Белем һәм тәрбиә
20 Октябрь 2020, 16:00

Силәбе уҡытыусыларын ниҙәр борсой?

Һөйләшеү барышында уҡытыусылар өлкә мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу проблемаларын күтәреп сыҡты.

Ошо көндәрҙә Силәбе ҡалаһында Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ағзаһы Руслан Абдуллин менән Силәбе, Ҡурған өлкәләренең Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы советының осрашыуы үтте. Сара “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү алымында ойошторолдо.
Осрашыуҙы ошо ассоциация етәксеһе, филология фәндәре кандидаты Ҡамса Мортазин алып барҙы. Фекер алышыуҙа Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка, Сыбаркүл райондары, Силәбе ҡалаһы уҡытыусылары ҡатнашты.
Һөйләшеү барышында уҡытыусылар бығаса башҡарылған эштәрҙе барланы, хәл итәһе мәсьәләләргә туҡталды, өлкә мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу проблемаларын күтәреп сыҡты. Шулай уҡ “Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһының 2020-2021 уҡыу йылына төп саралар планы” ҡаралып раҫланды.
Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы Силәбе өлкәһенең башҡорт теле дәрестәре уҡытылған бөтә мәктәптәрен тиерлек кәрәкле китаптар менән тәьмин иткән. Педагогтар матди ярҙам күрһәткәне өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ 10-11-се класс уҡыусыларына ла дәреслектәр кәрәклеген билдәләне.
Сара һуңында үҙ эшенең оҫталарын бүләкләү тантанаһы үтте. Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ағзаһы Руслан Абдуллин оҙайлы намыҫлы хеҙмәте һәм йәш быуынды тәрбиәләүҙәге уңыштары өсөн, шулай уҡ 50 йәшлек юбилейы айҡанлы Силәбе ҡалаһының 8-се мәктәбе уҡытыусыһы Зимфира Ғәфүр ҡыҙы Шафранскаяны Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Башҡорт теле йылына арналған ижади конкурста әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Арғаяш районы Бәжекәй урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Залина Фазыловаға “Аҡбуҙат” республика балалар журналының дипломы һәм иҫтәлекле бүләге тапшырылды. Был ауылдың белем усағы Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан китаптар алып та ҡыуанды. Ә “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашҡандарға башҡорт телендә нәшер ителгән милли матбуғат баҫмаларының яңы һандары, китаптар таратылды.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайты.
Читайте нас