Белем һәм тәрбиә
9 Октябрь 2020, 09:01

Аҡыллы сәйәсәт һөҙөмтәһе

Белем усаҡтарын төҙөү буйынса беҙҙең менән ярышырлыҡ төбәк юҡ.

Башҡортостандың Рәсәйҙә социаль-иҡтисади йәһәттән ныҡ алға киткән, агросәнәғәт тармағында йылдам үҫешкән, инвесторҙар йәлеп итеүҙә, төҙөлөш өлкәһендә күптәргә өлгө һаналған, шулай уҡ мәҙәниәттә лә, спортта ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән, ҡыҫҡаһы, һәр йәһәттән дә үҫеш кисергән алдынғы төбәктәрҙең береһе икәнен барыһы ла таный һәм белә. Йәшәйештә ифрат мөһим әһәмиәткә эйә мәғариф тармағы ла бөгөн бейеклектәр яулай икән, уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республикабыҙҙа алып барған аҡыллы сәйәсәтенең һөҙөмтәһе тип аңларға кәрәк.


Тырыш хеҙмәт юғары баһалана


Шуныһы ҡыуаныслы: Радий Хәбиров республика етәксеһе вазифаһында эшкә тотонғас, мәғарифҡа иғтибар бермә-бер артты. Мәҫәлән, белем биреү өлкә­һендә идараны һәм кадрҙар сәйәсәтен камиллаштырыу буйынса комплекслы программа бул­дырыуға ҙур тырышлыҡ һалынды, ул әле лә матур ғына дауам итә.
Республикабыҙҙа мәктәптәрҙең матди-техник базаһын яҡшыртып, уларҙы тейешенсә йыһазландырып һәм инфраструктура менән тәьмин итеп төҙөү тәңгәлендә бихисап эш башҡарылды. 2020 йылға яңы объекттар һалыу, ғәмәлдәгеләрен үҙгәртеп ҡороу, капиталь төҙөклән­дереү иҫәбенә уҡыу урындары булдырыу йөкләмәһе ҡуйылғайны, ә 2025 йылға иһә балаларҙың бары­һы ла бер сменала уҡырға тейеш тигән бурыс йөкмәтелгәйне. Ҡыҫҡа­һы, заманса мәктәп мөхите тыуҙы­рыу эше эҙмә-эҙлекле алып барыла. Дөрөҫөн әйткәндә, белем усаҡтарын төҙөү буйынса илебеҙҙә беҙҙең менән ярышырлыҡ бүтән төбәк юҡтыр. Хәҙер һәр бала заманса мәктәптә уҡый, уларға төплө белем һәм күркәм тәрбиә алыу өсөн һәр яҡлап та уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Республика етәксеһе яңы эш форматы – “Мәғариф сәғәте”н аҙна һайын үткәреү зарурлығын билдә­ләне һәм үҙенең һүҙендә торҙо. Һөйләшеү һәр саҡ ҡыҙыу бара, унда сетерекле мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелә, хәл ителә.
Педагогтарҙың август кәңәшмә­һендә көнүҙәк һорауҙар күтәрелә, сөнки мәғариф йүнәлешендә бә­ләкәй һәм ҙур мәсьәлә юҡ. Уларҙың барыһы ла балаларҙың киләсәгенә туранан-тура бәйле.
Рәсәй Президенты Владимир Путин I–IV класс уҡыусыларын бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итеү тигән тәҡдим индергәйне. Был тәңгәлдә Башҡортостан илебеҙҙә бүтәндәргә өлгө күрһәтте, быйыл рес­публика Башлығы Радий Хә­биров хәстәрлеге менән иң берен­селәрҙән булып 1 сентябрҙән баш­ланғыс класс балалары түләүһеҙ туҡлана башланы.
Педагогтарға арналған төрлө бай­рамдарҙың күтәренке кәйефтә үте­үе – һөйөнөслө. Уҡытыусылар көнө, тәрбиәселәр көнө, йәнә 1 сен­тябрь – Белем көнө, 25 майға тура килгән һуңғы ҡыңғырау һәм баш­ҡа тантаналар – шуға асыҡ ми­ҫал. Беҙҙә “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” һөнәри оҫталыҡ республика конкурсы айырым баҫҡыста тора. Башҡортостан Баш­лығы ошо сараларҙың һәммәһендә лә ҡатнашырға тырыша, хәйер, бүтән ваҡытта ла ул мөғәллимдәр янында йыш була. “Тырыш хеҙмәт юғары баһаланырға тейеш!” Был – Радий Фәрит улының һүҙҙәре.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан етәксеһе уҡытыусылар форумында: “Беҙҙә полилингваль гимназиялар барлыҡҡа килә башланы, бөгөн уларҙың икәүһе – Өфө ҡалаһында, берәүһе Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләй, ә йыл аҙағында иһә Нефтекама ҡалаһында дүртенсе полилингваль гимназия сафҡа инәсәк. Ҡыҫҡаһы, 2024 йылға хәтлем бөтә­һе 15 полилингваль гимназия асы­ласаҡ”, – тип шатлығы менән уртаҡ­лашты. Уҡыусы баланы һәр яҡлап үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан әлеге белем усаҡтарын телгә алыу күпте һөйләй, был – республика етәксе­легенең мәғариф тармағына өҫтөн­лөклө йүнәлештәрҙең береһе булараҡ ҡарауы.


Мөҡәддәс бурыстар


Әйткәндәй, ил Президенты тәҡ­дим иткән бихисап милли проекттар араһында “Мәғариф” өҫтөн­лөклө милли проекты республи­кабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырыла. Ғәмәлдә ул иң мөһим урынды биләй һәм өр-яңы мәктәптәр, заманса балалар баҡсалары тө­ҙөүгә, һәр береһенең матди-техник базаһын яҡшыртыуға һәм башҡа мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеүгә йү­нәл­телгән. Милли проект­ҡа ярашлы, белем усаҡтарында уҡытыуҙың өр-яңы алымдары һәм программа­лары индерелә башланы, был тәң­гәлдә уй-ниәттәр эҙмә-эҙлекле дауам итә. Заман башҡа – заң баш­ҡа, тигәндәй, иҫкергән йәки ҡатып ҡалған эш алымдары үҙенән-үҙе юҡҡа сыға. Һөҙөмтәлә 2024 йылда уҡытыу сифаты буйынса тәүге тиҫ­тә ил исемлегенә инергә тейешбеҙ.
Ә инде Башҡортостанда ике тиҫтәнән ашыу мәктәптең һәм балалар баҡсаһының асылыуы – рекорд. Бындай йылдам эш тиҙлеге киләсәктә лә дауам итәсәк. Иҫке һәм туҙған мәктәптәр булмаһын, балалар уларҙа өшөп-ҡалтырап ултырмаһын, ҡыҫҡаһы, белем алыу өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу өсөн беҙҙә барыһы ла эшләнә.
Республика етәксеһе белде­реүенсә, мәғариф системаһының матди-техник базаһын яҡшыртыу – мөҡәддәс бурыс­тарҙың береһе. Шул уҡ милли проект сиктәрендә ҡабул ителгән сентябрь указы ниге­ҙендә киң төҙөлөш алып барыла. Етмәһә, йыл да ауыл мәктәбендә эшләгән уҡытыусыларға 600-әр мең һум күләмендә 100 грант тапшы­рырға ҡарар ителде. Быйыл ярҙам күләме лә, наградланыусылар һаны ла артты. 150 уҡытыусының һәр береһе 690 мең һум аласаҡ. Шулай уҡ олимпиадалар, конкурс­тар еңеүселәрен әҙерләгән һәм уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтихандары йомғаҡтары буйынса юғары һөҙөмтәләр күрһәткән уҡытыусыларға ла премия биреү хәстәрләнде. Дәртләндереү саралары киләһе көндәргә ышанысты арттыра, өмөт уята. Шуға күрә яҡташтарыбыҙ Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа һынатмай.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәр кем өсөн асыҡ, урындарҙа осрашыу­ҙар­ҙан тыш ул социаль селтәрҙәрҙә лә ныҡ әүҙем.
Педагогтар һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булыуҙарына Башҡорт­остан етәксеһе Радий Хәбировҡа сикһеҙ рәхмәт әйтә.

“Уҡытыусылар көнө алдынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың дәүләт наградалары тапшырылды, шулай уҡ Бөтә Рәсәй конкурстарында еңеүселәр сертификаттар алып шатланды”, – тип яҙған бер уҡытыусы.


Уңышлы эш емештәре


Кешенең һәр ҡаҙанышында иң беренсе уның ғаиләһе һәм уҡытыу­сыһы тороуын барығыҙ ҙа беләһе­геҙ, тигәйне бер сығышында Радий Фәрит улы һәм күп педагогтарҙың исеме мәғарифтың “алтын фонд”ын тәшкил итеүен ҙурлап һөйләне, уларҙы өлгө итеп ҡуйҙы.
Көтөп алынған яңылыҡ – 2021 йылда мәктәптәрҙәге өсөнсө смена тулыһынса бөтөрөләсәк. Һүҙ ҙә юҡ, республикабыҙҙа был тәңгәлдә 2020 йылда ла маҡсатлы эш башҡарылды. Бынан тыш, 2024 йыл аҙағына, дөйөм алғанда, белем усаҡтарында 230 мең яңы урын барлыҡҡа киләсәк.
Төбәк етәксеһенең ауыл мәктәбе мәсьәләһенә айырым иғтибары – киләсәк тураһында хәстәрлек. Радий Фәрит улының һүҙҙәренә ҡарағанда, “Ауыл уҡытыусыһы” программаһын раҫлау тәҡдиме менән сығыш яһағандар.
Ауыл тигәндән, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, мәктәп автобустары мәсьәләһенә етди иғтибар бүлеп, алдан уйланылған сәйәсәт алып барыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Мәктәп автобусы водителенең төп бурысы – пассажирҙарҙы мәктәпкә имен-аман алып барып еткереү һәм өйҙәренә кире илтеп ҡуйыу, ә пассажирҙары – балалар. Шуны иҫәптә тотоп, водителдәрҙең һөнәри оҫталыҡтарына айырым талаптар ҡуйылды.
Ошо аныҡ миҫал республика етәкселегенең “Балалар – беҙҙең киләсәк!” принцибына тоғро булыуын аңлата.

Йыл һайын 10 иң яҡшы ҡала һәм 10 иң алдынғы ауыл мәктәбен билдәләп, гранттар тапшырыу республика мәғарифы үҫешенә ҙур йоғонто яһаясаҡ.
Заман үҙ талаптарын ҡуя. Республи­кабыҙҙа хатта ауыл мәктәптәрендә лә уҡыусы балаларҙың юғары тиҙлектәге интернет ҡулланыуы – ҙур ҡаҙаныш. Ҡыҫҡаһы, белем алыу өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырыу – Башҡорт­остан етәкселегенең уңышлы эш һөҙөмтәһе.

Читайте нас