Белем һәм тәрбиә
5 Октябрь 2020, 16:15

Бөрйәндә - уҡытыусыларға һәйкәл

Иҫке Монасип мәктәбе директоры Данил Ҡотлобаевтың башланғысын коллектив дәррәү күтәреп ала.

Бөгөн Бөрйән районының Иҫке Монасип мәктәбендә ҙур эш тамамланды – уҡытыусылар хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылды. Әлегә ул рәсми асылмаған, шулай ҙа педагогтар һәм уҡыусылар оло бүләктәй ҡабул итеп, һөйөнөп бөтә алмай.
Ошо ауыл мәктәбе директоры, уҡытыусылар ғаиләһендә тәрбиәләнеп үҫкән Данил Камил улы Ҡотлобаев изге һөнәргә, һис шикһеҙ, һәйкәл ҡуйыу кәрәклеген маҡсат итеп ала һәм яҙ-йәй айҙарында уны тормошҡа ашырырға тотона. Башланғысты мәктәп коллективы ла дәррәү күтәреп ала. Уҡытыусылар 1924 йылдан, ауылда тәүге мәктәп асылғандан, алып бөгөнгәсә эшләгән педагогтар исемлеген тулыландырһа, техник хеҙмәткәрҙәр һәйкәлгә постамент әҙерләй. Китапты һынландырған стеланы Һамар өлкәһендә эшләтеп алып ҡайталар.
"Гранит китаптың бер яҡ битенә:
"Күсәренә ерҙең ҡуйыр инем,
Мәңгелектең хатта үҙенә!
Яҙып ҡуйыр инем алтын менән
"Уҡытыусы" тигән һүҙ генә!" - тигән шиғыр юлдары яҙылһа, икенсе яғында Мифтахетдин Аҡмулланың "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!" тигән билдәле һүҙҙәре урын алған. Ә уның аҫтына уҡытыусылар исемлегенән торған стенд эленгән. Әлегә һәйкәл районда юғары әҙерлек режимы һаҡланыу сәбәпле рәсми асылмаған, шулай ҙа был һөйөнөслө ваҡиға Уҡытыусылар көнөнә бүләк булараҡ иғлан ителде.
"Стела быйыл яңы һулыш алған мәктәп майҙансығында төп үҙенсәлек булараҡ үҙ урынын биләне. Шулай итеп, районыбыҙҙа уҡытыусы тигән изге һөнәргә тәүге һәйкәл ҡуйылды", – тип хәбәр итә урындан Динара Ҡотлобаева.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас