М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының дөйөм тел ғилеме кафедраһы коллективы быйыл рус телен үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыуға субсидия рәүешендә федераль ҡаҙнанан грант биреү буйынса Рәсәй Мәғариф министрлығы үткәргән конкурста еңеп сыҡты.
Кафедра тәҡдим иткән проекттың маҡсаты – сит илдәрҙә рус телен, мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтен танытыу, сит ил студенттарын Рәсәй университеттарындағы һөнәри белем биреү программаларын үҙләштереүгә йәлеп итеү системаһын ғәмәлгә индереү.
Бер нисә йыл дауамында кафедра сит илдәрҙә генә түгел, үҙебеҙҙә лә рус телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса белем биреү-ағартыу экспедициялары ойоштора. Университетта ғилми-белем биреү лабораторияһы – Рус телен өйрәнеү һәм танытыу үҙәге асылған.
Яңы проект буйынса төрлө вебинарҙар, онлайн-лекциялар, онлайн-марафондар уҙғарыу күҙаллана.
Мәғлүм булыуынса, был эш республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.