Уҡытыусы – үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ һибеүсе шәм, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, педагог һөнәрен һайлағанһың һәм әле уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтәһең икән, ысынлап та, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ кәрәк. Шул саҡта ғына маҡсатыңа өлгәшәсәкһең. Шәм һәр саҡ яҡтылыҡ биреп торһон өсөн, мотлаҡ талаптарҙың бер нисәһе – үҙ өҫтөңдә эшләү, өҙлөкһөҙ белем эстәү, тормоштан бер аҙымға алда атлау, төрлө йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу. Әңгәмәсем Көнһылыу ХАСАЕВА тап ошондай сифаттарҙы күңеленә һеңдергән. Ул – Салауат ҡалаһындағы 25-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Гәзит уҡыусыларға үҙенең бай эш тәжрибәһе тураһында һөйләргә ихлас ризалашты.
– Уҡытыусы һөнәрен һайлағанда, педагогтың (бәлки, бүтән берәй кешенең) йоғонтоһо булдымы?
– Белем усағы тигән серле бүлмәгә тәүге булып ишек асҡан, ғилем тауының баҫҡыстары буйлап етәкләп юғарыға мендергән беренсе уҡытыусыһын бер кем дә иҫенән сығармайҙыр. Минең өсөн тәүге уҡытыусым Суфия Ишбаева һәр саҡ өлгө булып тора. Ул шул тиклем яғымлы, мөләйем, бер ҡасан да тауышын күтәрмәй ине. Бала саҡта уның алиһә кеүек төҙ, текә, ипле генә баҫып йөрөүенә һоҡлана торғайныҡ. “Ҡулығыҙҙы кеҫәгеҙгә тығып йөрөмәгеҙ, кәүҙәгеҙҙе тура тотоғоҙ”, – тип беҙҙе лә өйрәткәне хәтеремдә. Нәҡ Суфия Шәрифулла ҡыҙы кескәй йөрәгемдә уҡытыусы булыу теләген уятты. Бер урамда йәшәгән балаларҙы йыйып, “мәктәп” уйнарға ярата инем: мин – уҡытыусы, үҙемдән бәләкәстәр – уҡыусылар.
Ғөмүмән, педагоглыҡ булыу һәләте әҙәм балаһына тәбиғәттән биреләлер. Ул йә бар, йә юҡ. Шул һәләткә өҫтәп башланғыс класта тәүге уҡытыусы һәр кемдең күҙҙәреңдә осҡон тоҡандыра һәм үҙенең һөнәренә ғашиҡ итә ала икән, ул бала, һис шикһеҙ, уҡытыусы буласаҡ.
– Беренсе дәресегеҙҙе хәтерләйһегеҙме? Шул көндә ниндәй хис-тойғо кисерҙегеҙ?
– Иң беренсе дәресем III класта әҙәби уҡыу дәресе булғайны. Ныҡ тулҡынландым: һәр һүҙемде уйлап ҡына һөйләйем, балаларҙың күҙҙәренә ҡарайым – дәрескә ҡыҙыҡһыныу уята алдыммы икән тигән һорау һис тә тынғы бирмәне. Ҡыҙ һәм малайҙар ҙа тулҡынлана ине.
– Әйткәндәй, хеҙмәт биографияғыҙ ҡайҙа башланды?
– Бала саҡтан шиғыр яҙырға, гәзит-журнал уҡырға һәм ижад өлгөләремде баҫмаларға ебәрергә яраттым. Студент йылдарында ла был шөғөлөмдө ташламаным. Хеҙмәт юлымды Сибай институтының редакция-нәшриәт үҙәгендә хәбәрсе булып башланым. Студенттар өсөн сыҡҡан “Юлдаш” гәзитенең һәр һанын ҡанатланып әҙерләй инек. Төшкә тиклем уҡыйым, төштән һуң эшкә барам, кис берәй сараға йүгерәм, ятаҡҡа һуң ғына ҡайтып инәм.
– Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙы, уҡыусы балаларҙың абруйын яулау өсөн педагог ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
– Иң беренсе сиратта уҡытыусы үҙенең предметын биш бармағылай яҡшы белергә тейеш. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, хәҙер дәресте бер китап менән генә үткәреү мөмкин түгел. Уҡытыусыға заман менән бергә атларға, заманса технологиялар менән эш итә белергә кәрәк. Ул уҡыусылар менән бер телдә һөйләшә алырға, уларҙың ҡыҙыҡһыныуын тойомларға, һиҙергә тейеш. Тап шул ваҡытта ғына уҡыусылар дәрескә ҙур теләк менән киләсәк һәм уҡытыусыны хөрмәт итәсәк.
– Уҡыусы балаларҙың каникулынан тыш, педагогтарҙың ялы буламы?
– Уҡытыусылар ял итә белмәйҙер ул. Беҙ каникул ваҡытында ла эшләйбеҙ, уҡыусыларыбыҙҙы һағынып бер булабыҙ. Уҡытыусыларға ихласлап ял итеү мөмкинлеге йәйге ял мәлендә генә биреләлер, йәғни Берҙәм дәүләт имтиханы, дөйөм дәүләт имтиханы тамамланғас һәм йәйге ял лагерҙары ябылғас.
– Уҡытыусыға балаларҙың эске донъяһын тулыһынса белеп бөтә аламы?
– Ауыр һорау. Кешенең күңел донъяһын тулыһынса берәү ҙә белә алмайҙыр ул, хатта кеше үҙе лә, шәхси фиғелен белә алмай, мең һорауға яуап эҙләгән саҡтар була бит. Ә бына уҡыусының эске донъяһын тойомларға, һиҙергә мөмкин. Мәктәп – баланың икенсе йорто, уҡытыусы – уның икенсе ата-әсәһе. Уҡыусының күҙҙәренә ҡарап, уның нимә тойғанын, ниндәй хис-тойғо кисергәнен, нимә әйтергә теләгәнен күреп, тойомлап була. Бөтә сер – күҙҙәрҙә. Уҡыусыны көн дә күргәс, хатта уның хәрәкәттәренә, әйтер һүҙҙәренә хәтлем алдан белеп тораһың.
– Заман башҡа – заң башҡа, тиҙәр. Бөгөнгө балалар ниндәй?
– Беҙ күп мәғлүмәтле заманда йәшәйбеҙ. Заман балаларын интернет һәм гаджетһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Беҙҙең бурыс – ялған мәғлүмәтте дөрөҫөнән айыра белергә, кәрәклеһен генә һайлай белергә өйрәтеү. Элек балаларҙы ата-әсә һәм уҡытыусылар тәрбиәләһә, хәҙерге балаларҙы ниндәйҙер кимәлдә интернет тәрбиәләй, тип әйтеү дөрөҫлөккә тап килә, шуға күрә бөгөнгө малай һәм ҡыҙҙар тиҙ ҡуҙғыусан, теремек, тиктормаҫ, ҡыҙыҡһыныусан. Уларҙың һәр нәмәгә үҙ ҡарашы бар, үҙ фекерен яҡлай белеүе маҡтауға лайыҡ.
– Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙы, иң элек балаларҙы ата-әсә тәрбиәләй, тинегеҙ. Өлкәндәргә ниндәй кәңәш-теләктәрегеҙҙе еткерер инегеҙ?
– Иң мөһиме – баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар, шулай яратырға. Яратылып һәм наҙлап үҫтерелгәндәр үҙен ышаныслы тота. Әгәр уны көн һайын әрләп, тылҡып торалар икән, бала икеләнәсәк, үҙен ышанысһыҙ тотасаҡ. Һәр нәмәлә алтын урталыҡ таба белеү мөһим: үтә иркәләтеү ҙә кәрәкмәй. “Балаларҙы тәрбиәләмәгеҙ: улар барыбер һеҙгә оҡшаясаҡ. Үҙегеҙҙе тәрбиәләгеҙ” тигән инглиз мәҡәле лә бар. Балаларҙы ни тиклем дөрөҫ тәрбиәләргә тырышһағыҙ ҙа, улар барыбер ҙә үҙҙәре күргәндең барыһын да күңеленә һеңдереп үҫә.
Ата-әсә балаларын төрлө яҡлап үҫтерергә, төрлө яҡлап асырға тырышһын. Был эште уҡытыусылар иңенә генә тапшырып ҡалмаһындар ине.
– Эшкә дәртләндергән, иңдәрегеҙгә ҡанат ҡуйған уҡытыусылар тураһында берәй ҡанатлы һүҙҙе (афоризм) һеҙҙән ишетке килә.
– “Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” тигән әйтемде иң беренсе педагогтарымдан ишеттем. Иңдәремә ҡанат ҡуйыусылар күп булды. Бала саҡтан туған телемә һөйөү, ғорурланыу тәрбиәләгән атай-әсәйем, өләсәйем, тәүге уҡытыусым Суфия Шәрифулла ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Яңылбикә Рауил ҡыҙы, мәктәп, институт йылдарында белем асҡыстары биргән остаздарымдың һәр береһен яратып иҫкә алам. Ҡайһы берҙәре яҡты донъяла юҡ инде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар минең йөрәктә мәңге тере!
– Тормош девизығыҙ ниндәй?
Генри Фордтың шундай алтын һүҙҙәре бар: “Нисә йәш булыуына ҡарамаҫтан, уҡыуын туҡтатҡан һәр кем ҡартая. Уҡыуын дауам иткән һәр кем йәшәрә. Донъялағы иң бөйөк нәмә – аҡылыңды йәш килеш һаҡлау”.
– Һеҙ быйыл “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурста ҡатнаштығыҙ. Тәьҫораттарығыҙҙы һөйләгеҙ әле.
– Төн йоҡламай конкурсҡа әҙерләнгән ваҡыттар артта ҡалды. Быйыл ярышта 56 уҡытыусы көс һынашты. Аҙна дауамында барған бәйге, ысын мәғәнәһендә, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу яланына, тел һәм рухиәт байрамына әүерелде.
Бәйге “Милли костюмдарҙың исем туйы”нан башланып китте. Был конкурс төрө яңы булыуға ҡарамаҫтан, бөтә конкурсанттар ҙа ентекле әҙерләнгәйне. Башҡорт милли кейеменең төрлөлөгөн, һәр төбәккә хас үҙенсәлеген күрҙек. Уңайлы баш кейемдәре, ырыу тамғалары сигелгән ҡашмауҙар, селтәр, һаҡалдар, сағыу биҙәкле алъяпҡыстар... иҫ китмәле күренеш! Быуындан-быуынға күсеп килгән ҡомартҡы кейемдәрҙе күреү бәхете лә тейҙе.
Дәрес һәм дәрестән тыш сараны һәр кем айырым күрһәтһә, “Оҫталыҡ дәресе” беҙҙе тағы бер майҙансыҡҡа йыйҙы. Һәр уҡытыусы үҙенең тәжрибәһе, уңышлы эш алымы менән уртаҡлашты. Өсөнсө турға 28 конкурсант үтте. “Мәғариф проекты” конкурсында командала эшләһәк, “Асыҡ лекция”ла уҡытыусы өс минут эсендә бирелгән теманы асып һалырға тейеш ине. Бәйгенең аҙаҡҡы өлөшө – “Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле”ндә ҡатнашыу бәхете 15 уҡытыусыға тейҙе. Түңәрәк өҫтәлдә донъяуи башҡорт теле тураһында фекер алыштыҡ, тәҡдимдәр менән уртаҡлаштыҡ.
Мәртәбәле бәйгелә ҡатнашыуыма шатмын. Конкурс минең өсөн ҙур тәжрибә һәм һынау мәктәбе булды. Рухлы, тәжрибәле, көслө, яңы идеялар менән янып торған уҡытыусылар менән таныштым. Аҙна буйы барған бәйгелә коллегалар менән дуҫлашып, туғанлашып бөттөк. Баһалама ағзалары быйылғы конкурстың, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, йәнлерәк һәм юғарыраҡ кимәлдә үтеүе, конкурсанттарҙың әҙерлек кимәле һәйбәт булыуын билдәләне.
Бына шулай итеп, конкурс дәррәү бер тынала ғына үтеп тә китте. Тәүге биш финалсының дүртеһе сығышы менән Баймаҡ районынан булғаны өсөн ғорурланам. Әйткәндәй, үҙем дә шул яҡтарҙан. Финалға сығыусылар рәтенә инеү – үҙе бер еңеү. Был минең генә уңышым түгел: бала саҡтан туған телемә һөйөү уятҡан, ғорурланыу тәрбиәләгән атай-әсәйем, өләсәйем, тәүге уҡытыусыларым, мәктәп, институт йылдарында белем асҡыстары биргән остаздарымдың ҡаҙанышы ла ул. Бәйгелә ҡатнашыу ул бер генә кеше атҡарып сыға торған эш түгел. Ғаиләңдә, мәктәбеңдә һине аңлап, ярҙам итеп торған саҡта ғына, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп була. Мине аңлаған, һәр саҡ терәк булған иремә, яҡындарыма, дуҫтарыма, коллегаларыма ҙур рәхмәт! Конкурстан йылы тәьҫораттар ғына ҡалды.
– Гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ һәм ғаилә хәлегеҙ менән таныштырығыҙ әле. Ҡайһы яҡтарҙа тыуып үҫтегеҙ, ғаиләгеҙҙә уҡытыусылар бармы, юғары белемде ниндәй вузда алдығыҙ?
– Баймаҡ районының Кәрешкә ауылы ҡыҙымын. Ғаиләбеҙҙә уҡытыусылар юҡ. Әсәйем Фәриҙә – фельдшер, атайым Ишмөхәмәт совхозда малсы булып эшләне. Атай-әсәйем беҙҙе, дүрт ҡыҙын, тәрбиәләп, барыбыҙға ла юғары белем биреп аяҡҡа баҫтырҙы. Ҡартәсәйемдең тылсымлы әкиәттәрен, риүәйәттәрен тыңлап үҫтек. Әсәйебеҙ кешелекле, һәр саҡ ярҙамға әҙер булырға өйрәтһә, атайыбыҙ беҙҙә ғәҙеллек, егәрлелек, тырышлыҡ, туған телебеҙгә һәм тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләне. Тышта күҙ асҡыһыҙ буран булыуға ҡарамаҫтан, ғәзиз кешем һәр ваҡыт мәктәпкә оҙатып ҡуя ине – класта бер үҙем ултырған саҡтар ҙа булды. Атайым беҙҙең тырышып уҡыуыбыҙҙы, Кеше булыуыбыҙҙы ныҡ теләне.
Мәктәп йылдарында бөтә сараларҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаштым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле, математика фәндәрен өйрәнеү айырыуса оҡшай торғайны. Башҡортса әҫәрҙәрҙе йотлоғоп уҡыным. Шиғырҙар, нәҫерҙәр яҙырға яраттым. “Йәшлек”, “Йәншишмә”, “Атайсал”, “Һаҡмар” гәзиттәрендә, “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдарында шиғырҙарым, мәҡәләләрем йыш баҫылды.
Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, 2005 йылда Сибай институтының педагогика факультетының филология бүлегенә уҡырға индем. Төркөм старостаһы, студенттар ойошмаһының ағзаһы булдым. 2007 йылда “Сибай ҡалаһының Баймаҡ йәштәре берлеге”н ойошторҙом. Институтты тамамлағансы берлек рәйесе булдым. Яҡташ студенттар менән күңелле осрашыуҙар, ярыштар үткәреү, концерттар ҡуйыу хәтергә уйылған. Сараларға әҙерләнгәндә дуҫлашып, туғанлашып бөттөк. Ҡайһылары менән әле лә аралашабыҙ.
Тормош иптәшем Заһир сығышы менән Ейәнсура районынан. Студент саҡта таныштыҡ. Ирем холоҡ төҙәтеү колонияһында эшләй. Улыбыҙ Арыҫлан һәм ҡыҙыбыҙ Азалия үҫә.
– Балаларығыҙҙың үҙегеҙҙең юлды һайлауын теләр инегеҙме?
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, “юҡ” тип яуап бирер инем, сөнки бөгөн уҡытыусы эше – бик ауыр хеҙмәт. Ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеү өсөн үҙеңде уға тулыһынса бағышларға кәрәк, хатта үҙ балаларыңа тәғәйен ваҡытты ла “урларға” тура килә.
Уның ҡарауы, һәр кешенең үҙ теләге, фекере бар – улым һәм ҡыҙым ниндәй генә һөнәр һайлаһалар ҙа, уларҙың теләген хөрмәт итәсәкмен һәм ҡулымдан килгән тиклем ярҙам итәсәкмен. Иң мөһиме – балаларҙа туған телгә, илгә һөйөү һәм кешелек сифаттары тәрбиәләү.
– Гәзит уҡыусыларға ла әйтер һүҙегеҙ барҙыр...
– Туған телен, илен яратырға, хөрмәт итергә, белмәйһең икән – өйрәнергә! Һәр ваҡыт алға ынтылырға, көн һайын яңы шөғөлгә, һөнәргә өйрәнергә. Бөгөнгө заманда һөнәрҙең артығы юҡ. Донъяның тәмен белеп йәшәргә: кескәй генә уңыштарға, хатта тәбиғәт күренештәренә һоҡлана белергә кәрәк.
Бәхеттең ҙуры, өҫкә ишелеп торғаны булмай, ул кескәй ҡыуаныс-шатлыҡтарҙан бөртөкләп йыйыла. Бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәк. Мәҫәлән, сит телдәр өйрәнеү һис кенә лә зыян итмәй. Үҙеңде ҡалғандар менән сағыштырмаҫҡа, ә “кисәге” үҙеңдән яҡшыраҡ булыу зарур. Күренекле әҙибә Мәрйәм Бураҡаева әйтеүенсә: “Көлгә күмһәләр, көлөп килеп сыҡ, балсыҡҡа батырһалар, балҡып килеп сыҡ”.
– Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙы, һорауҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн рәхмәт! Киләсәктә лә ҙур уңыштарға өлгәшергә яҙһын!