Белем һәм тәрбиә
10 Октябрь 2020, 10:00

Андрей Назаров туған мәктәбендә булды

"Хеҙмәт кабинетындағы элекке замандарҙан бирле торған станоктарҙы күргәс, бигерәк тә һағышландым".

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Сибай ҡалаһына эш сәфәре барышында ҡасандыр үҙе белем алған 6-сы мәктәптә булды.
Ул 1953 йылда төҙөлгән бинаның бөгөнгө торошон яҡшы тип баһаламаны һәм яңы уҡыу корпусы төҙөү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Иҫкеһе дәрестән тыш саралар өсөн ҡаласаҡ.
"Ошо көндәрҙә Сибайҙа булдым. Туған ҡалам күңелгә яҡын... Килгәс тә мәктәпкә барҙым, ҡасандыр ошонда үҙем уҡығайным. Әлбиттә, һағындыра. Бигерәк тә хеҙмәт кабинетындағы элекке замандарҙан бирле торған станоктарҙы күргәс, бигерәк тә һағышландым. Барыһын да аңлайым, әммә ниндәйҙер яңыртыу булырға тейештер бит. Эшсе һөнәрҙәре лә, был юлды һайлаған мәктәп уҡыусыларының белеме лә, тейешле күнекмәләр ҙә заман талаптарына ярашлы булырға тейеш".
Андрей Назаровтың эш сәфәрендә ҡаланың 6-сы мәктәбендә уҡыусыларҙы эшсе һөнәрҙәренә уҡытыу буйынса пилот программаһы проекты әҙерләнеүе хаҡында билдәле булды.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас