"4 йәшлек ҡыҙым – балалар баҡсаһында үҙ төркөмөнөң иң аҡыллы, иң тыңлаусан балаһы. Тәрбиәселәре уны маҡтай. Тик өйҙә баланы алмаштырып ҡуялармы ни? Һүҙ әйтеп булмай, беҙгә, ағаһына ҡаршы өндәшә, ҡайһы берҙә ҡул күтәреүҙән дә тартынмай. Кейемдәрен, уйынсыҡтарын йыймай, беҙ әйткәнде ҡолағына ла элмәй, әгәр уныңса түгел икән, яр һалып илай... Өйгә ҡунаҡтар килһә, ҡыҙым уларға ла үҙ холҡон күрһәтә. Уның шундай ҡылыҡтары арҡаһында килгән кешеләр алдында оят булып китә… Был хәлгә иғтибар итергәме, әллә ул үҙенән-үҙе үтәсәкме?"
Әсәнең һорауына юғары категориялы психолог Ғәлиә Сәлихова яуап бирә:
– Агрессия – ул ниндәйҙер эштең килеп сыҡмауына, пландарҙың боҙолоуына, тыйыуҙарға, сикләүҙәргә ҡарата тыуған яуап. Балалар агрессияһы мәктәпкәсә йәшкә тиклем осорҙа айырыуса асыҡ сағылыш таба һәм 7-8 йәштәрҙә кәмеүгә ыңғайлай.
Баланың үҙен агрессив тотоуында күп нәмә ата-әсәнең был күренеште нисек ҡабул итеүенә бәйле. Кескәйҙәрҙең йәмһеҙ ҡылыҡтары өсөн яза биреү һәм тыйыуға ҡарағанда иғтибар һәм аңлау мөһимерәк. Төптәнерәк уйлап ҡарағанда, ярһыу балалар үҙҙәре лә белмәйенсә "ябыҡ түңәрәк" эсендә ҡала: алама ҡылыҡтары менән улар тирә-йүндәге кешеләрҙе үҙҙәренән биҙҙерә һәм башҡаларҙың һалҡын мөнәсәбәте кескәйҙәрҙә асыуҙы арттыра ғына. Бындай балалар менән тиҫтерҙәренең дуҫлашырға, уйнарға теләге һүрелә, һөҙөмтәлә "һуғыш суҡмарҙары" яңғыҙлыҡта тороп ҡала.
Ундай тәртип өсөн язаға тарттырыу мотлаҡмы? Бер яҡтан ҡарағанда, тикшереүҙәр шуны күрһәтә: әгәр бала бер тапҡыр агрессия ярҙамында үҙенең маҡсатына ирешһә, башҡа ваҡытта ла ул шул юл менән эш итергә теләйәсәк. Әммә яза биреү ҙә ярһыуҙың көсәйеүенә генә килтерә. Тағы ла бала агрессияһын үҙенә йүнәлтеүе лә мөмкин (был күренеш аутоагрессия тип атала): үҙ-үҙенә төрлө ауыртыныуҙар тыуҙыра, үҙе тураһында йәмһеҙ, насар ваҡиғалар уйлап сығара.
Балаға уның агрессив тәртибе башҡа кешеләргә оҡшамауын төшөндөрөргә кәрәк һәм бының өсөн ата-әсә уға нимәнелер тыйырға хоҡуҡлы: мәҫәлән, урамға уйнарға сығыу, йәнһүрәт ҡарау. Баланың үҙ холҡон үҙгәртеү юҫығында эшләгән тәүге ыңғай аҙымдарын, кескәй генә еңеүҙәрен дә күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, уны хуплау тәртипте нығытыуға булышлыҡ итәсәк.
Бындай ҡыйынлыҡ менән осрашҡан ата-әсә шуны ла белергә тейеш: кешегә үҙенең кире энергияһын сығара, унан ҡотола белеү мөһим. Чех психологы Зденек Матейчик әйтеүенсә: "Әгәр ҙә баланың туп тибеү мөмкинлеге юҡ икән, ул башҡа балаларҙы тибә башлаясаҡ". Кире энергиянан ҡотолоу, «пар сығарып» алыу юлдары ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ: спорт түңәрәге, бергәләп һүрәт төшөрөү, йәнһүрәт ҡарау, хәрәкәтсән уйын уйнау һ.б.
Атай-әсәй балаһының ҡылығына ҡарата хис-тойғоһон да әйтеп үтә ала: "Һин кейемдәреңде туҙҙырып, уйынсыҡтарыңды боҙоп ташлаған ваҡытта, миңә ҡыйын булды. Әйҙә, башҡа улай итмәҫкә тырышайыҡ".
Әгәр ҙә бала һуғыш сюжетына ҡоролған фильмдарҙы йыш ҡарай, компьютер уйындарын өҙлөкһөҙ уйнай икән, ул еңелеү белмәҫ һәм бер ниндәй закондарға буйһонмаҫ герой йоғонтоһона бирелеп, үҙен шул рәүешле тота башлауы ихтимал. Шунлыҡтан ниндәй фильмдар, йәнһүрәттәр ҡарауын, уйындар уйнауын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
Баланың тәртибенә ҡағылышлы әңгәмәне уның менән икәүҙән-икәү генә ҡорорға кәрәк, башҡа туғандарының һәм сит кешеләрҙең шаһитлығы был осраҡта артыҡ. Шулай уҡ атай менән әсәйҙең бер һүҙле, был мәсьәләгә бер ҡарашта булыуы шарт.