Белем һәм тәрбиә
10 Октябрь 2020, 16:00

Яңы институт барлыҡҡа киләсәк

Был хаҡта Республика көнөнә арналған тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Өфөлә Кәрим Хәкимов исемендәге Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм Көнсығышты өйрәнеү институты барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта Республика көнөнә арналған тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
“Быйыл республика халҡы арҙаҡлы совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуҙы билдәләй. Беҙ Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағында Кәрим Хәкимов исемендәге Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм Көнсығышты өйрәнеү институты асыу тураһында ҡарар ҡабул иттек. Иҫтәлектәре мәңге һаҡланырлыҡ арҙаҡлы шәхестәребеҙ күп. Улар беҙҙе бөйөк эштәргә әйҙәй. Шәхестәребеҙ миҫалында йәштәрҙе тәрбиәләйбеҙ. Һәм был эш дауам итәсәк”, – тине республика Башлығы.
Арҙаҡлы совет дипломаты, Башҡортостанда тыуып үҫкән Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуҙы билдәләү тураһындағы указға республика етәксеһе быйыл февралдә ҡул ҡуйғайны.
Кәрим Хәкимов – Рәсәй менән ғәрәп-фарсы донъяһы араһында яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыуға ҙур өлөш индергән легендар шәхес, Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле. Өфөләге Рәсәй Ислам институты – Кәрим Хәкимов уҡыған элекке “Ғәлиә” мәҙрәсәһе бинаһында уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас