Бөгөн – Уҡытыусылар көнө. Ошо айҡанлы мәктәп йылдарын, уҡытыусыларыбыҙҙы иҫләп алыу бик тә урынлы булыр.
Һеҙ үҙегеҙҙең мәктәптә алған тәүге “икеле”геҙҙе иҫләйһегеҙме? Мин бик яҡшы хәтерләйем ул ваҡиғаны! 2-се класта уҡығанда булды ул хәл.
Математика дәфтәренә “Өйгә эш”, “...-се миҫал” тип яҙып ҡуйғас, дәфтәр битенең иң аҫҡы 3-4 юлы ғына ҡалыуын күреп, туҡтап ҡалдым. Ә миҫалдар күп кенә. Мин уларҙың барыһын да китаптағыса бағана рәүешендә башҡарырға теләп, дәфтәремдең киләһе битен астым да, шунда эшләп ҡуйҙым.
Уҡытыусыбыҙ тикшергән дәфтәрҙе ҡулыма алғас, “Өйгә эш”, “...-се миҫал” тигән яҙыу аҫтында ҡыҙыл ҡәләм менән ҡуйылған ҙур ғына “2” билдәһен күреп, аптырап киттем. Күҙемдән йәштәр атылып сыҡты. Дәфтәрҙең киләһе битен асып ҡарайым: унда тигеҙ генә бағана булып мин эшләгән миҫалдар тора.
Эргәмдә ултырған малай шунда уҡ эштең нимәлә икәнен төшөндө һәм: “Әйт апайға, һин бит өйгә эште эшләгәнһең”, - ти. Тиҫкәрелегем дә булғандыр инде, “юҡ” тип баш сайҡаным. Минең күҙ шәмәртеп ултырыуымды күреп, уҡытыусым: “Икеле” алырға теләмәгәс, өйгә эште башҡарып киләләр”, - тине. Тағы ла нығыраҡ үпкәләнем һәм дәрестә ҡатнашмай шым ғына ултырҙым. “Нисек инде уҡытыусыбыҙ – шундай аҡыллы кеше, дәфтәрҙең киләһе битен асып ҡарарға башы етмәгән?” – тип уйлағанмындыр инде бала аҡылым менән.
Хәҙер инде, йылдар үткәс, был ваҡиғаға бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарайым. Утыҙҙан ашыу баланың бер нисә фәндән дәфтәрҙәрен төн уртаһына тиклем тикшереү барышында уҡытыусыбыҙҙың “Туҡта әле, был бала өйгә эште яңы биткә эшләмәнеме икән” тип, дәфтәр битен ялпылдатып ултырырға ваҡыты ла булмағандыр. Бөгөнгө аҡылым менән үпкәләп, өндәшмәй ултырыуҙың да дөрөҫ булмауын аңлайым.
Әлбиттә, бала саҡта ниндәй генә хәл булмаҫ. Әммә шуныһы хаҡ: беҙгә ябай ауыл мәктәбендә бик төплө белем, матур тәрбиә биргәндәр. Бының өсөн уҡытыусыларыма ҙур рәхмәт!