Белем һәм тәрбиә
8 Октябрь 2020, 05:30

Ямаштар объектты түҙемһеҙлек менән көтә

Балаҡатай районының Ямаш ауылында 95 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамланып килә.

Балаҡатай районының Ямаш ауылында 95 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамланып килә. Эшселәр тирә-яҡтағы биләмәне төҙөкләндереү менән мәшғүл.
Социаль объект төҙөлөшө былтыр декабрҙә башланғайны. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына ярашлы һалына.
Әлегә тиклем баҡса иҫке ике бинала урынлашҡайны. Ауыл халҡы был объектты түҙемһеҙлек менән көтә. Эшселәр экскаваторҙар ярҙамында баҡса майҙансығын тигеҙләй, ихатала ағас, ҡыуаҡтар ултырта. Шулай уҡ бордюр ташы һалына, асфальт түшәлә.
Балалар баҡсаһы бинаһында эш тамамланған тиерлек. Әле бында йыһаз ташыйҙар. Төркөмдәрҙә видеокүҙәтеү камералары ҡуйыла. Бинала лифт ҡуйылған.
Фото: bash.news
Читайте нас