Тормошта бер нимә менән дә үлсәп, сағыштырып булмай торған ҡиммәттәр бар. Шундай байлыҡтарҙың береһе – балалар. Ябай ғаилә миҫалында алып ҡарағанда, улар – йәшәүҙең мәғәнәһе, йәме, һинең дауамың, ҡотоң һәм ырыҫың, ә тотош йәмғиәт, дәүләт һәм кешелек үлсәмен күҙ уңында тотһаҡ, балалар – ул беҙҙең киләсәк, ошо ерҙең буласаҡ хужалары. Иртәгәһе көнөбөҙҙөң ни дәрәжәлә ышаныслы, яҡты булыры бөгөн беҙҙең улар хаҡында күргән хәстәрлеккә һәм тәрбиәгә бәйле. Был йәһәттән республикабыҙҙа маҡсатлы эштәр бойомға ашырыла, яңынан-яңы башланғыстарға нигеҙ һалына, махсус программалар, проекттар булдырыла.
Сират мәсьәләһе хәл ителәсәк
Республикабыҙ балалар баҡсалары төҙөлөшө буйынса илдә алдынғы төбәктәрҙең береһенә әйләнә бара. Күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә был хаҡта бына нимә тип яҙҙы: “Беҙ социаль объекттарҙы күп төҙөйбөҙ. Быйыл тапшырылырға тейешле 24 балалар баҡсаһының тағы береһен һалып бөттөк. Ул Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан һәм 215 урынға иҫәпләнгән. Тиҙҙән Өфөнөң Дим районында – 180 урынға, Өфө районының Алексеевка ҡасабаһында – 220, Иглинда һәм Туймазыла 260-ар урынға иҫәпләнгән ҙур балалар баҡсаларын тапшырасаҡбыҙ.
Шул уҡ ваҡытта балалар баҡсаһында урын мәсьәләһе айырыуса ҡырҡыу булған төбәктәр ҙә бар әле. Шуларҙың береһе – Кузнецов затоны. Был биҫтәлә бәләкәй балалы йәш ғаиләләр күп, шуға күрә эшкә сыға алмаған әсәләрҙең асыуы аңлашыла. Быйыл унда ҙур төҙөлөш башланыҡ. Дөйөм алғанда, балалар баҡсаларында 3090 урын булдырыуҙы күҙаллайбыҙ. Был сират мәсьәләһен күп йәһәттән хәл итәсәк”.
Бөгөн Өфөлә генә бер юлы биш балалар баҡсаһы төҙөлә, шуларҙың өсәүһе – Сипайлово биҫтәһендә. Уларҙың тәүгеһе Юрий Гагарин урамы, 44/2-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Тирә-яҡҡа йәм өҫтәп ултырасаҡ өс ҡатлы бина 190 урынға иҫәпләнгән. Баҡсала һигеҙ төркөм буласаҡ: өсәүһе – ясле йәшендәгеләр өсөн, бишәүһе мәктәпкәсә йәштәге балаларға иҫәпләнгән. Шулай уҡ тәрбиәләнеүселәргә төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү мөмкинлеге ҡаралған, музыка һәм физик тәрбиә залдары буласаҡ.
Был баҡса сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа йөрөй алырлыҡ итеп проектланған, шуға күрә бында ике лифт буласаҡ. Йөк лифты аҙыҡ-түлек ташыу өсөн тәғәйенләнә, ә икенсеһе ярҙамында балалар ауырлыҡһыҙ тышҡа йөрөргә сыға аласаҡ. Төҙөүселәр билдәләүенсә, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыла. Бөтә ергә күҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ, бинаға инеү өсөн ата-әсәләргә махсус магнит асҡыстары таратыласаҡ.
Әлеге мәлдә был бинала тышҡы һәм эске коммуникациялар үткәрелә, биҙәкләү эштәре бара.
– Ихаталағы уйын майҙансығына хәүефһеҙ резина япма һалынасаҡ. Төрлө уйындар өсөн ҡорамалдар килтерелә башланы. Балалар баҡсаһын йыл аҙағына тапшырырға ниәтләйбеҙ, – ти төҙөүселәр.
Тағы ике балалар баҡсаһы Юрий Гагарин һәм Яр буйы урамдарында буласаҡ. Тәүгеһендә – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәр аша таныштырғанында – эштәр тамамланыу өҫтөндә. 215 урынлыҡ балалар баҡсаһы тиҙҙән сафҡа инәсәк. Уның биләмәһенә ирекмәндәр һәм экологтар 100 төп ағас ултыртҡан.
Иң бәләкәстәрҙең дә йөрөгөһө килә!
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әлеге вазифаға тәғәйенләнеүенең тәүге осоронан уҡ балалар баҡсаларында ясле урындарын арттырыу бурысын ҡуйҙы. Был изге башланғыс республика етәкселегенең даими контролендә тотола. Башҡортостанда, “Демография” милли проектына ярашлы, “Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу” тигән махсус программа ла булдырылып, уңышлы ғәмәлгә ашырыла.
Сентябрь аҙағында Рәсәй Хөкүмәтендә үткән ултырыш барышында Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин илдең бер нисә төбәге менән бер рәттән Башҡортостанға ла балалар баҡсаларында өҫтәмә рәүештә ясле урындары булдырыуға 700 миллион һум аҡса бүленеүе тураһында белдерҙе. Был субсидия мәктәпкәсә йәштәге учреждениела меңдән ашыу бәләкәсте урын менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк.
Әйтергә кәрәк, 1,5 йәштән өс йәшкәсә бәләкәстәрҙе мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урындар менән тәьмин итеү башланғысы республиканың ҡала һәм райондарында бик әүҙем тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, күптән түгел Мәсетле районының Кесе Ыҡтамаҡ ауылындағы балалар баҡсаһында 13 урынға иҫәпләнгән ясле төркөмө асылды.
Өр-яңынан төҙөкләндерелгән бүлмәләрҙе танырлыҡ та түгел: бында яңы спорт ҡорамалдары, йомшаҡ мебель, аш бүлмәһе йыһазы, шулай уҡ уңайлы карауаттар, шкафтар, өҫтәл һәм ултырғыстар алынған. Һәр нәмә бәләкәстәр өсөн хәүефһеҙ, уңайлы булһын тигән маҡсатта эшләнгән, мәҫәлән, карауаттар балаларҙың йәш үҙенсәлеген иҫәптә тотоп һатып алынған. Төркөм бүлмәләренең биҙәлеше лә күҙ яуын алырлыҡ матур.
Баҡса биләмәһендә уйнау өсөн уңайлы веранда бар, ҡоймалар рәтләнгән, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар майҙансығы төҙөкләндерелгән.
Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Степан Гуштюк белдереүенсә, йәш әсәләр ясле төркөмөнә мохтаж булған, сөнки араларында, балалары бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, эшләп йөрөгәндәр ҙә бар. Ауыл ерендә бала ҡараусы табыуы – бик ауыр мәсьәлә, һәр кемдең өләсәй-олатаһы ла янда йәшәмәй, шуға күрә балалар баҡсаһында ошондай төркөм асырға ҡарар иткәндәр.
Ауыл халҡын ҡыуаныслы ваҡиға менән район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин да тәбрикләне. “Яңы төркөмдө асыу Кесе Ыҡтамаҡ халҡы өсөн ҙур бүләк булды. Йылы, яҡты һәм уңайлы бүлмәләр бәләкәйҙәр өсөн икенсе өйгә әйләнер, тип ышанам. Өс йәшкә тиклемге балаларҙы мәктәпкәсә белем учреждениеһында урындар менән тәьмин итеү районыбыҙҙа тыуымдың артыуына, милли демографик хәлдең яҡшырыуына булышлыҡ итер, тип өмөтләнәм”, – тине хакимиәт башлығы.
Ошондай уҡ эштәр Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылындағы башланғыс мәктәп бинаһында ла бара: уның бер өлөшөндә 20 урынлыҡ балалар баҡсаһы булдырырға ниәтләйҙәр. Был юҫыҡтағы эштәрҙе башлап ебәреү үрҙә телгә алынған “Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу” төбәк проекты ярҙамында мөмкин булған.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәкселеге шулай уҡ, бында мәктәпкәсә йәштәге төркөм булдырып, башҡорт телендә белем һәм тәрбиә биреү программаларын ҡулланыу мөмкин буласаҡ, тип иҫәпләй. Әлеге ваҡытта ауылда йәш ғаиләләргә яңы ер биләмәләре күпләп бүленә. Тимәк, ғаиләләр һәм уларҙа балалар һаны киләсәктә артасаҡ ҡына.
Һәр сабыйҙың телкәйе “Әсәй!” тиеп асылһын
Күптән түгел Ғафури районында уҙған Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында телсе-мөғәллимдәр менән бер рәттән балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәткән педагогтар ҙа ҡатнашты. Сарала, туған телде өйрәтеү балалар баҡсаһынан башланырға тейеш, тигән фекер ҡыҙыл еп булып үтте.
Был хаҡта үҙенең сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та белдерҙе. “Балалар баҡсаларында нисек итеп башҡорт телен өйрәнеүҙе индереү тураһында етди уйларға кәрәк. Бөгөн бындағы күргәҙмә менән танышыу барышында ҡыҙыҡлы интерактив программалар барлығын күрҙем. Ундай мауыҡтырғыс алым менән балалар телде бик теләп өйрәнәсәк, тип уйлайым. Мәғариф һәм фән министрлығы ошо хаҡта уйларға тейеш”, – тине ул.
Республика Башлығы шулай уҡ был изге эште башҡарасаҡ педагогтарҙы дәртләндереү, уларҙың хеҙмәтен лайыҡлы баһалау маҡсатында “Туған тел уҡытыу буйынса иң яҡшы тәрбиәсе” республика конкурсын ойоштороу идеяһын да хупланы.
Дөйөм алғанда, республикала 1039 балалар баҡсаһы эшләп килә, шуларҙың 458-ендә башҡорт телен өйрәтеү ойошторолған. Башҡортостандың 42163 кескәй гражданы балалар баҡсаһында уҡ туған телен өйрәнә. Быйыл республикала 22 мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы асылды һәм бөгөнгә уларҙың 13-өндә туған телде өйрәнеү ойошторолған. Киләсәктә был һан тағы ла артыр, тигән өмөт-ышаныс бар.
Бәләкәстәргә туған телде өйрәтеүгә һәр төрлө мобиль ҡушымталар ҙа ярҙамға килә. Мәҫәлән, бөгөн күптәр смартфондар өсөн булдырылған “IQБалаБаш”, “Inofon BASH” башҡортса ҡушымталарын теләп ҡуллана, ә уйын форматындағы “Әлләсе” ҡушымтаһын балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә үҙ итте.
Әлбиттә, дәүләттең туған телдәрҙе, шул иҫәптән ошо ерҙең аҫаба халҡының иң ҙур байлығы булған башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса алып барған эҙмә-эҙлекле сәйәсәте, республика етәкселеге тарафынан был юҫыҡта ғәмәлгә ашырылған изге башланғыстар барыһы ла хуплауға лайыҡ. Әммә шул хәҡиҡәтте лә онотмайыҡ: туған телгә һөйөү һәм ихтирам, уны белеү һәм яратыу, һаҡлау һәм ҡәҙерләү иң тәүҙә ғаиләлә һалына. Әгәр сабыйыбыҙҙың теле “әсәй” һәм “атай” тип асылһа, балаларыбыҙ башҡортса һөйләшеүҙән оялмай, киреһенсә, туған телен белеүе менән ғорурланып үҫһә, милли асылыбыҙға тоғролоҡ һаҡлап, рухы ныҡ булһа, тимәк, телебеҙ ҙә йәшәйәсәк!