Башҡорт дәүләт университеты профессоры, тел белгесе, ғалим Мөхтәр Әхтәмов 92-се йәшендә арабыҙҙан китте... Хеҙмәттәштәренең әйтеүенсә, ул ауырыған, ковид-госпиталдә дауаланған. Бынан ике ай элек кенә уның улы - профессор Азамат Әхтәмовтың вафат булғаны хаҡында хәбәр иткәйнек. Бына йәнә ауыр хәбәр...
Мөхтәр Хөснулхаҡ улы Әхтәмов 1929 йылдың 15 ғинуарында БАССР-ҙың Йылайыр кантоны (Йылайыр районы) Башҡорт Үргене ауылында тыуған. Ул филология фәндәре докторы (1996), профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009), БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989), Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары белем биреү хеҙмәткәре (2001) тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт һәм уҡыу-методик пособиелар авторы ла.
Мөхтәр Әхтәмов Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағас, Мәғариф министрлығында мәктәп инспекторы, 1964 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 1972 - 2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. Ғалимдың фәнни эшмәкәрлеге башҡорт теленең лексикологияһына, лексикографияһына, һүҙҙәр барлыҡҡа килеү барышына арналды. Милләтенә оло мираҫ ҡалдырҙы остазыбыҙ. Уның тиҫтәгә яҡын һүҙлектәре лә халҡыбыҙға оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк.
Бик күптәрҙең яратҡан уҡытыусыһы, сабыр холоҡло, ярҙамсыл кәңәшсеһе булды Мөхтәр Хөснулхаҡ улы. Шәхестең туғандарының, хеҙмәттәштәренең ҙур ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.