“Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты Башҡортостанда уңышлы тормошҡа ашырыла. Шул иғтибарға лайыҡ, ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған. Әйткәндәй, йәшәйеште яҡшыртыуға, һәр быуын вәкилен хәстәрләүгә һәм яҡлауға йүнәлтелгән мөһим эш хатта төпкөл һаналған райондарҙа ла бик әүҙем бойомға ашырыла.
Мәҫәлән, Ейәнсура районында ошо милли проект нигеҙендә белем биреү тармағы икенсе һулышын кисерә тип әйтеү ысынбарлыҡҡа тап килә. Был, әлбиттә, урындағы етәкселектең мәғарифҡа йөҙ менән боролоуына, йәш быуын тураһында хәстәрлек күреүгә туранан-тура бәйле. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов билдәләүенсә, улар “йәштәр – илебеҙҙең киләсәге!” тигән принципҡа тоғро.
“Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы, Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбенең Яңы Петровкалағы филиалында матди-техник база яңыртылған. Һөҙөмтәлә хәҙер балаларға физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар.
– Заман башҡа – заң башҡа, бөгөн балалар яңы мәктәптә уҡырға тейеш йәки ҡыҙ һәм малайҙар спорт ҡоролмаларына ҡытлыҡ кисермәһен, – тине Дәмин Марат улы. – Беҙ, ейәнсуралар, был йәһәттән өлгө күрһәтергә, бер ҡасан да алдынғылыҡты бирмәҫкә тейеш. Ошо йүнәлештә эшмәкәрлегебеҙҙе көйләгәнбеҙ ҙә инде.