгә өлгәшә. Тормош иптәше Гөлмәрйәм апай ҙа уҡытыусы ине, 11 йыл алдынғы булып эшләне. Уны ауылдаштары ауыл советы рәйесе итеп һайлап ҡуйҙы.
Әғниә Лоҡманова ла Көндәшле урта мәктәбендә башланғыс кластарҙа 31 йыл намыҫлы эшләне. Өлгөлө хеҙмәте өсөн күп тапҡыр маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән хеҙмәт ветераны ул. Ингел Лоҡманов иһә Уразай урта мәктәбендә хеҙмәткә өйрәтеү мастеры була.
Изге эшен балалары дауам итә
Марат Лоҡмановтың ҡыҙы Светлана 32 йыл Нефтекама ҡалаһының 1-се лицейында рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Юғары класлы педагог Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Фая Әғзәм ҡыҙы Лоҡманова Бөрө дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын уңышлы тамамлап, 1958 йылдан Уразай урта мәктәбендә уҡыта, 35 йыл ғүмерен яратҡан эшенә арнай. Өлгөлө хеҙмәте өсөн “Почет Билдәһе” ордены менән наградлана.
Уның тормош иптәше Ғәрәби Сафый улы Вәлиев йәшләй вафат була. Фая апай биш улын яңғыҙы үҫтерә, юғары белем алырға шарттар тыуҙыра, әсәләргә генә хас мөхәббәткә сорнап тәрбиәләй. Бөгөн ул пенсияла, ейән-ейәнсәрҙәренә ихлас ярҙам итә.
Мәктәп директоры Ғәрәби Вәлиевтең исеме ауыл халҡы өсөн легенда булараҡ яңғырай – БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы ауыл тарихында тәрән эҙ ҡалдырҙы. 1953 йылдан башлап директор булып эшләне. Элекке ауыл байы Ғәлихан хажиҙың өйөн һүтеп, өр-яңы ике ҡатлы мәктәп һалдыртты. Был төҙөлөш фәҡәт уның шәхси тырышлығы менән башҡарылды.
Ғәрәби Вәлиев ысын уҡытыусы, көслө етәксе ине. Ауыл уртаһында гөрләп, ҡорт күсен хәтерләткән урта мәктәп бинаһы ла – уның ун йылдан артыҡ башҡарған хеҙмәт емеше. Бөгөн унда шәжәрә башында торған Әғзәм ҡарттың ейәне Рөстәм Вәлиев ғаилә йолаларын дауам итә. Көслө физика уҡытыусыһы, һәләтле етәксе. Юғары эрудициялы, тәрән белемле белгес. Олатаһы Әғзәмдең матур хыялдарын тормошҡа ашыра. Рөстәмде районда юҡҡа ғына ”беҙҙең Курчатов” тип йөрөтмәйҙәр. 2017 йылда “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеүсе булды. Иптәше Әлфиә башланғыс кластарҙа уҡыта.
Башҡортостандың мәғариф отличнигы Рөстәм Вәлиевтең өс алтыны – ышанысы, нәҫелен дауам итеүселәре бар. Оло ҡыҙы Лилиә урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Башҡортостан дәүләт медицина университетында белем алды. Бөгөн Мәскәүҙә Н.М. Сеченов исемендәге институтта ординатурала белемен камиллаштыра.
Улы Ринат та, Мәскәүҙә А.Н. Колмогоров исемендәге фәнни үҙәктә уҡып, XI класты алтын миҙалға тамамланы һәм Мәскәү ғилми-тикшеренеү институтын һайланы. Кесе ҡыҙы Юлиә V класта яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, уның да уҡытыусы буласағына шик юҡ, сөнки яратҡан уйыны – ”мәктәп”.
– Уҡытыусы хеҙмәте ифрат ҡатмарлы, ләкин ул беҙҙе аңлашырға, бала күңелен аңларға өйрәтә, тормошобоҙҙо балалар йылмайыуы, еңеү шатлыҡтары менән байыта. Быуындар бәйләнеше дауам итә. Башҡорт ауылы Көнтүгештән башланған мәғрифәтселәр династияһы вәкилдәрендә уҡытыусылыҡ рухы йәшәй. Беҙҙең бурыс – балалар йөрәгендә нур һәм яҡтылыҡ сәскән Ҡояшты уятыу, уларҙы үҙаллы фекерләргә өйрәтеү һәм алдағы тормош юлына әҙерләү. Беҙҙең шәжәрәгә ингән уҡытыусылар династияһының дөйөм педагогик стажы – 320 йыл, – ти Рөстәм Вәлиев.
Үткәндәр аша башҡорт халҡының белемгә ынтылғанын күрһәтергә тырыштыҡ. Тарихтың нөктәһе юҡ, ул Ғаләм шикелле сикһеҙ, ә беҙ унда бер туҙан бөртөгө генә. Кеше йәшәй, балалар үҫтерә, шәжәрәһен киңәйтә. Уның изге эшен балалары дауам итә. Мөғәллимдәрҙең эше, башҡарған ғәмәле балалары, уҡыусылары күңелендә мәңге йәшәй.