Белем һәм тәрбиә
5 Октябрь 2020, 16:45

"Ауыл уҡытыусыларына ярҙам программаһын тағы ла яҡшыртасаҡбыҙ"

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Уҡытыусылар көнө айҡанлы республика педагогтарына дәүләт наградалары тапшырҙы.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Уҡытыусылар көнө айҡанлы республика педагогтарына дәүләт наградалары тапшырҙы.
– Уҡытыусылар көнө беҙҙең өсөн – төп байрамдарҙың береһе ул, – тине республика Башлығы. – Өлкәнәйеп, хәтеребеҙ яңынан-яңы йөҙҙәр, ваҡиғалар менән тулыланһа ла, беренсе уҡытыусыбыҙ образы, остаздарыбыҙ тураһындағы иҫтәлектәр һис ҡасан да онотолмаҫ. Ошо байрам көнөндә барығыҙға ла ҙур рәхмәт еткерәбеҙ. Тап һеҙҙең хеҙмәтегеҙ республикабыҙ киләсәген, балаларыбыҙҙың ниндәй булырын билдәләй.
Радий Хәбиров педагогтарға коронавирус пандемияһы осоронда сабырлыҡ һәм рух ныҡлығы өсөн рәхмәт әйтте. Ул ауылдарҙа эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар тапшырҙы. Мәғлүм булыуынса, былтыр июлдә республика Башлығы йәш, өмөтлө ауыл педагогтарына ярҙам күрһәтеү өсөн йыл һайын уларҙың һәр береһенә 600 мең һумлыҡ 100 грант булдырғайны. Быйыл уларҙың күләме – 150-гә, суммаһы 690 мең һумға тиклем арттырылды.
– Һеҙ – заманыбыҙҙың ысын геройҙары. Күптәр ҡалала эшләргә теләй, ә һеҙҙе күңелегеҙ йыш ҡына шарттары, уңайлыҡтары булмаған ауылға тартҡан. Шунда хеҙмәт итәһегеҙ, балаларға белем бирәһегеҙ. Ошоноң өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, – тине төбәк Башлығы. – Ауыл ерендә эшләгән педагогтарға ярҙам программаһын һаҡлап ҡалып, уны артабан тағы ла яҡшыртасаҡбыҙ.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас