Баш ҡалабыҙ Өфөлә һигеҙ башҡорт мәктәбе бар, улар – туған телде, мәҙәниәтте өйрәнеү, үҫтереү усағы. Бында ысын башҡорт мөхитен булдырыуға, үҙ тамырҙарыңа яратыу, ғорурланыу тойғолары тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә. Дим районының 102-се башҡорт гимназияһы ла шулар рәтендә.
Мәктәп. Ул бөтә кешеләрҙең дә күңел түрендә серле донъя булып һаҡлана. Шунда кеше ғүмеренә етерлек моң, тәрбиә, күңел байлығы алып китһә, мәктәп “үҙ бурысымды үтәнем” тип әйтә ала. Аллаға шөкөр, гимназиябыҙҙа ғүмер буйы Тыуған ил, кешеләр бәхете тип янып, уҡыусыларҙы үҙ балалары кеүек хәстәрләп йәшәгән, эшләгән уҡытыусылар күп. Мәктәп директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Дилә Вәзир ҡыҙы Мырҙагилдина, Дим биҫтәһендә башҡорт гимназияһын асыу өсөн күп тырышлыҡ һалған башҡорт теле уҡытыусыһы Сәғирә Әхмәт ҡыҙы Миңлейәрова, мәктәптә күп йылдар буйы уңышлы эшләп килгән башланғыс класс уҡытыусылары Рәсимә Рим ҡыҙы Шакирова, Гөлнара Радик ҡыҙы Хисаева, Әлиә Энгельс ҡыҙы Аҙнасурина, күп йылдар директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары булып эшләгән тарих уҡытыусыһы Әлмира Миңнулла ҡыҙы Бәҙретдинова, социаль педагог Руфина Әғзәм ҡыҙы Сәлихова һәм башҡаларҙың һәр береһе – үҙ урынында ҡабатланмаҫ шәхес.
Баланы эшләргә өйрәтеү, мәктәпкә һәм уҡытыусыға яҡшы ҡараш тәрбиәләү, тормоштоң ысын асылына төшөндөрөү бурысын белем усағы үҙ өҫтөнә ала. Мәктәптең изге ҡото, йәме, нуры уҡытыусы һыны менән, уҡытыусы һүҙе менән башлана.
Әлбиттә, уңыштар етәкселеккә лә бәйле. Күп нәмә хужаның аҡылынан, тырышлығынан, һәләтенән тора. 102-се башҡорт гимназияһы был яҡтан бик уңды, бында гел алдынғы ҡарашлы директорҙар эшләне.
Өфөләге Дим районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире Ирек Рәшит улы Усманов, Димдә билдәле 123-сө лицей директоры Рәмил Фәһим улы Фәйезовтың исемдәрен телгә алыу ҙа етә. Гимназияға биш йыл инде Илһам Зиннур улы Ғайсин етәкселек итә. Уның исеме биҫтә тормошо менән ҡыҙыҡһынған күптәргә таныштыр, моғайын, сөнки директорҙың эшмәкәрлеге күп яҡлы: ул – Дим районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, районда “Берҙәм Рәсәй”ҙең гимназия буйынса бүлек рәйесе.
Театр йылында иһә Илһам Зиннур улы һәм Ирек Рәшит улы етәкселегендә Дим районының театр сәнғәтен һөйгән башҡорттары менән берлектә халыҡ театры ойоштороп, Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” спектаклен сәхнәләштерҙек. Пандемия арҡаһында ғына тамашаны гастролгә алып сыға алманыҡ. Юғиһә Өфөнөң күп райондарында сығыштар планлаштырылғайны...
Был донъяла һәр кем бәхетле, тулы ҡанлы тормош ҡорорға тырыша һәм быға үҙенсә юл яра. Ә нимә ул бәхет? Был турала һүҙ ҡуҙғатһаң, Илһам Ғайсин бала сағына әйләнеп ҡайта.
Ул Нуриман районының Яңы Күл ауылында ишле ғаиләлә тыуған. Әсәһе Фәриха мәктәп ҡарамағындағы интернатта тәрбиәсе лә, ашнаҡсы ла булып эшләй. Атаһы Зиннур ағай – колхозда комбайнсы. Бәләкәйҙән үк Илһам эшкә тартыла, атаһының ҙур ярҙамсыһына әйләнә. Хеҙмәт һаҡлау инспекторынан йәшенеп, гаражды сыҡҡансы комбайн бункерында ятыуҙарын, атаһының комбайн ремонтлаған сағында асҡыс, сүкеш килтерергә тигән бәләкәй генә йомоштарын да ҙур шатлыҡ менән башҡарыуын һағынып иҫкә ала. Ҡул араһына ингәс, йәй һайын Баһау Нуриманов исемендәге колхозда комбайнсы ярҙамсыһы булып, атаһы янында йәй буйы саң йотоп эшләй ул. Тик 1993 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтының дүртенсе курсына еткәс, педагогия практикалары башланғас ҡына быны туҡтата.
– Яҙ етеү менән мәктәптән ҡайтып, арлы-бирле ҡапҡылайым да гаражға осам, атайыма комбайнды ремонтларға йәки уңыш йыйыу осорона әҙерләргә ярҙам итәм. Алты йәштән шулай эшләп үҫтем, – тип хәтерләй ул саҡтарҙы Илһам Зиннур улы.
1994 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының индустриаль-педагогия факультетын тамамлап, Стәрлебаш районының Корнеевка ауылындағы мәктәптә хеҙмәт юлын башлай. Унда ике йыл эшләп, атай-әсәй йәшәгән ергә яҡыныраҡ эш табыу хыялы менән янып йөрөгән ваҡытта Өфө ҡалаһының Инорс биҫтәһендә 140-сы гимназия асыла. Йәш белгесте хеҙмәт һәм һыҙма дәресе уҡытыусыһы итеп эшкә алалар һәм VII класс уҡыусыларына етәксе итеп ҡуялар.
Балаларҙы яратҡан, күп яҡлы, ҡыҙыҡлы тормош менән йәшәргә өйрәнгән педагог был класс менән дә ҙур эш башлап ебәрә. Тәбиғәткә, музейҙарға, театрҙарға экскурсиялар, бергәләп кинотеатрҙарға йөрөү, төрлө темаға кисәләр, конкурстар, дискотекалар үткәреү... Балалар күңелен тиҙ яулай педагог һәм уларҙың иң яратҡан уҡытыусыһына әйләнә.
Уҡыусылары уны һаман онотмай. Осрашып, кәңәшләшеп, аралашып торалар. Был йәш белгестең эшкә ижади ҡарауының, ябайлығының, оҫталығының сағыу күрһәткесе түгелме ни?!
Институтта тынғыһыҙ студент, уҡыу менән бер рәттән, фотоға төшөрөү һөнәрен дә үҙләштерә. Ни тиһәң дә, был бер аҙ аҡса эшләү мөмкинлеге бирә, икенсенән, мәктәптә фотография түңәрәге асып ебәрһәм, тип хыяллана егет.
Ысынлап та, был һөнәр класс менән эште ойоштороуҙа ғына түгел, уның тормошонда ла ҡырҡа боролош яһауға килтерә. 140-сы гимназияла мәктәп, класс тормошо тураһында төрлө ҡыҙыҡлы сюжеттар төшөрә башлағас, уны телевидениеға эшкә саҡыралар. Шулай итеп, Илһам Зиннур улы телевидениеның ҡыҙыҡлы, тынғыһыҙ тормошона сума. Командировкалар, күренекле шәхестәр менән осрашыуҙар... Кәләш алыу... Мәскәүҙең үҙендә уҡырға тәҡдим килеп төшә. Бөтә тормош зыр әйләнә башлай, ләкин... тыуған республика үҙенә тарта егетте.
Ә бында уны ҡолас йәйеп бер кем дә көтөп тормай: торлаҡ юҡ, туҡтауһыҙ командировкалар, өйҙә ғаиләһе янында бик һирәк була ул. Беренсе улдары Ильяс тыуа, икенсе балаларын көткән саҡ. Был тормошоноң ҡатмарлы осорон Илһам Зиннур улы ошолай хәтерләй:
– Командировканан ҡайтып төшһәм, бүлмә буш, ҡатынымды бала табыу йортона оҙатҡандар, ә малайҙы туғандар алып ҡайтҡан. Үҙемә, тиҙ арала йәшәү урыны булдырырға, тип һүҙ бирҙем. Иртәгәһенә улым Ильясым менән мәсеткә киттек, икәүләп Аллаға ялбарабыҙ. Күҙ йәштәре үҙенән-үҙе аға, малайым илай-илай мине йыуата.
Алланың ҡөҙрәте менән 20 августа икенсе улым тыуҙы. 6 сентябрҙә телевидениенан китергә мәжбүр булдым. Иртәгәһенә икенсе эшкә урынлаштым һәм шунда уҡ эш урынынан фатир бирҙеләр.
Ауыр мәлдәр артта ҡала. Әле ҡатыны Гүзәл Әмир ҡыҙы менән тырышып, гөрләтеп донъя көтәләр. Ике ул үҫтерәләр. Гүзәл Ғайсина ла педагог: 136-сы башҡорт лицейында инглиз теленән уҡыта.
Бәхет – тыуған төйәгеңдә дуҫтарың, туғандарың, һине аңлаған коллегаларың менән туған телеңдә аралашып йәшәү ҙә ул. Бөгөн үҙен бәхетле һанай Илһам Зиннур улы. Үҙе етәкселек иткән гимназия йылдан-йыл яңы уңыштар яулай. Балалар башҡорт телендә ҡала-ара, республика конкурстарында, ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Былтыр “Башҡортостандың 100 шағиры” республика конкурсында IX класс уҡыусыһы Арыҫлан Хәмитов Гран-при яулай, быйыл IV кластан Артем Люманов – икенсе урынды. Шуныһы ҡыуаныслы, гимназиябыҙҙа ун дүрт милләт балалары уҡый, һәр береһе мәктәбенең данын күтәреү өсөн тырыша.
Мәктәп балаларының “Шаяниум” юмор конкурсында беҙҙекеләр йә Гран-при, йә беренсе урындарҙы ала.
Мостай Кәрим ижадына бағышланған йыл бик уңышлы үтте. Дим районы мәктәптәрендәге сараларҙа шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы ла ҡатнашты һәм гимназияның балалар театрының “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы, “Әлфиә хикәйәләре” буйынса ҡуйған өҙөктәренә юғары баһа бирҙе.
Һанай китһәң, атҡарылған эш күп инде. “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында еңеүҙәр, башҡорт вокалы буйынса “Тамсылар” фестивален асыу, ҡала кимәлендә башҡорт теле буйынса асыҡ дәрестәр үткәреү, Рәми Ғариповтың юбилей кисәһен ойоштороу... Ә былтырғы уҡыу йылында мәктәп, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа арнап, бик ҙур кисә уҙғарҙы: Яҙыусылар союзынан ҡунаҡтар, яҙыусының ҡатыны Фәриҙә ханым, шағирҙың дуҫтары ҡатнашты был мәртәбәле сарала. Шуныһы ҡыуаныслы, быйылғы уҡыу йылында гимназиябыҙға Рауил Бикбаевтың исеме бирелде.
Мәктәп ҙур ағасҡа ла, шишмәгә лә оҡшаш. Беҙҙең һәр эш уға көс өҫтәй, балалар күңеленә сылтыр-сылтыр итеп юл һала, байыта, тәжрибә тупларға ярҙам итә. Йылдар үтеү менән тормоштоң асылына нығыраҡ төшөнәһең һәм кеше ғүмерендә мәктәптең бөйөк төшөнсә икәнен яңынан асаһың. Ә уның моңо, йәме, нуры булған уҡытыусыларға һоҡланып, баш эйәһең.