Баймаҡ ҡалаһының “Күбәләк” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рита Фәтхетдинованы бергә эшләгән коллегалары ла, ата-әсәләр ҙә тап шулай атай. Бәләкәстәр ҙә яратҡан апайҙарын һәр көн түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Рита Сәғиҙулла ҡыҙының һәр иртәһе, ҡояш кеүек йылмайып, кескәйҙәрҙе баҡсаға ҡабул итеүҙән башлана.
Баймаҡ районының Алғаҙы ауылында тыуып үҫкән Рита мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына уҡырға инә. 2015 йылдан алып ул “Күбәләк” балалар баҡсаһында эшләй, юғары категориялы өлкән тәрбиәсе. Быйыл үҙ эшенә яуаплы ҡараған педагогка өлкән балалар төркөмө ышанып тапшырылған. Күптәр, тәрбиәсе һөнәрен бик еңел, ябай эш тип күҙ алдына килтереп, тәрән яңылыша. Был һөнәрҙең ни тиклем ҡатмарлы һәм яуаплы булыуын, күпме көс талап итеүен тәрбиәсе кеше генә яҡшы аңлайҙыр.
Юғары категориялы тәрбиәсе Рита Фәтхетдинова кескәйҙәрҙең ижади һәләттәрен асыу, уларҙы үҫтереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Ул балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеү, туған телгә һөйөү уятыу маҡсатында компьютерҙа интерактив дидактик уйын эшләгән. Был уйындар мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа танып-белеү һәләтен, ижади әүҙемлеген үҫтереүгә йүнәлтелгән. Әлеге ваҡытта Рита Фәтхетдинованың “Булатты һыйла”, “Башҡортостан халыҡтарының милли музыка ҡоралдары”, “Ҡурсаҡты кейендер”, “Алъяпҡысты милли орнаменттар менән биҙә”, “Өндәр иле” һәм башҡа бик күп дидактик уйындары бар. Әйткәндәй, “Күбәләк” балалар баҡсаһында БР-ҙың Мәғарифты үҫтереү институты инновациялы майҙансыҡ булдырған.
Балалар баҡсаһы мөдире Таңсулпан Йәғәфәрова белдереүенсә, “Күбәләк”тә бик татыу һәм берҙәм педагогия коллективы тупланған. 12 төркөмдә 30 педагог эшләй.
– Балалар менән эшләү еңелдән түгел, әммә һәр береһе – үҙ һөнәренең оҫталары. Быйыл ғына өс йәш тәрбиәсене алдыҡ. Рита Сәғиҙулла ҡыҙына килгәндә, ул үҙенә ҡарата талапсан һәм эшенә бик яуаплы ҡарай. Һәр саҡ яңылыҡҡа ынтыла, заман талаптарына яуап бирерлек эш алымдарын ҡуллана, төрлө программаларҙы үҙләштерә. Ата-әсәләр менән дә яҡшы бәйләнеш булдырған, – ти Таңсулпан Сәйғәфәр ҡыҙы.
Ысынлап та, көн һайын 35-әр баланың һәр береһе менән уртаҡ тел табып, улар менән дуҫтарса аралаша белгән тәрбиәсегә һоҡланмау мөмкин түгел. “Балалар менән эшләү ҡыйын түгелме?” тигән һорауыма: “Юҡ, әлбиттә. Хәҙер бәләкәстәр бар нәмәне белеп тыуа, вундеркинд бит улар, хатта ҡайһы осраҡта үҙем уларҙан өйрәнәм”, – тип йылмая үҙ эшенең оҫтаһы, кескәйҙәрҙең яҡын дуҫы Рита Сәғиҙулла ҡыҙы.