Белем һәм тәрбиә
13 Октябрь 2020, 09:06

Балалар ышаныслы ҡулдарҙа

Ошо көндәрҙә Бөтә Рәсәй “Балаларға йөрәгемде илтәм!” өҫтәмә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре конкурсының Башҡортостан этабында еңеүселәрҙе бүләкләнеләр. Сара Республика туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар балалар һауыҡтырыу-белем үҙәгендә ойошторолдо.

Мәртәбәле конкурс 20 йыл рәттән уҙғарыла. Унда йылдан-йыл ҡатнашыу­сыларҙың артыуы күҙәтелә. Быйыл иһә бәйгелә 69 педагог туғыҙ номинацияла көс һынашты. Йыл да бәйгегә яңылыҡ индерелә, был һәр йәһәттән дә отошло. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 27 педагог лайыҡлы баһаланды.

Башҡортостан мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова билдәләүенсә, өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәрҙәренең конкурсы көсөргәнешле барған, жюриға иң-иңдәрҙе асыҡлау еңелдән булмаған.

– Ярышҡа төплө әҙерлекле уҡытыу­сыларҙың йылдан-йыл күберәк килеүе шатландыра. Был балаларҙың ышаныслы ҡулдарҙа булыуын аңлата, – тип һөйләй республикабыҙҙың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры урынбаҫары Наталья Топольникова.

Республика туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар балалар һа­уыҡтырыу-белем үҙәге директоры Наталия Вервинская, конкурсанттарға, тыуған яҡтарына ҡайтҡас тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине, тигән үтенесен белдерҙе.
Читайте нас