Белем һәм тәрбиә
9 Октябрь 2020, 08:30

Ауыл уҡытыусыларына гранттар тапшырылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Уҡытыусылар көнө айҡанлы республика педагогтарына дәүләт наградалары тапшырҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Уҡытыусылар көнө айҡанлы республика педагогтарына дәүләт наградалары тапшырҙы.


– Уҡытыусылар көнө беҙҙең өсөн – төп байрамдарҙың береһе, – тине республика Башлығы. – Өлкәнәйеп, хәтеребеҙ яңынан-яңы йөҙҙәр, ваҡи­ғалар менән тулыланһа ла, беренсе уҡытыусыбыҙ образы, остаздарыбыҙ тураһындағы иҫтәлектәр һис ҡасан да онотолмаҫ. Ошо байрам көнөндә барығыҙға ла ҙур рәхмәт еткерәбеҙ. Тап һеҙҙең хеҙмәтегеҙ республикабыҙ киләсәген, балаларыбыҙҙың ниндәй булырын билдәләй.


Радий Хәбиров педагогтарға коронавирус пандемияһы осоронда са­бырлыҡ һәм рух ныҡлығы өсөн рәхмәт әйтте. Ул ауылдарҙа эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар тап­шырҙы. Мәғлүм булыуынса, былтыр июлдә республика Башлығы йәш, өмөтлө ауыл педагогтарына ярҙам күрһәтеү өсөн йыл һайын уларҙың һәр береһенә 600 мең һумлыҡ 100 грант булдыр­ғайны. Быйыл уларҙың күләме – 150-гә, суммаһы 690 мең һумға тиклем арттырылды.
Читайте нас